RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Метеоризмдан нисек ҡотолорға?

25.07.2019 Метеоризмдан нисек ҡотолорға?

Мине метеоризм йонсота. Укроп ярҙам итә тигәс, көнө буйы сәйнәп тә йөрөйөм, әммә файҙаһы юҡ. Нимә эшләргә, ниндәй табипҡа мөрәжәғәт итергә? Кәңәш бирһәгеҙ ине.
Гөлнара.

Сәләмәт эсәктәрҙә 200 – 300 см3 газ йыйыла. Ул эсәктәрҙе тонуста тотоу өсөн кәрәк. Әгәр ҙә күләме 10000 куб. сан­тиметрҙан артып китә икән, эс ҡабара.

Метеоризм – күп кенә ауы­рыуҙың (панкреатит, хроник ко­лит, дисбактериоз, невроз һ.б.) билдәһе булып тора. Нигеҙҙә, газ углеводтар әсеүҙән барлыҡ­ҡа килә. Сәләмәт эсәктәрҙә углеводтар аҙыҡ һуты йоғонто­һонда бәләкәй компоненттарға тарҡала һәм һеңә. Ә инде углеводҡа бай аҙыҡты күберәк ашағанда, уларҙың тулыһынса үҙләштерелеп бөтмәүе бар. Бына шул үҙләштерелмәгән углеводтар әсей башлай һәм күп итеп газ бүленеп сыға. Ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыу­ҙарынан да шундай уҡ хәл күҙәтелә. Сөнки был ауырыу­ҙарҙан ашҡаҙандың аш эшкәр­теү һәләте кәмей. Углеводтар икмәктә, ҡамыр аштарында, йәшелсә-емештә, шә­кәр­ҙә, яр­маларҙа һәм шыйыҡ һөт аҙыҡ­тарында күп. Әммә был аҙыҡтарҙан тулыһынса баш тартырға ярамай, тик уларҙы бер аҙ сикләргә генә кәрәк. Улар туҡланыу рационының 50 – 60 процентын ғына тәшкил итергә тейеш.

Ашағанда ҡабаланмаҫҡа, яйлап ҡына сәйнәргә. Күптәр шәп-шәп ашап, аҙыҡ менән бергә күп итеп һауа ла йотоп ебәрә. Был да үҙ сиратында метеоризмға килтерә.

Метеоризм ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарына бәйле булғанлыҡтан, гастроэнтеролог­ҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Эс ҡабарыуын бер аҙ баҫыу өсөн ашаған ваҡытта мезим, панкреатин, фестал, креон кеүек ферменттар эсергә мөмкин. Ҡасан, күпме эсергә, әлбиттә, быны табип кәңәш итергә тейеш.

Шулай уҡ фитотерапияның да бер аҙ файҙаһы тейеүе бар.
- Бер ҡалаҡ ромашка сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда 2-шәр ҡалаҡ эсергә.
- 2 ҡалаҡ бөтнөк япрағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һөҙөп, көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.
- 4 өлөш миләш емеше, 3 өлөш бөтнөк япрағы, 3 өлөш укроп орлоғо һәм 2 өлөш бесәй үләнен бергә бутарға. Бер ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Панарицийҙан бармы панацея?

20.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Панарицийҙан бармы панацея?


Ни өсөн сәтләүекте һыуҙа ебетергә кәрәк?

Быуын сәскә (цикорий)

18.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Быуын сәскә (цикорий)


Күрем тураһында “уңайһыҙ” һорауҙар һәм уларға яуаптар

Тик ултырыуҙың муйынға зыяны

16.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тик ултырыуҙың муйынға зыяны


Аналыҡ төшөүе

14.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аналыҡ төшөүе


Киләсәк тураһында  борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Боланут (иван-чай, кипрей)

11.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Боланут (иван-чай, кипрей)


Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

Бал ҡорто саҡһа…

08.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал ҡорто саҡһа…


Йәйҙең көтөлмәгән бәләләренән ярҙамға

Организмды таҙартыу өсөн диета

27.07.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Организмды таҙартыу өсөн диета