RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

14.08.2019 Аналыҡ төшөүе

Үҙгәрештәр башы


Аналыҡ һәм инәлек еңсәһе ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы “аҫыл­малы конструкция”ны сағылдыра. Улар янбаш һөйәктәренә һәм һигеҙгүҙгә алып барған тарамыштар тарафынан тотола. Бынан тыш, аналыҡты аҫтан мускулдар, һеңер­ҙәр һәм бот араһы тарамыштары ла тота. Ошо бәйләүестәр аппараты бушаһа, ул яйлап аҫҡа төшә. Аналыҡ төшкән ыңғайы йыш ҡына бәүел ҡыуығын да аҫҡа тарта. Бәүел ҡыуығы түмһәкәй һөйәге менән аналыҡ араһында ҡыҫылып ҡала. Был үҙ сиратында ҡыуыҡты ябып торған мускул-сфинктер­ҙарҙың эшмәкәрлеге боҙолоуына килтерә. Ауыр әйбер күтәргәндә ҡорһаҡ ҡыуышлығында баҫым күтәрелеп, аҫҡа төшкән бәүел ҡыуығынан бәүел үҙенән-үҙе ҡыҫырылып сыға.
Тәүҙә ҡатын-ҡыҙ был үҙгәреш­тәрҙе тоймай. Сөскөргәндә һәм йүткергәндә саҡ ҡына бәүел бүленә. Быға иғтибар итмәй, үҙе үтер әле, тип йөрөгән саҡта, тора-бара һейҙек хатта ултырғыстан торғанда ла, шәберәк атлағанда ла бүленә башлай.

Ғәҙәттә, енси органдарҙың аҫҡа төшөүе климакстан һуң беленә, шунлыҡтан күптәр быны, олоғайыу билдәһе, ҡартлыҡ бәләһе, тип кенә ҡарай, дауа­ланырға ашыҡмай. Был – хата ҡараш. Проблеманы баш­ланған сағында уҡ хәл итеп, аҙырға ирек бирмәҫкә кәрәк.


Профилактик саралар


35 йәшкә тиклем. Бала тапҡандан һуң һәр ҡатындың тиерлек янбаш төбөнөң тарамыштары һәм мускулдары үтә тартылып бөтә. Аналыҡ төшөүенә юл ҡуймаҫ өсөн, бала тапҡандан һуң ҡатынға бер нисә ай бөтөнләй ауыр әйбер күтәреү тыйыла. Был ваҡытта янбаш мускулдарын йышыраҡ көсөргәндереү кәрәк. Форсат булғанда, велосипедта йөрөү, брасс менән йөҙөү, баҫҡыс буйлап йөрөү файҙалы.
Аналыҡ төшөүҙең башланғыс мәлендә ябай гимнастика ярҙам итә. Күнекмәләрҙе эштә лә, телевизор ҡарағанда ла, транспортта ла яһарға мөмкин. Йышыраҡ эшләгән һайын яҡшыраҡ.

- Беренсе күнекмә. Тубыҡтарҙы бер-береһенә ныҡ итеп ҡыҫып, янбаштарҙың көсөргәнешен то­йор­ға. Унға тиклем һанағас, көсөр­гәнеште туҡтатырға. Ун тапҡыр ҡабатларға.

- Икенсе күнекмә. Бот араһы өҫкә күтәрелгәнсе янбаш мускулдарын ныҡ итеп ҡыҫырға, шул ки­леш бер нисә секундҡа ҡатырға, шунан мускулдарҙы көсһөҙлән­де­рергә. Егерме тапҡыр ҡабатларға.

- Өсөнсө күнекмә. “Велосипед” – арҡала ятҡан килеш “пе­далдәр”ҙе биш минуттай әйлән­дереп алығыҙ. Эстең мускулдары түгел, ә янбаш мускулдары эшләргә тейеш.

35 йәштән һуң. Был ваҡытта аналыҡтың төшөүенә, ғәҙәттә, эс ҡатыу сәбәпсе була. Эс ҡатмаһын өсөн рационға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Ҡамыр аҙыҡтарын кәме­тергә, күберәк йәшелсә, инжир, ҡара емеш ашарға.
Проблема тәбиғи рәүештә хәл ителмәһә, көсәнеп, геморройға, артҡы тишек ярылыуына, енси органдарҙың төшөүенә юл ҡуймаҫ өсөн клизма яһау отошлораҡ.

45 йәштән һуң. Гормондар әү­ҙем­легенең кәмеүе инәлек еңсә­һенең һәм тарамыштар аппара­тының ныҡлығына, һығылмалы­лығына йоғонто яһамай ҡалмай. Ләкин климакс аналыҡтың төшөүенә сәбәпсе түгел, ә ни бары һуңғы тамсы ғына. Ошо осорҙа аналыҡ төшөү проблемаһы етди борсоһа, туҡымалар әлегә үҙенең һығылмалылығын һаҡлаған мәлдә операция яһап ҡалыу кәрәк. Ниндәй операция талап ителгәнен, пациентты ентекле тикшергәндән һуң, гинеколог менән уролог бергә хәл итә.

Дауалау ысулдары


Үҙенән-үҙе бәүел бүленгәндә, нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, мотлаҡ гинекологҡа күренергә, процесты туҡтатырға кәрәк. Аналыҡ төшөү фонында цистит, пиелонефрит һымаҡ сирҙәрҙең дә башланыуы ихтимал.

Традицион операция


Аналыҡ ныҡ төшкән саҡта, башҡаса юл менән уны рәтләп булмаған осраҡта ҡулланыла.

Ыңғай яҡтары: операция проблеманы тулыһынса хәл итә, һәм ҡатын-ҡыҙ унан һуң ауыр әйберҙәр күтәреп йөрөмәһә, аналыҡ башҡаса төшөп ҡаңғыртмай.

Кире яҡтары: дөйөм наркоз; 10 – 14 көн дауаханала ятыу; операциянан һуң 2 – 3 аҙна ултырыу тыйыла (баҫып торорға һәм ятырға ғына рөхсәт); йөйҙәр ҡала.

Лапароскопик операция + пластика


Операция ҡорһаҡ ҡыуышлығын саҡ ҡына ҡырҡып, лапароскопик инструмент менән яһала, проблемалы урындарҙы нығытыу өсөн пластик сетка тегелә.

Ыңғай яҡтары: операцияны яһау өсөн эсте арҡырыһына-буйына ҡыр­ҡып тороу талап ителмәй (ҡайһы ваҡыт инструментты хатта инәлек еңсәһе аша ла индереп яһайҙар); урындағы наркоз ғына ҡулланыуҙары мөмкин; операциянан һуң кеше тиҙ һауыға, дауаханала 2 – 3 көн генә ята; шулай ҙа ауыр әйберҙе 1,5 – 2 ай күтәрергә ярамай.

Кире яҡтары: был операция барыһына ла килешмәй; аналыҡ ныҡ төшкәндә ярҙам итмәй; һаҡланыу режимын боҙғанда, аналыҡ ҡабаттан төшә.

ТVT- элмәк


Инәлек еңсәһе аша махсус плас­тик элмәк ҡуйыла, ул аналыҡты һәм инәлек еңсәһен тейешле урында тота.

Ыңғай яҡтары: был ысул ауыртыуһыҙ тиерлек, тән бөтөнләй ҡырҡылмай; кеше бер аҙнала һауыға.

Кире яҡтары: аналыҡ саҡ ҡына төшкәндә ҡулланыла; һөҙөмтә хирургтың оҫталығына ныҡ бәйле – әгәр элмәкте дөрөҫ ҡуя алмаһа, бәүел тотмауҙың көсәйеүе лә бар.

Аналыҡты алдырыу


Әгәр ҡатын климакста булып, башҡаса бала табырға ниәте һәм теләге булмаһа, уға аналыҡты алдырып, йомортҡалыҡтарҙы һәм аналыҡ муйынсаһын ҡалдырыуҙы тәҡдим итәләр. Был осраҡта гормондар үҙгәреше күҙәтелмәй, хатта күремгә оҡшаған бүлен­дек­тәр ҙә килә, ә проблема тулыһынса хәл ителә. Кире һәм ыңғай яҡтары традицион операциянан һуң кеүек тиерлек.

Коллагенды имплантациялау


Бәүел ҡыуығын тотоп торған тарамыш-һеңерҙәргә тоташтырғыс туҡыманы барлыҡҡа килтергән аҡһым индереп, нығыталар.
Ыңғай яҡтары: был ысул “бысаҡһыҙ” үтә, дауаханала ятыу кәрәкмәй.

Кире яҡтары: аллергия булыуы ихтимал; аналыҡ төшөү сәбәпле әле етди үҙгәрештәр кисермәгән йәш ҡатындарға ғына эшләйҙәр; 30 проценты һөҙөмтәһеҙ була; башлыса Көнбайышта ғына яһайҙар.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Панарицийҙан бармы панацея?

20.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Панарицийҙан бармы панацея?


Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Быуын сәскә (цикорий)

18.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуын сәскә (цикорий)


Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

Тик ултырыуҙың муйынға зыяны

16.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тик ултырыуҙың муйынға зыяны


Киләсәк тураһында  борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Боланут (иван-чай, кипрей)

11.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Боланут (иван-чай, кипрей)


Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

Бал ҡорто саҡһа…

08.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал ҡорто саҡһа…


Йәйҙең көтөлмәгән бәләләренән ярҙамға

Организмды таҙартыу өсөн диета

27.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Организмды таҙартыу өсөн диета


Метеоризмдан нисек ҡотолорға?

25.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Метеоризмдан нисек ҡотолорға?