RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

11.05.2019 Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Кинәт кенә башығыҙ ауыртып китеп, түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, тиҙ генә тоҙ иретмәһе әҙерләгеҙ. Был ябай ғына ысул тиҙ арала баш ауыртыуын баҫып, оҙаҡ ваҡытҡа уның нимә икәнен дә онотоп торорға ярҙам итер.

Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Иң тәүҙә марляны 8 ҡат итеп бөкләп, башты уратып алмалы итеп бәйләмес (повязка) әҙерләргә. Шунан 250 мл һыуҙы 40 – 60 градусҡа тиклем йылытырға һәм шунда 2 балғалаҡ тоҙ һалып иретергә. Һөҙөмтәлә 8 процентлы тоҙ иретмәһе барлыҡҡа килә. Йылы һыу менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне йыуып, бәйләместе тоҙ иретмәһенә манып, еңелсә һығырға һәм әҙерәк һыуынһын өсөн һелккеләп алғандан һуң, маңлай, ҡолаҡтар һәм елкә аша башты уратып бәйләргә. Компресс ныҡ торһон өсөн уны кизе-мамыҡ яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйырға кәрәк. Шунан бер аҙ ятып та торорға мөмкин. Бер нисә минуттан баш ауыртыуы баҫылып, еңеллек һиҙерһегеҙ, әммә яулыҡты сисергә ашыҡмағыҙ. Ә инде ауыртыу ныҡлап үтеп, бәйләместе сискәндән һуң башығыҙҙы йылы һыу менән йыуығыҙ.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бер көнлөк энергия биреүсе күнегеүҙәр

Иртәнге аш нимәгә кәрәк?

24.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртәнге аш нимәгә кәрәк?


Активлаштырылған күмер тирегә лә файҙалы

Шәкәр диабетын дауалауҙа –  дарыу үләндәре

Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

Тормошта кәрәк терәк

20.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тормошта кәрәк терәк


Ҡояш сәскәһе бәпембә

19.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡояш сәскәһе бәпембә


Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?

15.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?


Психолог –  күңел табибы

14.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Психолог – күңел табибы


Ябығыу бала табыуға  ҡамасауламаймы?

Күңеле тулы – игелек

10.05.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңеле тулы – игелек


Көс-хәл өҫтәүсе  шифалы эсемлектәр