RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)

07.08.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй.
(“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”).

* * *
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.
(“Башҡорт йорто,
башҡорт китабы”).

* * *
Йәнем йәннәт күрһен тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы – теше араһында,
Икенсеһе – бот араһында.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Йәннәте лә, тамуғы ла
Бары
Донъялыҡта ғына.
Кеше, ерҙе йәннәт итмәк булып,
Ҡанатын ҡағына.
(“Арнау”).
* * *
Йәнәш йәшәмәҫлек кешеләрҙе
Бәйләп ҡуя яҙмыш тигәнең...
(“Дуҫтар бүләк иткән
был сәскәләр...”).

* * *
Йәрҙәр алышынһа ла, тыуған халҡыңды алыштырып булмай. Йәрҙәр ғәфү итһә лә, тыуған ерең хыянатты һис ҡасан ғәфү итмәй.
(“Көндәлектәр”. 25.04.1970).

Йәшәр ғүмеремде оҡшатамын
Ил алдында бирер һынауға.
(“Ҡоласың киреп, алдың ҡосағыңа...”).
* * *
Йәшәһәң дә хатта ер сигендә,
Тамырың башҡорт икән –
Башҡорт бул!
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).

* * *
Ҡасалыр ваҡыт.
Бәндә үҙе нимә ҡойһа,
Ҡалалыр шуны татып.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ – доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Кейемең кер күтәрһә лә,
Намыҫың кер күтәрмәһен.
(“Кейемең кер күтәрһә лә...”).

* * *
Кем ул шәхес? Айырым кешеләр­ҙе халыҡ итеп туплаусы.
(“Көндәлектәр”. 27.08.1995).

* * *
Кемгә – тантана,
Кемдер – тапала.

* * *
Кемдер йәнен фиҙа ҡыла,
Кемдер бөгөн файҙа ҡыла...

* * *
Кеше артыҡ маҡталһа ла,
Үҙе артыҡ маҡтанмаһын,
Ғәйепһеҙгә хурламаһын,
Хурланмаһын нахаҡҡа.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)