RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 Әйтер һүҙем бар…

Ни өсөн беҙгә һәр ваҡыт балаларыбыҙ менән генә булыуҙың бик ауыр икәне тураһында уйлағанығыҙ бармы? Ни өсөн беҙҙе, әсәйҙәрҙе, һәр ваҡыт ситкә «тарта»? Ни өсөн йәмғиәткә сығыр өсөн беҙ һөйөклө, ҡәҙерле һәм ғәзиз балаларыбыҙҙы кемдәрҙеңдер ҡулына, бөтөнләй таныш түгел кешеләргә тапшырып китәбеҙ? Ни өсөн беҙ әҙәпле һәм сәләмәт тормош алып барыу урынына, ләстит һатыуҙы, эште өҫтөнөрәк ҡуябыҙ икән? Ни өсөн беҙ – ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләбеҙҙе бағыуҙы, уға иғтибар һәм ваҡыт бүлеүҙе иң һуңғы планға ҡуябыҙ? Һәм дә ни өсөн тик үҙебеҙҙең шәхсән киләсәкте балаларыбыҙҙың киләсәгенән өҫтөн тип уйлайбыҙ?

Көн һайын иртән тәмлекәстәр менән һыйлап, яҡшы һүҙҙәр менән иреңде – эшкә, ә балаларыңды мәктәпкә оҙатыу, улар ҡайтыуға матур күлдәк кейеп, көлөп-йылмайып ҡаршы алыуҙар юҡ кимәлендә. Балаларыбыҙҙың күңелендә ниҙәр ята, мәктәптә өлгәшеү нисегерәк, дуҫтар-әхирәттәре ниндәйерәк кешеләр – был турала белешеүҙе «һуңғараҡҡа» ҡалдырабыҙ. Ғаилә менән бергәләп ял итеүгә, ир менән етәкләшеп йөрөүгә, серләшеү-һөйләшеүҙәргә ваҡыт тап­майбыҙ. Ашығабыҙ. Йүгерәбеҙ. Еләбеҙ. «Төшкө ашты йылытып ашағыҙ, кисен мине көтмәгеҙ, һуң ҡайтам», – тип оҙатабыҙ. Беҙ ҙә эш кешеһе бит!

Ҡасан, ҡайһы мәлдә үҙебеҙҙең бәхетле әсәй, һөйөклө ҡатын, өлгөр хужабикә һәм яғымлы, наҙлы ҡатын-ҡыҙ икәнебеҙҙе оноттоҡ һуң? Ғаилә. Әсәлек. Әҙәп. Тоғролоҡ. Нәзәкәтлек. Ғаилә хаҡына үҙеңде ҡорбан итеү... Ысынлап та, ошо тик ҡатын-ҡыҙға ғына хас төшөнсәләр бөтөнләй ҙә юҡҡа сығып ҡуйҙымы ни?

Халыҡ мәҡәле «Ҡош ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тип төптө дөрөҫ әйткән. Үҙебеҙҙең бала саҡты иҫкә төшөрөп үтәйек әле. Арып эштән ҡайтҡан әсәйҙе тик кисен генә күрәһең, ҡайҙа инде уға һүҙ ҡушыу! Уҡыу, мәктәптәге яңылыҡтар тураһында үҙе һораһа һорар ине… Ә һинең нимәләр уйлап, ниҙәр кисереп йөрөүеңде тыңларға уның ысынлап та ваҡыты юҡ, йә бик арығанын күреп, ниҙер тип һүҙ башлауҙан үҙең үк төңөләһең… «Яҡшы уҡы, юғиһә хужабикә булып ултырырһың өйөңдә!» Һәм беҙ тырышып, уҡыныҡ, тормошта яҡшы, аҡсалы урында эшләү генә оло бәхет тип аңланыҡ. Күп ҡатын-ҡыҙ иҫ китмәле карьера эшләне, донъя малы тупланы. Ғаилә ҡороу, балалар бағыу – уҡып бөткәс, диплом алғас, бер-ике йыл эшләгәс, тип сикләтелә килде… Ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙең кем икәнде лә белмәне бит, уйлап ҡараһаң… Уларҙы шулай үҫтергәндәр, үҙ сиратында улар – беҙҙе. Ленин бабай әйткәнсә, «уҡырға, уҡырға һәм уҡырға», «кеше» булырға. Эшләргә. Үрләргә.

Ни өсөн былай килеп сыҡты һуң әле? Ни өсөн хәҙер беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы: «Уҡы, эшлә, үҙең тап та үҙең ҡап, ирҙәргә артыҡ ышанып булмай», – тип өйрәтәбеҙ? Был бит күрәләтә уларҙы яңғыҙлыҡҡа дусар итеү! Ә беҙ «оябыҙҙа ни күргәнбеҙ», һаман шуны тылҡыйбыҙ... Үҙебеҙҙең үтә лә «эш­мәкәрле бөтмөрлөгөбөҙ» менән ирҙәребеҙҙе юҡҡа сығарып барабыҙ түгелме? Халҡыбыҙ мәҡәлендә «Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын» тип тәҡрарлауы дөрөҫтөр. Етер инде, урыҫтар әйтмешләй, «үҙем – ир, үҙем – ҡатын» булып йәшәү. Ҡасан туҡтар был!

Әсәй – ҡыҙының иң тәүге тормош уҡытыусыһы. Әсәй – иң беренсе булып ҡыҙына яҡшылыҡтың-яманлыҡтың ни икәнен төшөндөрөүсе. Әсәйҙең һәр бер әйткән һүҙе ҡыҙына фатиха булып, артабан тормошҡа аша. Шуның өсөн бик мөһим, дөрөҫ һәм мәғәнәле, аҡыллы, изге һүҙҙәр менән теләйек теләү ҡыҙҙарыбыҙға. Бәлки, беҙгә ҡыҙ­ҙарыбыҙҙы ҡатын-ҡыҙ булмышы – әҙәпле һәм ипле ҡатын булыу, иреңде сикһеҙ хөрмәт итеү, уның эше уңһын өсөн ҡулдан һәм телдән килгән ярҙам күрһәтеү, уға терәк булыу, балаларыңды яратыу, уларҙың эске донъяһын күреп, артабан үҫешергә ярҙам итеү, уңған хужабикә булыу тип тәрбиәләргә кәрәктер. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Оло һынауға дусар Гөлназ

20.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Оло һынауға дусар Гөлназ


Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»

Тештәр өсөн диета

19.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тештәр өсөн диета


Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?

Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек