RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

11.05.2012 Әсәйем десантсы булған

Әсәйемде белмәһәм дә, ул һәр саҡ күҙ алдына килеп баҫа. Уны фоторәсеменән генә беләм.
Ул – Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Буранғолова, 1924 йылда Ғафури районының ҡауарҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте та­мам­лағас, Өфөгә уҡырға килә. Про­фес­сор Ж. Кейек­баевтың тәҡдиме буйынса сит телдәр институтына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына уҡытырға ебәрәләр. Унда кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тормош иптәше һуғышҡа алына. Ләкин уға фронтҡа инергә насип булмай. Улар барған поезды немецтар бомбаға тота.
1942 йыл. Әсәйем үҙ теләге буйынса Бөрйән районының хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа оҙатыла. Десантсылар төркөмөнә эләгә, Севастополь ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
Десантсылар төркөмөнә немецтар тылына осоп инергә бойороҡ бирелә. Улар бөтәһен дә уңышлы үтәп, беҙҙең яҡҡа рация аша хәбәр ебәрә. (Әсәйем немец телен бик яҡшы белгән була һәм ул һуғышҡа тәржемәсе итеп тә алына). Симферополь аша осҡан саҡта фашистар, һиҙеп ҡалып, самолеттарына ут аса. Әсәйем парашют менән һикереп ҡотолоп ҡала һәм ҡамышлыҡтар араһына килеп төшә. Парашютын ысҡындырған ваҡытта күҙе йәрәхәтләнә. Рациянан үҙҙәре тураһында хәбәр итә. Уны табып, Мәскәүгә госпиталгә оҙаталар. Арыуланғас, отпуск бирәләр, һәм ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылына ҡайтып төшә. Унда уның бер туған апаһы – 40 йылға яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыу­сы Гөлсөм Мансурова (Буранғолова) йәшәгән була.
Отпускыһы бөтөп, әсәйем һуғышҡа ҡабат барырға теләһә лә, уҡытыусыларҙы ҡабат һуғышҡа алмаҫҡа тигән бойороҡ сыға. Ул ҡабаттан Бөрйән районына уҡытырға китә. Унда беҙҙең атайҙы осрата һәм уға тормош­ҡа сыға. Ләкин, һуғышта алған яраларынан мандый алмай, миңә – 6 ай, апайыма 5 йәш булғанда әсәйем яҡты донъянан китеп бара. Мине уның бер туған апаһы – Гөлсөм Мансурова тәрбиәгә ала. Уның үҙенең бер улы, бер ҡыҙы була. Олатайым Әхмәт Мансуров парторг һәм колхоз рәйесе булып эшләй, һуғышҡа алына һәм батыр­ҙарса һәләк була. Украинаның Греченск ауылында ерләнгән. Уҡыусылар уның ҡәберен тәрбиәләп, сәскәләр үҫтерә. Сәйетбаба ауылында мемориаль таҡтаташта 500-ләп ир-егет араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан әсәйемдең генә исем-фамилияһы тороуы ла беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, журналист, яҙыусы Айҙар ағай Буран­ғолов та (мәрхүм) япон милитаристарына ҡаршы һуғыша. Әйткәндәй, әсәйемдең бер туған ағаһы – Камил Буранғолов та уҡытыусы була, Ишембай районының Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. Һуғыш башланғас, яуға китә, әйләнеп ҡайтырға насип булмай.
Хәҙер инде мин үҙем өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәрем үҫә. Мине ҡарап аяҡҡа баҫтырған инәйемдең дә яҡты донъя­нан китеүенә ун йыл тулды. Аҙаҡҡы көндәрендә һәм йылдарында ул миндә йәшәне.

Гөлгөнә МЫСЫРҒӘЛИНА.

Ғафури районы,
Һабай ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»