RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәрбиәсе ниңә йылмаймай?

25.02.2019 Тәрбиәсе ниңә йылмаймай?

Һуң ғына кейәүгә сығып, оҙаҡ дауаланғандан һуң саҡ әсәй булыу бәхетенә ирештем. Ирем менән икебеҙгә ҡыҙыбыҙ шул тиклем ауырлыҡтар аша үтеп кенә насип булды. Икебеҙ ҙә ҡырҡты ҡы­уабыҙ, эшебеҙ ҙә, йорто­боҙ ҙа, машинабыҙ ҙа бар, бер һүҙ менән әйткәндә, етеш йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, ҡыҙыбыҙҙы ауырытмай ғына өс йәшенә еткереп, баҡсаға йөрөтә башланыҡ. Ярты йылда дүрт тапҡыр ауырыны, өс көн йөрөйбөҙ – бер аҙна өйҙәбеҙ. Температураһы күтәре­леүенә, эсе китеүенә, йүткереүҙәренә нисек тә түҙәбеҙ. Бына баланың бетләп ҡайтып инеүенә ирем менән икебеҙ ҙә, ысынлап әйтәм, телһеҙ ҡалдыҡ. Ирем дәүләт хеҙмәтендә эшләй, баҡсаға тикшереү ебәртәм, тигән ерҙән саҡ туҡтаттым. Сөнки эргәлә башҡа баҡса юҡ, бынан китһәк, баланы ҡайҙа алып барырға? Шунан, уға ҡарата мөнәсәбәттәре үҙгәрер, тип ҡурҡам. Ярай, быларына ла түҙербеҙ, тип теште ҡыҫтыҡ. Тик бына баламдың баҡсаға өйрәнә алмауында тәрбиәселәрҙең дә ғәйебе юҡ түгелдер бит? Иртән дәртләнеп, йылмайып-көлөп баҡсаға килеп ингән бала, тәрбиәсеһен күрһә, иламһырай башлай. Зинһар, ҡартайып бала тапҡан да, ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырана, тимәгеҙсе.

Ысынлап та, шул тәрбиәсенең тауышы ҡот осҡос ҡалын, баланы алып килгән ата-әсәләрҙән һаулыҡ та алмай, ингән балаға бер ҙә йылмаймай ҙа хатта! Һуң, улар яғынан әҙерәк кенә иғтибар булһа, бала ла баҡсаға тиҙерәк өйрәнер ине, тип ышанамсы, педагог булмаһам да... Нишләргә икән? Башҡа баҡсаға күсерергәме? Әллә тәрбиәсенең үҙенә әйтергәме? Әллә етәксеһенә еткерергәме? Башҡа ата-әсәләр менән һөйләшеп ҡа­рарғамы икән? Аптыралған... Хәҙер үҙем дә шул ҡотһоҙ тәрбиәсенең сменаһында ҡыҙымды алып бармайым. Әйткәндәй, алмаш тәрбиәсе – башҡорт ҡатыны, ныҡ һәйбәт, балаларҙы яғымлы йылмайып, исемдәрен әйтеп ҡаршылай, ата-әсәләргә лә яҡшы мөғәмәләлә.
Индира, 39 йәш.
Өфө ҡалаһы.


Баланы баҡсаға өйрәтеү процесында өс яҡ ҡатнаша: бала, ғаилә, күбеһенсә әсәйҙәр, һәм тәрбиәсе. Адаптация осороноң өс айҙан ярты йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Бында баланың һәм ата-әсәнең психологик яҡтан бер-береһенән “айы­рылырға” әҙер булыуы ҙур роль уйнай. Тағы ла ҡабатлап әйтәм, әсәй менән бала араһында нескә бәйләнеш шул тиклем көслө, хатта бала әсәһенең тулҡынланыуын, кәйефе булмауын ныҡ һиҙә. Индира, һеҙ иң беренсе нәүбәттә иғтибарҙы үҙегеҙгә йүнәлтегеҙ әле, зинһар. Тынысланығыҙ, баҡсаға алып барыуҙы ниндәйҙер ҡот осҡос, атҡарып булмаҫлыҡ хәл тип түгел, ә киреһенсә ҡабул итә башлағыҙ. Йәғни был ситуацияның ыңғай яғын байҡағыҙ: бала баҡсала саҡта нимә менән шөғөлләнергә теләйһегеҙ, шуны атҡарығыҙ! Ихласлап, ошоға тиклем ҡулығыҙ етмәйерәк торған эштәрҙе башҡарығыҙ. Ҡыҙығыҙға эстән генә игелектәр, көнө күңелле үтеүен һәм яңы дуҫтар табыуын теләргә онотмағыҙ. Әсәйҙәрҙең башында гелән мыжғып торған “Уф, ә бәлки, ҡолағандыр, илағандыр, асыҡҡандыр, туҡмалғандыр, имгән­гәндер” тигән уйҙарҙы алып ташлағыҙ. Ошондай уйҙар менән тормоштан ниндәйҙер насарлыҡтар “көтә” башлаһағыҙ, балағыҙға “инструкция” ебәрҙегеҙ, тигән һүҙ. Ҡурҡыуығыҙ, кире уйҙарығыҙ, балағыҙҙы үҙегеҙҙән “ысҡындыра” белмәүегеҙ уның бәләкәй генә тормошонда “кәртәләр” барлыҡҡа килтерә. Йәғни һәр ваҡыт күңелегеҙҙә изге уйҙар, яҡты теләктәр урын алһын: именлек, изгелек, һаулыҡ, бәхет, яҡшы кешеләр теләгеҙ уға. Тормош юлы үткән, тәжрибәле әсәй булараҡ, балағыҙҙан әҙ генә ваҡытҡа ла айырылыуы үтә ҡыйын, әммә һеҙ үҙегеҙҙе ҡулға ала белә­һегеҙ, шулай бит? Ә балаға әлегә был ысулдарға өйрәнергә лә өйрә­нергә... Һеҙ – уның иң беренсе тормош уҡытыусыһы, терәге, таянысы. Һеҙҙән башҡа бер кем дә, бер ҡасан да тап һеҙҙең һымаҡ итеп балағыҙҙы яратмаясаҡ! Ул тик һеҙгә генә сикһеҙ ҡәҙерле! Ә шулай ҙа ул үҫә, ҙурая. Йәшәйештең үҙ ҡанундары. Шуға күрә лә:
– баҡсаға әҙерлек кистән башлана,
– кейем-һалым, “оҙатыусы” уйын­сыҡтар билдәләнә,
– баҡсанан алырға барғанда өйҙә ниндәй бүләк көтәсәк (кризис мәлдә ҡулланыла, ғәҙәткә индерелмәй),
– үҙен кем килеп алырын да бала белергә тейеш.
Тәрбиәселәргә килгәндә, улар менән матур итеп һөйләшергә кә­рәктер. Йә булмаһа, етәксеһе менән. Сөнки, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, әгәр ике оло яҡ яҡшы эшләһә, бала баҡсаға тиҙ өйрәнәсәк. Һәм бында тәр­биәсенең дә бик мөһим үҙ роле бар.

Баланың бетләп ҡайтыуы санитар-эпидемиологик нормаларҙы боҙоуҙан киләлер. Бындай хәл балалар баҡ­саһында булырға тейеш түгел. Һәм был осраҡта, һис шикһеҙ, тәр­биәселәр, етәкселәр менән һөй­ләшергә тейешһегеҙ.

Индира ханым, балағыҙҙы нисек ныҡ яратыуығыҙҙы ҡабатлай-ҡабатлай баҡсаға оҙатығыҙ. Йылмайығыҙ. Ҡыуа­нығыҙ: бына бит, ниһайәт, баҡсаға йөрөрлөк булдығыҙ! Тиҙҙән, бер нисә йылдан, етәкләп йөрөп тә булмаҫ әле... Ул шундай үҙаллы буласаҡ...

Уңыштар һеҙгә!



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: vk.com





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

18.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...


Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

16.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы


Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

14.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Остеохондроздан дөгө кеүәҫе


Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?

13.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ултыраҡ тормош нимәгә килтерә?


Әйтер һүҙем бар…

12.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әйтер һүҙем бар…


Ниндәй урман яҡшыраҡ?

11.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниндәй урман яҡшыраҡ?


Йыланғараҡты нисек дауаларға?

07.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йыланғараҡты нисек дауаларға?


«Йә минеке булаһың, йә...»

04.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Йә минеке булаһың, йә...»


Сәләмәтлекте нығытыуға  нимә булышлыҡ итә?

Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

01.03.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек


Әсе, тәмле һәм файҙалы

28.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Әсе, тәмле һәм файҙалы


Тырнаҡтар нилектән  һына?

27.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тырнаҡтар нилектән һына?