RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 “Сәнскәкле рауза”

йәки Ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта беҙгә “сәнскәктәребеҙ” ярҙам итә?

Матур бер баҡсала йәш кенә рауза үҫкән. Уның алһыу бөрөһө яңы ғына асыла башлаған, йомшаҡ һәм нескә таждары әкрен иҫкән елгә лә ҡалтыранған. Нәҙек, ә шулай ҙа көслө һабаҡтарында, йәйҙең һәр бер иртәһенә ҡыуанышып, үҙ-ара шыбырлашып, йәм-йәшел япраҡтары үҫкән.

Башҡа сәскәләрҙән йәш рауза сәнскәктәре бөтөнләй булмауы менән айырылған. Тик был хәл һылыу сәскәне бер ҙә генә борсомаған, сөнки башҡаларға ошо энәләрҙең ни тиклем ҡамасаулағанын күргән. Уларға хайуандар яҡынлай алмаған, һабаҡтары буйлап бөжәктәр йөрөмәгән, кешеләр ҙә был гөлдәргә һаҡланып ҡына килгән, хатта тәмле, хуш еҫтәрен дә татып ҡарамай алыҫлашҡандар. “Фиии, күңелһеҙ йәшәй был сәскәләр, – тип уйлаған беҙҙең раузабыҙ , – бер ҙә минең һымаҡ түгел. Ә мин... Мине һәр ваҡыт күбәләктәр һәм иңкештәр урата, һабаҡтарымда дуҫ ҡуңыҙҙарым, бәләкәс кенә бөжәктәрем йөрөй, кешеләр миңә бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ бармаҡтары менән ҡағыла, аңҡыған хуш еҫемдән ләззәтләнә. Танышым үрмәгөл теләгән ваҡытында мине һыйпай, ҡосаҡлай, һырыла ала. Мин һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, шуға күңелһеҙләнергә бөтөнләй ваҡытым юҡ!”

Раузабыҙ шулай уйлаған. Ваҡыт үтә биргән.... Бер көн ул иртә менән уянып, үҙенең нәҙекәй япраҡтарын юғарыға, ҡояшҡа һуҙа... Һәм ҡояш нурҙарына иркәләнә алмай. Киреһенсә, эргәлә һы­уыҡ һәм ҡараңғы. Гөл аптыраулы ҡара­шын тирә-яҡҡа йүнәлтә. Ни күрә? Зәңгәр күктә ҡояш шулай уҡ балҡый, әммә уның йылы нурҙары башҡа сәскәләрҙең ҡуйы япраҡтары аша үтеп инә алмай! Янындағы алһыу ҡыуаҡлыҡтар – уның сәнскәкле әхирәттәре. Улар ҙурайған, сәскәләре тулышып асылған, үҙҙәренең матурлығы күҙҙең яуын алырлыҡ! Һәм сәскәләрҙән шундай тәмле, хуш еҫ аңҡый... Уларҙың һылыулығына Раузабыҙ шаҡ ҡатты. Ипләп кенә ҡарашын үҙенә йүнәлтте ... Ни күрә? Ҙур булмаған изгелекле Раузаға ауыр үрмәгөл уралып йәбешкән, уға көсө етмәгәс, сәскә һығылып төшкән; һабаҡтарын ҡуңыҙҙар тешләп, зарарлап бөткән; кешеләр гел генә ҡулдары менән тотоп ҡарағанғалыр инде, алһыу сәскәһе бәләкәй генә, таждары тишкеләнгән, хәлһеҙләнгән... “Бәй... Ни булған миңә, ни өсөн мин әхирәттәремдән ныҡ айырылам ул?” – тип Рауза илап ебәргән. Ошо мәлдә ул үрмәгөлдө күтәреп тороуҙың ни тиклем дә ауыр икәнен, тешләнеп, яраланып бөткән һабағының үҙәккә үтеп һыҙлауын аңлай. Сәскәһенән иртәнге ысыҡ – күҙ йәштәре, тамсы-тамсы булып, ергә түгелгән, тишелгән япраҡтарын яҡты ҡояш нурында ҡойондорғоһо, йылы елдә иркәләгеһе, уларға үҙенең хуш еҫен бүләк иткеһе, башҡа әхирәттәре һымаҡ көслө һәм матур булғыһы килә ине уның....

Раузаның хәсрәтле йөҙөн күргән Һағыҙаҡ: “Ни булды һиңә, матурым?” – тигән. Сәскә, башына төшкән зарын аңлатып: “Янымдағы әхирәттәрем кеүек булғым килә. Уларҙан минең ҡайһы ерем кәм һуң?” – тип һыҡтауын дауам иткән. “Һин кәм түгел, һин – башҡа. Әхи­рәттәреңә иғтибар итсе, улар бөжәк­тәрҙән, ҡуңыҙҙарҙан, бәйләнсек үр­мәгөлдәрҙән нисек һаҡлана? Ни өсөн кешеләр ҡулдары менән ҡағылмайынса ла уларҙың матурлығынан, хуш еҫенән ләззәт таба?” Һағыҙаҡтың әйткәненән уйға ҡалған Рауза әхирәттәренә күҙ йүгертте. Ысынлап та, ҡуңыҙ дуҫтары, бөжәктәр уларға бик яҡынлап бармай, үрмәгөл дә ситләп кенә уҙа... Ә кешеләр уларҙы бик һаҡсыл итеп кенә еҫкәй, ҡағылырға тырышмай икән дәбаһа! “Аңланым! Сәнскәк! Сәнскәктәр һаҡлай бит әхирәттәремде! Тик... Миңә нимә эшләргә? Минең бит энәләрем юҡ...” – тип һораған ул аҡыллы Һағыҙаҡтан. “Эйе, һин донъяға бөтөнләй ҙә сәнскәктәрһеҙ килгәнһең шул. Әммә уларҙы үҫтереп була. Бының өсөн ҙур теләк һәм тырышлыҡ кәрәк! Һин көн һайын берәр сәнскәк үҫтерергә тырыш. Ул ваҡытта киләсәгең үҙгәрәсәк, бына күрерһең,– тип безелдәгән Һағыҙаҡ. – Иң мөһиме – сәнскәктәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү. Бына минең дә ҡаяуым бар, тик ул ҡорал миңә ҡасан кәрәк? Эйе, ҡурҡыныс янағанда, йәғни һаҡланыу өсөн кәрәк ул миңә. Онотма, тик һаҡланыу өсөн!”

Һағыҙаҡ осоп киткән, ишеткәндәре раузаны уйландырған. Ул Ер-әсәнән көс һорап, һабағына тик бер генә сәнскәк булһа ла сығыуын ныҡ теләп, күҙҙәрен йомған. Иртәнсәк рауза үҙендә күргән үҙгәрештәргә ихлас ҡыуанды – һабаҡтарындағы бәләкәй генә сәнскәк­тәр уға көс, киләсәккә ышаныс өҫтә­гәндәй булды. Тәүҙә бәләкәй генә булған сәнскәктәр, көндән-көн көс йыйып, ҙурая барҙы. Рауза башта үҙенән ҡуңыҙҙарҙың, бөжәктәрҙең төшөүен абайланы. Үрмәгөл дә ипләп-ипләп кенә ситкә шылды. Рауза, ниһайәт, турайып баҫты, яңы көс менән ҡояшҡа ынтылды! Сәскәһе алланып, күҙҙең яуын алып балҡыны. Йәм-йәшел япраҡтарын елдәр наҙлап иркәләне... Гөлдөң хуш еҫе күбәләктәрҙе, нә­ҙекәйбилдәрҙе ылыҡтырҙы....Улар сәс­кәгә үҙҙәренең сәйәхәттәре тура­һында һөйләне, шаярып көлдө. Әхирәттәре менән тиңләшкәс, бер-береһенә һоҡ­ланышып, яратышып күҙ ҡыҫыштылар. Аҡыллы Һағыҙаҡ йыш ҡунаҡҡа әйләнде, раузаға ҡунып, ысыҡ эсер булды. Бөтә ҡыуаҡлыҡ араһынан ут һымаҡ янып, алланып күҙгә ташланған рауза кешеләрҙе ныҡ һоҡландырҙы, уны йолҡоп алыу теләге шаштырҙы.. Әммә һабаҡтағы сәнскәктәрҙән ҡурҡыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһона буйһоноу һөйөүҙәрен ситтән, һүҙ, ҡараш менән генә белдерергә мәжбүр итте. Ә Рауза...Ул үҙенең йәшәйеше үҙгәреүенә сикһеҙ шат. Хәҙер ул көслө. Янында – үҙе кеүек дуҫтары. Тәжрибә тупланы ул – хәүеф янай ҡалһа, сәнскәктәрен сығарырға тормош өйрәтте. Үҙеңде яҡлау һәм һаҡлау мөһим бит, дуҫтарым. Килешәһегеҙме?




Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур