RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

12.12.2018 Нимә ул полиомиелит? Балаларҙы был сирҙән нисек һаҡларға?

Полиомиелит – киҫкен вируслы инфекция. Уға эсәктәрҙең һәм танау ҡыуышлығының лайлалы ҡатламының ялҡынһыныуы хас. Сөнки тышҡы мөхиттән килеп ингән вирус тәү сиратта уларға эләгә. Вирус ҡан аша үтеп ингәндә иһә нервы системаһының ҡайһы бер бүлектәре лә зыян күрә.

Ауырыуҙың исеме латин һүҙенән алынған: polios – һоро, myelos – арҡа мейеһе. Йәғни нервы системаһындағы арҡа мейеһенең һоро матдәһе, икенсе төрлө нервы күҙәнәктәре, тибеҙ, зыян күрә.
Полиомиелит табиптарға күптән таныш. XIX быуатта ауырыуҙың унда-бында берәр осрағы ғына теркәлһә, XX быуатта үҫешкән илдәрҙә тотош эпидемияға әүерелеп, йәмәғәтселектә ҙур хәүеф уята. Бына шул ваҡытта уны ныҡлап өйрәнә башлайҙар. Ә 50-се йылдарҙа балаларҙың бөтәһенә лә полиомиелитҡа ҡаршы прививка яһай башлағас, ауырыу ныҡ ҡына сигенә. Һәм 1988 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2002 йылға уны бөтөнләй бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә…
Полиомиелит вирусы энтеровирустарға ҡарай. Ул аҙыҡ-түлек, һауа, туҙан, шулай уҡ һыу аша йоға. Ул шул тиклем ныҡ. Һыуҙа 100 көнгә тиклем йәшәй ала, ә фекалиялар­ҙа – ярты йылға тиклем. Туңдырған хәлдә лә, киптерһәң дә, ашҡаҙан һутының тоҙло кислотаһы йоғонтоһо менән дә уны үлтереп булмай. Антибиотиктарға ла, химик препараттарға ла һиҙгерлеге юҡ. Әммә бөтөнләй үлемһеҙ тип тә әйтеп булмай, уға ябай хлор­ҙың көсө етә. Шулай уҡ юғары температура менән ҡояш нурын күтәрмәй һәм ҡайнатып вирусты юҡҡа сығарып була.
Инфекцияның сығанағы булып кешеләр тора. Хайуандар был сир менән ауырымай. Шуныһы хәүефле, ғаиләлә “эсәк киҙеүе“ кеүек ауырыуҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ формаһы була. Ә уларҙан зарарланған кешене фалиж һуғыуы ихтимал. Бынан тыш, ҡайһы бер вирус йөрөтөүселәрҙә сирҙең бер ниндәй ҙә билдәһе күҙәтелмәй. Улар үҙҙәрен һау-сәләмәт тоя, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхиткә ҡурҡыныс вирус таратыусы булып тора.

Кемдәр өсөн айырыуса хәүефле?
Уның менән күберәк 10 йәшкә тиклемге балалар ауырый. Айырыуса был сиргә ҡарата 3 – 4 йәшлектәр һиҙгер. Йәғни ауырыу уларға тиҙ йоғоп барыусан. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта полиомиелит ололарҙа ла йыш күҙәтелә. Өҫтәүенә, уларға ауырыуҙың ныҡ ауыр һәм хәүефле формаһы хас. Йәй һәм көҙ миҙгелдәрендә вирус эләктереү хәүефе арта. Ауырыу йоҡторған кеше уның билдәләре беленә башлағанға тиклем өс көн элек һәм йүнәлгәндән һуң бер аҙна буйы тирә-яҡтағылар өсөн хәүефле. Әммә ҡайһы бер осраҡта был ауырыу менән сирләгән кешеләрҙең йүнәлгәндән һуң 40 көн буйына тирә-яҡтағылар өсөн зарарлы булыуы ихтимал.

Ауырыу йоҡторғас
Вирус кеше организмына тын йә аш юлдары аша килеп инә. Тәүҙә ул лимфа туҡымаһында тарала. Был мәлдә уның ҡурҡынысы юҡ, хатта ниндәйҙер кимәлдә микробтар өсөн туҡланыу мөхите була. Үрсегәс, ул ҡанға үтеп инә, унан – нервы системаһына. Күпселек арҡа мейеһенең алғы бүлектәренең һоро матдәһенә зыян килтерә. Әҙерәк кимәлдә булһа ла арҡа һәм баш мейеһенең башҡа бүлектәрен дә зарарлай. Вирус менән зарарланған нервы күҙәнәктәре үлә.
Мейенең был өлөшөндә 3/4 күҙәнәк һәләк булған осраҡта кешене фалиж һуға. Йөрәктең зыян күргән осраҡтары ла була: мускул күҙәнәктәре ялҡынһына (миокардит). Кеше полиомиелит менән бер тапҡыр ауырыһа, һуңынан унда был сиргә ҡарата тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килә. Ул ғүмер буйына һаҡлана, йәғни ҡабат бер ҡасан да ауырымай.

Билдәләре
Ауырыуҙың йәшертен осоро 5 – 12 көн дауам итә. Уның бер айға һуҙылған осраҡтары ла күҙәтелә.
Типик булмаған полиомиелиттың билдәләренә килгәндә, ул “эсәк киҙеүен” хәтерләтә: температура күтәрелә, тымау йонсота, тамаҡ ауырта, йүткертә, уҡшыта, эс китә. Был осраҡта кеше дауаланмаған хәлдә лә 3 – 7 көндә һауыға.
Ә инде ауырыуҙың типик формаһы 100 осраҡҡа берәү була. Уның билдәләре шул уҡ, тик күпкә сағыуыраҡ. Мәҫәлән, температура үтә юғары күтәрелә, ныҡ итеп эс китә һ.б. 2 – 4-се көнөнә температура төшә, әммә ул ҡабаттан 40 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. Киҫкен баш ауырта башлай, шулай уҡ арҡала, аяҡ-ҡулдарҙа көслө ауыртыу барлыҡҡа килә. Сирле кеше яйға, хәрәкәтһеҙгә әүерелә, әйтерһең дә, уяулы-йоҡоло йөрөгән кеүек, хатта аңы бутала. Бынан тыш, тәне тартышып, ҡулдары ҡалтырай башлауын, ҡапыл шыр тиргә батыуын күрергә мөмкин.
Был осраҡта ауырыуҙы ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыу зарур. Ни тиклем иртәрәк диагноз ҡуйыла, фалиж һуғыуҙан һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге лә шул тиклем арта.
Полиомиелитты ваҡытында асыҡлау өсөн ата-әсәләргә балаларына ҡарата үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Иң беренсе сиратта, баланың ниндәйҙер яйлығы шик уятырға тейеш. Һүҙҙәргә реакцияһы булмауы, үҙен уянып етмәгән кеүек тотоуы… Был осраҡта табип саҡыртып, тикшертеү мөһим. Үҙаллы ла тикшереп ҡарарға мөмкин. Бының өсөн баланың башын күкрәк ситлегенә еткәнсе эйҙертеп ҡарағыҙ. Әгәр ҙә уның елкә мускулдары ныҡ итеп ҡаршылашып, эйҙереүе ауыр икән, хафаланырға урын бар. Шулай уҡ бөгөлгән аяҡ-ҡулдарҙы яҙыу ҙа ауырлашып , хатта мөмкин түгел кеүек күренһә лә, тиҙ арала ашығыс ярҙам саҡыртырға кәңәш ителә. Сөнки бер нисә сәғәттә ауырыуҙы фалиж һуғыуы ихтимал.
Ауырыуҙың был стадияһынан һуң аяҡҡа баҫыу өсөн өс йыл ваҡыт талап ителә. Тәүҙә һауығыу процесы тиҙерәк барһа, һуңынан әкренәйә. Кешенең тулыһынса һауығып та бөтмәүе ихтимал. Йәғни аяҡ-ҡулдар, мускулдар һығылмалылығын юғалтып, тың-лауһыҙға әүерелә.
Полиомиелитты тик дауаханала һәм бары табип ҡына дауалай. Дауаханаға тиклем балаға тулы тыныслыҡ, ҡәтғи түшәк режимы талап ителә. Ятҡан урыны ҡаты булырға тейеш.

Нисек һаҡланырға?

Вирус һыу, һауа аша йоғоу сәбәпле, ҡайнамаған һыуҙы эсергә ярамай. Асыҡ һыу ятҡылыҡтарында һыу ингәндә ауыҙға һыу инергә тейеш түгел. Һатып алынған йәшелсә-емеште, эҫе һыуға манып алып, яҡшы итеп йыуырға онотмағыҙ.
Һәм балаларға мотлаҡ прививка эшләтергә! Кемдәрҙең иммунитеты ныҡ түбән, был осраҡта прививка эшләтеүҙең файҙаһынан зыяны күберәк. Шуға күрә уларға мотлаҡ иммунологтан консультация алырға, шунан һуң ғына прививка эшләтеү-эшләтмәү мәсьәләһен хәл итергә кәңәш ителә. Шулай уҡ сирләгән балаға ла (айырыуса ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары менән) һауыҡҡансы прививка эшләтеү тыйыла. ОРВИ-нан һуң 1,5 ай көтөргә тура килә.
Шулай итеп, полиомиелит – ҡурҡыныс ауырыу. Бигерәк тә эҙемтәләре насар булыуы менән хәүефле. Әммә уның иң ҡаты формаһы йөҙ осраҡҡа берәү генә була. Өҫтәүенә, таҙалыҡ ҡағиҙәләрен тотҡанда һәм ваҡытында прививка яһатҡанда, унан тулыһынса һаҡланырға мөмкин.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бәлә – аяҡ аҫтында

20.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бәлә – аяҡ аҫтында


Халыҡ медицинаһы: тирене һалҡындан һаҡлау, сөйәлдәр, һытҡылар

Геморройҙы дауалап бөтөрөп буламы?

Радий Хабиров дал поручение разобраться с ситуацией вокруг Салаватского роддома

Һәр кемдең үҙ ағасы

17.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һәр кемдең үҙ ағасы


Улығыҙ үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш

Хазина

15.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Хазина


Холестеринды  нормала тотоу –  һаулыҡты  һаҡлауға тиң

Аҡыллыға ишара

13.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Аҡыллыға ишара


Һырғанаҡ –  яратҡан еләк!

12.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һырғанаҡ – яратҡан еләк!


Телевизор һәм балалар

11.01.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Телевизор һәм балалар


Өшөгәндән  мең дә бер...  булмаһа ла,  өс кәңәш!