RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ

09.10.2018 Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ

Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
Ни өсөн мин шул тиклем бәхетһеҙмен икән?! Ирем менән бер-беребеҙҙе ныҡ яратып өйләнештек. Тырышып-тырмашып өй һалдыҡ. Дүрт алтындай балабыҙ булды. Һәм ҡапыл, көтмәгәндә, ул мәрхүм булып ҡуйҙы. Балалар бәләкәй, бер көн дә эшләгәнем булмағас, аптырап-юғалып ҡалдым. Бына ошо ҡаза миңә ни өсөн, ә? Ул мәлдә колхоздар бар ине әле, эшкә сығырға тура килде. Эштә ауыр, өйҙә – тағы ла. Кәртә тулы мал, аҡса етмәй... Үҙем йәшләй тол ҡалдым, кеше ирҙәре һүҙ ҡушҡансы ла ауылда әллә ниндәй ғәйбәт сығыр ине. Ғорур булдым, бирешкем килмәне. Кеше бер әйтһә, мин икене әйтеп китер инем! Оҡшамаһа ла, артымдан йөрөгән бер егеткә кейәүгә сыҡтым. Ауыл халҡы тағы ла “гөж” итеп сәйнәнде. Шатланған кеше һирәк булғандыр, ә күҙемә ҡарап, ғәрләндереп, йән өшөткөс һүҙҙәр әйтеп китергә оялмағандар күберәк осраны. Кеше күрмәгәндә генә илар инем дә, кеше алдында маһайып йөрөй бирҙем. Уртаҡ балабыҙ тыуҙы. Ирем эскелек менән ныҡ мауыҡты, мин дә йөрәк яраларын баҫыр өсөн эсер инем. Балалар ҡул араһына иртә инде, ярҙамлаша башланылар. Ирем бөтөнләй эскесегә әйләнгәндә, мин, араҡынан туйғанмынмы, эскелек тә йөрәк яныуын баҫмағас, нисектер туҡтаным да ҡуйҙым, Аллаға шөкөр. Бөтөнләй эсмәһәң дә ҡыйын икән: яратмаған йәр, тормошҡа ашмаған хыялдар, маҡсаттар ҡайҙалыр тапалып, юғалып ҡалған... Их-х-х-х, терһәк яҡын да бит! Күршеләремә лә, яман-этлектәре үҙҙәренә булһын, тип теләйем гел генә.
Хәҙер хаҡлы ялдамын. Балаларым бөтәһе лә айырым йәшәй, үҙ ғаиләләре, балалары бар. Бөтәһе лә ныҡ матур донъя көтә шикелле. Һәр хәлдә, миңә килеп эс серҙәрен һөйләп ултырмайҙар, үҙ-ара бышылдашалар ҙа – вәссәләм. Ирем һаман да эшләй, шулай ҙа эскелек шауҡымынан арынмай. Уңмаған юлды ҡыуып, күрәләтә ниңә сыҡтым икән ошоға, ниңә йәшәйем икән мин уның менән, тип уйламаған көнөм юҡ. Бер нәмәһе лә оҡшамай үҙенең. Хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Һуң. Тешемде ҡыҫып түҙәм. Башымда бер генә уй: ни өсөн миңә был ғазаптар?
Ғәйшә, 60 йәш.

Тормошта шундай кешеләр була, улар үҙ ғүмерҙәренең ҡайһы бер мәлендә һынауҙар­ҙан “һына”. Һәм... кире күтәрелә алмайҙар. Ул һынауҙарҙың төрлө ауырлыҡта булыуы мөмкин: ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең ҡәҙерлеләрен юғалтҡандан һуң ҡанаттары һынып ергә ҡолай; ҡайһылар барлыҡ-муллыҡҡа ла сыҙамай, сиктән сыға; бәғзеләр инде матди яҡтан ҡаза күреүҙе лә тормоштоң иң елле ғазабы тип, түбәнгә тәгәрәйҙәр. Бындай кешеләрҙә тормошҡа ҡарата асыу ҡабара һәм улар: “Ни өсөн шәхсән миңә генә был ғазап? Минең ҡайһы ерем кәм? Мин ни эшләнем әле был тиклем дә язалар өсөн?” – тигән һорауға яуап эҙләй. Ошо мәл улар үҙҙәрен-үҙҙәре сикһеҙ йәлләй башлай. Бындай хәл оҙаҡ дауам итһә, кешенең күңел торошо үҙгәрә: уның күберәк ваҡыт кәйефе булмай йәиһә юҡҡа ғына ҡыҙып китә, кешеләр менән дөрөҫ аралашмай. Тағы ла бындай кешегә көнләшеү тойғоһо хас. Юҡ, ул кешегә бәреп хәбәр һөйләмәйәсәк, ә көсө еткәндәргә үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген еткерәсәк, башҡаларҙың бәхетенән ниндәйҙер бысраҡ табасаҡ, ә кеше бәләгә тарыһа, эстән генә булһа ла: “Бына хәҙер минең хәлде аңлар­һың”, – тип уйлаясаҡ. Бындай кешеләр “ваҡиға ҡорбаны”на әйләнә. Әйтергә кәрәк, был “ҡорбандар” ни өсөн һәр бер кешелә генә түгел, ә һәр бер ҡыуаныслы ситуацияла ла, һис шикһеҙ, ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек табыуҙарын үҙҙәре лә аңламай. Был ҡурҡыуҙан да килә. Сөнки ҡасандыр улар бит үтә лә бәхетле булған, һәм ҡапыл тормош был бәхет-шатлыҡтан мәхрүм иткән. Һығымта – тимәк, ҡыуаныр­ға ярамай. Был кешегә йәшәүе нисек ауыр икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙме? “Ҡорбан­дар”ҙың эргәһендә оҙаҡ булыуы, улар менән аралашыуы ныҡ ауыр. Уларҙың кире энергетикаһы яҡындарына ла тәьҫир итә. Шуға күрә лә “ҡорбандар” яңғыҙлыҡҡа дусар була. Статистика күрһәтеүенсә, “ҡорбанлыҡ”ҡа күберәген үтә лә йомшаҡ, эмоциональ кешеләр “эләгә”.
Ғәйшә апай, һеҙҙән мин ихлас күңелдән, үткәндәрегеҙҙе ебәрегеҙ, тип һорайым. Шатланыр өсөн йәшәйешегеҙҙә күпме ваҡиға – балаларығыҙ бар, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ имен-һау, улар һеҙгә күстәнәстәр тотоп, килеп йөрөй! Йорт-ҡурағыҙ ҙа ныҡ, өй эштәрен атҡарырға үҙегеҙҙең дә һаулығығыҙ ташып тора! Елдереп кенә ҡунаҡтарға, урман-ҡырҙарға йөрөргә машинағыҙ ҙа бар, үтә лә яйлы бит! Үҙегеҙ ятып, үҙегеҙ тораһығыҙ, иртән һыҙылып ҡына атҡан таңдарҙы, кисен тонйорап байыған ҡояшты, төндә ем-ем балҡып күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙарҙы күрәһегеҙ – шул түгелме тормоштоң мөғжизәһе? Ирегеҙ нисә йылдар һеҙҙең янығыҙҙа, балаларығыҙҙы үҫтерешкән – шуның өсөн генә лә ул хөрмәткә лайыҡтыр бит, Ғәйшә апай? Ни ғүмер бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп, саҡ ҡына ла изгелеген күргәнегеҙ юҡмы ни? Ай-һай, булмаҫтыр. Бына һеҙгә бер күнекмә. Иртән уянғас та: “Тағы бер бәхетле көнөм тыуҙы, рәхмәт”, – тип бышылдағыҙ. Шул ыңғайы ғына көҙгөгә ҡарап, үҙегеҙгә шуҡ ҡына йылмайып, күҙ ҡыҫып алығыҙ. Йоҡларға ятҡанда инде көнө буйы ниндәй яҡшы эштәр башҡар­ғанығыҙҙы барлағыҙ: кемгә йылмайып һүҙ ҡуштығыҙ, тәмләп сәй эстегеҙ, яҡшы һүҙҙәр әйттегеҙ – бер генә лә матур ҡылығығыҙ онотолмаһын, йәме?! Һәм ошо рәүешле 21 көн йәшәгеҙ. Календарығыҙ булһа, хатта билдәләп барырға була. Һәм ошо көндәрҙә “мин – бәхет­һеҙмен” тигән лозунгты әйҙәү ҡәтғи тыйыла! Бәхет ҡошон өркөтмәйек, килештекме? Башланыҡ! Уңыштар һеҙгә.
Башҡаларға әйтер һүҙем: бөтә кеше лә көслө булмай. Арабыҙҙа беҙҙең көскә, беҙҙең иғтибарға, йылы һүҙгә мохтаждар күп. Кәрәк саҡта шундайҙарға терәк була беләйек. Үҙебеҙҙән килмәй икән, белгестәргә мөрәжәғәт итергә оялмайыҡ.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бала менән беренсе етди һөйләшеү

10.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Бала менән беренсе етди һөйләшеү


Сәстәр нимә тураһында һөйләй?

08.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Гайморитты дауалайбыҙ

07.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Гайморитты дауалайбыҙ


Файҙалы эсемлектәр

06.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Файҙалы эсемлектәр


Юл япрағы

04.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Юл япрағы


Дәфнә дауаһы

01.12.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Дәфнә дауаһы


Йүтәлдән ҡотол

30.11.2018 - Һаулыҡ һаҡлау Йүтәлдән ҡотол