RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 Бында изгелеккә урын бар

Башҡортостаныбыҙҙың бер төбәгендә йәш ғаилә автомобилдә йәшәгән. Эйе, эйе. Йәш ярымлыҡ бәләкәс, атаһы һәм әсәһе, түләмәгән өсөн йорттарынан ҡыуылғас, ҡайҙа барырға белмәй, машинала урынлашҡан. Әйтәһе лә түгел, ғаилә башлығы араҡы менән күптән “айы­рылмаҫ” дуҫҡа әйләнгән. Егерме алты йәшлек әсә кеше икенсегә йөклө була. Кеше яҙмышына битараф булмаған күршеләре ыҙаланып йәшәгән ғаилә тураһында дәүләт органдарына хәбәр итә.

Шулай итеп, йөклө Ралина “Ғаилә” үҙәгенә юлыға. Йәш ҡатын үҙенең, тәпәй баҫҡан балаһының киләсәген, һаулығы тураһында түгел, ә ҡасып ҡалған ирен ҡайғырта. “Ҡайтам, эҙләйем, табам, харап була бит”, – тип борсола ул. Үҙәк белгестәре уға тәүге медицина ярҙамы алырға булышлыҡ итә. Бәпәй табырға ваҡыты яҡынлашҡас, табиптар ҡатынды дауаханала ҡалдыра. Ошо арала үҙәк хеҙмәткәрҙәре “эҙһеҙ” юғалған ирҙе табып, райондағы наркология бүлегенә урынлаштыра. Йәш ярымлыҡ улдары бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән дәүләт учреждениеһына оҙатыла.

Бөгөн һүҙ – Өфө ҡалаһындағы “Ғаилә” ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлеге тураһында. Был ойошмаға мөрәжәғәт иткән кеше ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Йәшәү шарттары нисек? Ярҙам кемдәргә йүнәлтелгән һәм ниндәй? Бөгөн ҡыҫҡаса ғына ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышырмын.

Әле бәйән иткән ғаилә менән үҙәк белгестәре теп-теүәл бер аҙна эшләй: бер ниндәй ҙә документы, кейергә кейеме лә булмаған ғаилә ағзаларын күрмәлекле хәлгә килтерә улар. Шулай ҙа борсолоуҙары һис кәмемәй: Ралина менән Даян артабан нисек йәшәр, ҡайҙа барыр? Асыҡланыуынса, туғандарына улар бөтөнләй кәрәк түгел. Был юҫыҡта ла үҙәктә социаль оҙатыу ҡаралған: атай кешегә Өфө янындағы районда эш тәҡдим итергә ризалар, йәшәргә йорт та булыр, тип вәғәҙәләгәндәр.

Ирҙәренән йәберһетелеп, туҡмалып, ҡасып килгән ҡатындар ҙа аҙ түгел. Улар бүлектә ике ай йәшәй ала. Ошо арала психологтар, социаль белгестәр ҡатын һәм балалар менән тығыҙ эшләй. Күңелдәре төшөп, арманһыҙ булып үҙ йәнен ҡотҡарып, балаларын алып ҡасҡан ҡатындарҙың тормошҡа, йәшәйешкә ҡараштары ҡырҡа үҙгәреп сығып китеүе бүлек хеҙмәтсәндәрен үтә лә шатландыра. Йәш сикләүе юҡ бында: яңы йәшәй башлап, тормошта юғалып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыш, улы йәки ҡыҙынан бәрелеп-һуғылып йәшәгән әбекәйҙәр ҙә йыш “ҡунаҡ”. Хатта бер нисә тапҡыр килгәндәр ҙә бар. Мөрәжәғәт иткән һәр бер кешегә бында эшләгән эскерһеҙ кешеләрҙең йөрәк йылыһы, күңел киңлеге етә.

Психолог, медик, социаль белгестәр – бындағы бөтә хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙға ярҙам итергә әҙер. Әсәйҙәрҙе өс, балаларҙы алты тапҡыр ашатыу ҡаралған. Хеҙмәтләндереү бөтә республика ҡатындарына йүнәлтелгән, йәш сикләүҙәре юҡ. Үҙәктең өс йыл эшләү дәүерендә 112 әсәй, 148 балаға ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн унда егерме койка-урын ҡаралған, һәм, әйтергә кәрәк, улар буш тормай. Ҡыуаныс, әлбиттә, әммә йыл һайын ғаиләһендә йәберләүгә дусар булған ҡатындарҙың артыуы уйландырмай ҡалмай. Үҙәктә ай һайын ҡатын-ҡыҙҙар ултырышы үткәрелә. Маҡсаты – алдараҡ бүлектән сыҡҡан тәжрибәле ҡатындарға яңы килгәндәр яҙмыштарын бәйән итә. Уртаҡ һыҙланыу һәм күңел кисерештәре, урындағы профессиональ ярҙам, киләсәккә өмөт – уларҙың һөйләшер һүҙҙәре күп. Күптәрҙең бында таяныс, терәк кенә түгел, ә киләсәктә аралашыр дуҫтар, әхирәттәр табыуы тураһында әйтеү ҙә артыҡтыр, шулай бит.

Кеше яҙмышына битараф булмаған профессионалдар, үҙ эшенә мөкиббән бирелеп эшләгәндәр генә башҡаларға эскерһеҙ ярҙам итә ала икән, тигән ышаныс менән сыҡтым был үҙәктән. Шулай ҙа, хөрмәтле гәзит уҡыусыларым, теләгегеҙ булһа, һеҙ ҙә ярҙам ҡулығыҙҙы һуҙа алаһығыҙ: бүлеккә һәр ваҡыт гигиена кәрәк-яраҡтары, памперс, халат, пижама, өйҙә кейә торған тәпешкәләр, теш щеткалары һәм пасталар, шампунь, кер йыуыу порошоктары талап ителә. Бүлектең мөдире Венера Радик ҡыҙы Ғафарованың телефон номерҙары миндә бар, кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ. Интернет селтәрендә “Ҡатын-ҡыҙға ярҙам” тип йыйһағыҙ, шундуҡ уларҙың адресы һәм телефон һандары күренә.

Тормош юлдары үтә ҡатмарлы, ҡурҡыныс, хатта ғүмер өсөн хәүефле була бушлаһа, бирешмәгеҙ! Оялмағыҙ! Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә көс табығыҙ, яҙығыҙ, килегеҙ. Ә бында һеҙгә юғары квалификациялы белгестәр ихлас ярҙам итер.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур

«Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?

22.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Ауыр көндәр»ҙе нисек үткәрергә?


Панарицийҙан бармы панацея?

20.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Панарицийҙан бармы панацея?


Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Быуын сәскә (цикорий)

18.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуын сәскә (цикорий)


Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

Тик ултырыуҙың муйынға зыяны

16.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тик ултырыуҙың муйынға зыяны


Аналыҡ төшөүе

14.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аналыҡ төшөүе


Киләсәк тураһында  борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Боланут (иван-чай, кипрей)

11.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Боланут (иван-чай, кипрей)


Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

Бал ҡорто саҡһа…

08.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал ҡорто саҡһа…