RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Атеросклерозды нисек дауаларға?

06.10.2018 Атеросклерозды нисек дауаларға?

Атеросклерозды нисек дауаларға?
Һуңғы йылдарҙа аяҡ-ҡулдарым тынғыһыҙлап, табиптарға күренгәс, “облитерациялаусы атеросклероз” тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сирҙе нисек дауалап була, нимәләр килешә? Ошо һорауға яуап бирмәҫһегеҙме икән?
Хәтирә апайығыҙ.
Бөрйән районы.

Был сир атеросклероз төйөрсәләре барлыҡҡа килеүҙән ҡан тамырҙарының тарайыуынан була. Шунлыҡтан холестеринығыҙ юғары икән, мотлаҡ диетаға күсергә кәрәк. Йәғни майһыҙ ит, балыҡ, майһыҙ ғына бешерелгән йәшелсә ашарға ярай. Йәшелсәләрҙең картуфтан башҡа бөтәһен дә ашарға мөмкин. Колбаса, сыр, шоколад кеүек аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ. Һөттөң ҡуйылығы 1,5 процент ҡына булыр­ға тейеш. Көнөнә 2 йомортҡа һарыһы ашарға ярай.
Юғары ҡан баҫымын да һәр саҡ көйләп тороу зарур. Сөнки ҡан баҫымы күтәрелгәндә, тамырҙарға көсөргәнеш арта. Был уғата хәүефле, сөнки уларҙың күтәрә алмауы ихтимал.
Тарайған ҡан тамырҙары аша шыйыҡ ҡанға үтеүе еңелерәк, шунлыҡтан ҡанды шыйығайтыу өсөн көн дә киске аштан һуң 1/4 аспирин эсергә кәңәш ителә. Әммә кемдә ашҡаҙан сей яраһы бар, уларға аспирин ярамай. Эҫелә, айырыуса физик эш эшләгәндә организм 3 – 5 л һыуҙы юғалта. Һөҙөмтәлә ҡан да ҡуйыра. Шуға күрә эҫелә һыуҙы күберәк эсеү талап ителә. Дарыуҙарға килгәндә, уларҙы табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланырға кәрәк.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

20.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Сөйәлдән нисек ҡотолорға?


Күҙлекме әллә операциямы?

19.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙлекме әллә операциямы?


Коллективта нисек үҙ кеше булырға?

Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?