RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ябығыусылар өсөн 10 ҡағиҙә

20.11.2018 Ябығыусылар өсөн 10 ҡағиҙә

Ябығыусылар өсөн 10 ҡағиҙә
Ябығырға теләгәндә артыҡ килограм­дарҙан арыныу ғына етмәй. Иң мөһиме – улар кире ҡайтмаһын. Бының өсөн нимә эшләргә?
1. Үлсәүгә генә ҡарап тороу кәрәкмәй, сантиметрлы таҫма алығыҙ. Ябыҡҡанда беҙ кәүҙә ауырлығының кәмеүенә иғтибар итергә өйрәнгәнбеҙ, әммә ҡайһы бер осраҡта ауырлыҡ шул көйө ҡала, тик кәүҙә үҙе ыҡсымлана кеүек. Әйтәйек, әлегә тиклем һыймаған күлдәктәрегеҙ, салбарҙарығыҙҙы иркен генә кейә башланағыҙ, ти. Тимәк, һеҙ дөрөҫ юлда.
2. Әгәр ҙә ауырлыҡ кәмемәй ҙә, артмай ҙа туҡтап ҡалған икән, тимәк, боҙ ҡуҙғалды тигән һүҙ. Көн һайын үлсәүгә баҫып, 300 грамға кәмегәнмен тип ҡыуанырға йә булмаһа 500 грамға артҡанмын, тип ҡайғырырға кәрәкмәй. Үлсәүҙәге һандар, дөрөҫ юлда барам, тигәнде раҫлау өсөн генә кәрәк. Шунлыҡтан уҡтары бер үк урында торһа, ҡайғырмағыҙ, тыныс ҡына көтөгөҙ. Ябығыу процесындағы “баҫҡыстар” эшләй. Организм әкренләп кенә үҙ эшен башҡара. Уға ваҡыт бирегеҙ.
3. Баштан аша һикереп булмай. Көнөнә минус 70 г май – артыҡ кәүҙә ауырлығы менән көрәшеүселәр өсөн иң яҡшы һөҙөмтә.
4. Кем һәйбәт йоҡлай, ул тиҙерәк ябыға. Көнөнә 8 сәғәт йоҡо – ябығырға теләүселәр өсөн бик яҡшы шарт. Ябығыуҙа йоҡо ла бик мөһим урын алып тора. Сөнки тап төндә май үҙләштерелә, шулай уҡ иммун системаһы ла яҡшы эшләй. Йоҡлаған ваҡытта беҙҙең организм көндөҙгө “ҡаҙаныштарҙы” барлай, теркәй, тәртипкә килтерә. Әҙ йоҡлаған кешеләр йышыраҡ сирләй һәм күпкә олораҡ күренә, ябығыу процесы ла ауырыраҡ бара.
5. Иң мөһиме – матдәләр алмашыныуын көйләү. Эс ҡатыуына юл ҡуйырға ярамай. Иртәнсәк ас ҡарынға саҡ ҡына балыҡ майы йә үҫемлек майы эсеүҙе ғәҙәткә индерергә мөмкин. Иртәнге бер стакан йылымыс һыуҙың файҙаһы хаҡында ла оноторға ярамай. Ашаған аҙыҡ күҙәнәклектәргә бай булырға тейеш.
6. Ябығыу өсөн иң беренсе сиратта аҡһымға бай аҙыҡ ашарға кәңәш ителә. Туҡланыу рационында 40 процент– аҡһым, 15 процент – май, 45 процент углевод булырға тейеш. Күҙәнәктәргә лайыҡлы йәшәү кимәле булдырыу өсөн, көн һайын 70 кКал кәрәк, йәғни уларҙы туйындырып тороу мөһим. Һәм бының өсөн аҡһым кәрәк.
7. Ябығам тиһәң, иң беренсе сиратта спорт менән дуҫ булыу зарур. Аҡһымға бай аҙыҡ ашау менән генә проблеманы хәл итеп булмай, физик әүҙемлек тә булырға тейеш. Спорт менән даими шөғөлләнгәндә аҡһымға бай аҙыҡты үҙләштереү өсөн уңайлы шарттар тыуа.
8. Күберәк һыу эсегеҙ. Һыуҙың файҙалы үҙенсәлектәре хаҡында күп яҙалар. Ни тиклем күберәк һыу эсәһең, шул тиклем оҙағыраҡ йәшәйһең. Даими рәүештә һыу эсеү тирене шымарта, биттең төҫөн матурайта, тиренең кибеүен туҡтата һәм аш эшкәртеүгә лә ыңғай йоғонто яһай.
9. Ашауҙан ғына ҡыуаныс табырға ярамай, кәйеф күтәреүҙең башҡа сараларын да эҙләргә кәрәк. Байрам көндәрендә өйҙә ҙур табын әҙерләп, ҡунаҡ булырға яратабыҙ. Был дөрөҫ түгел! Йышыраҡ тәбиғәттә булырға, сәйәхәт итергә тырышығыҙ. Ашау өсөн йәшәргә кәрәкмәй, ә йәшәү өсөн ашағыҙ.
10. Диета ғына тормошто үҙгәртмәйәсәк, ә тормошҡа ҡарашты үҙгәртеү мөһим. Һомғоллоҡ – ул кәүҙәнең тышҡы күренеше генә түгел, ә күңел торошо ла. Ул ваҡыт, көс, сабырлыҡ талап итә. Бер көн, бер ай эсендә уға ирешеп тә булмай. Көн дә, һәр минут, сәғәт һайын уға ынтылырға кәрәк.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл