RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Табип килгәнсе нимә эшләргә?

05.08.2017 Табип килгәнсе нимә эшләргә?

Табип килгәнсе  нимә эшләргә?
Температура күтәрелһә. Ғәҙәттә, тән температураһының күтәрелеүе теге йәки был ауырыуҙың билдәһе булып тора. Йыш ҡына уға йоғошло сирҙәр: грипп, һалҡын тейҙереү, ҡыҙамыҡ, энтероколит, гепатит, ревматизм һәм башҡа ауырыуҙар сәбәпсе. Температура юғары булғанда сирлене түшәккә ятҡырығыҙ. 38-ҙән юғары булһа, парацетамол эсерәләр. Сульфамид һәм антибиотиктар бирергә ярамай. Йәнә ауырыуға еләк-емеш һуты, сәй эсерәләр. Артыҡ юғары булмағанда йәшелсә ашы, бешкән алма, картуф ашатырға мөмкин.

Танау ҡанаһа.
Йоғошло ауырыуҙар ваҡытында, ҡан юлдары киңәйгәндә, яраланғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә танау ҡанауы ихтимал. Ҡан баҫымы юғары булғанда ул ауырыуҙың хәлен еңеләйтә. Танау ҡанағанда ауырыу ятып торорға тейеш. Башты һалҡын һыу менән сылаталар йәки һалҡын һыуға мансылған таҫтамал һалалар. Танау тишектәрен ике бармаҡ менән 10 минут ҡыҫып торорға кәрәк. Әгәр туҡтамаһа, танау тишектәрен мамыҡ менән ҡаплағыҙ. Артабан табип кәңәше буйынса эш итергә кәрәк.

Йөрәк ауыртһа.
Йөрәк мускулдарының һәм ҡан тамырҙарының көсһөҙләнеүе арҡаһында ҡан әйләнеше боҙолоуы сәбәпле, йөрәк сәнсә башлай. Был йыш ҡына ҡан баҫымы, атеросклероз, интоксикация һәм башҡа ауырыуҙарға бәйле йөрәктең зарарланыуынан килеп сыға. Йоғошло сирҙәр, ауыр физик эш һөҙөмтәһендә лә йөрәктең ауыртыуы мөмкин. Уның төп билдәләре – тын ҡыҫыла, һалҡын тир бәреп сыға, тән күгәрә, пульс йышая. Ауырыуҙы тиҙ генә ятҡырырға, битен һәм күкрәген һалҡын һыу менән сылатырға, нишатыр спирты еҫкәтергә, тиҙ генә табипты саҡырырға кәрәк.

Ағыуланһаң. Аҙыҡ аша ағыуланһаң, ҡоҫорға тырышырға кәрәк. Бының өсөн тамаҡҡа ике бармаҡты тығып уҡшырға. Бынан һуң активлаштырыл­ған күмер бирәләр. Оҙаҡҡа һуҙмайынса табип саҡырырға кәрәк. Бәшмәк менән ағыуланғанда ла ошо тәртиптә эш итәләр. Ауырыуға бер-ике йотом тоҙло һыу эсерәләр. Ҡәһүә йәки һөт эсергә мөмкин.

Бөйөр ауыртһа. Ауыртыу бөйөрҙәге таш бәүел юлына табан хәрәкәт иткәндә башлана. Ғәҙәттә, ауыртыу бил тирәһендә тота. Артабан бәүел юлдарына һәм бәүел ҡыуығына тарала. Ҡайһы бер осраҡта бәүелдә ҡан була. Ауырыуҙы, бөйөр тирәһенә грелка ҡуйып, йылы урынға һалырға кәрәк. Анальгин бирергә мөмкин. Өйәнәк ваҡытында компот, һут, сәй бирәләр.

Үт ҡыуығында таш булһа.
Үт ҡыуығында ауыртыу­ға таштың ҡуҙғалыуы, үт юлдарының ҡыҫылыуы сәбәпсе булыуы мөмкин. Уң яҡ ҡабырға аҫты ҡапыл ғына ауырта башлай. Ул тотош билгә, арҡаға, янбашҡа һәм муйынға тарала. Ауырыу ҡоҫа. Өйәнәк бигерәк тә майлы ризыҡ, йомортҡа, майлы ит, кәбеҫтә ашағандан килеп сыға. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн сирлегә но-шпа, дротаверин, папаверин бирергә мөмкин.

Бешкәндә. Ҡайнар һыу, һөт, май, аш, химик шыйыҡсалар менән бешкәндә йәрәхәтләнеүсенең кейемен әкрен генә систерәләр. Бешкән урынға ҡул менән ҡағылырға ярамай, инфекция инеүе мөмкин. Химик матдәләр менән бешкән ваҡытта тиҙ генә һыу менән йыуалар. Ауырыу ныҡ һыҙлан­ғанда анальгин бирергә.

Аяҡ-ҡулдар арығанда, көҙән йыйырғанда, шешенгәндә.
Контраст ванна яҡшы һөҙөмтә бирә. Аяҡ-ҡулдарҙы бер-ике минутҡа эҫе һыуға, унан 15 – 20 минутҡа һалҡын һыуға тығалар. Процедура биш-алты тапҡыр ҡабатлана.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…