RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Зыяны юҡ, файҙаһы күп

21.10.2018 Зыяны юҡ, файҙаһы күп

Зыяны юҡ, файҙаһы күп
Активлаштырылған күмер, ағыуланыуға ҡаршы сара булараҡ, медицинала йыш ҡулланыла. Ул – сорбент, йәғни төрлө зарарлы химик берләшмәләрҙе бергә туплап, тәбиғи юл менән уларҙы организмдан сығарырға һәләтле.
Аллергия, метеоризм, аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ауырыуҙарҙан күмер яҡшы ярҙам итә. Ауырлы ҡатын­дарҙың үҙәге көйөүен баҫа.
Бигерәк тә уның он кеүек онтағын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Бер балғалаҡ күмер онтағын стаканға һалып, өҫтөнә һыу ҡойорға һәм тиҙ генә болғатып, эсергә. Мәҫәлән, аллергияны киҫәтеү өсөн тәүлегенә бер – өс тапҡыр бер стакан таҙа һыуға бер балғалаҡ күмер онтағы ҡушып эсергә кәңәш ителә. Дауалағанда: 10 кг кәүҙә ауырлығына 1 – 2 төймә дарыу иҫәбенән сығып эш итергә. Балалар өсөн иһә тәүлегенә 10 төймәнән артырға тейеш түгел.
Был дарыуҙы артығын эсһәң дә зыяны юҡ, тип әйтерлек. Күләме түгел, ә ҡулланыу оҙайлығы ғына хәүефле. Оҙаҡ ваҡыт ҡулланғанда организмдан матдәләр алмашыныу процесы өсөн кәрәкле файҙалы элементтарҙы йыуып сығарыуы ихтимал.
Медицина тикшереүҙәре активлаштырылған күмер менән дауаланыуҙың юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Был ябай ғына, үҙе арзан да, бер ниндәй ҙә зыян­һыҙ дарыу сәләмәтлеккә бәйле күп кенә проблеманан ҡотолдора.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл