RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡупшы һәм хәүефле, файҙалы ла!

28.07.2018 Ҡупшы һәм хәүефле, файҙалы ла!

Ҡупшы һәм хәүефле, файҙалы ла!
Һүҙ тырҡыш (мухомор) тураһында бара. Был ағыулы бәшмәкте бәләкәй балалар ҙа таный һәм урап үтә. Ә бит псориаз, экзема, һөйәк һәм быуын сире, табан һәм тырнаҡтарҙың бәшмәк ауырыуын, артрит, артроз, остеохондрозды дауалар өсөн унан файҙалы дарыу ҙа эшләргә мөмкин. Тик йыйғанда ағыулы икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!

Йыйғанда, эшкәрткәндә мотлаҡ резина бирсәткә кейегеҙ – һуты тирегеҙгә эләкмәһен.
Бәшмәкте экологик таҙа урындарҙа ғына йыйығыҙ. Боҙоҡ, серек булмаһын. Тирегә һөртә торған дарыу яһар өсөн ҙур булмаған эшләпәле йәш бәшмәк талап ителә.
Беренсе ысул. Киптереп ваҡланған мухоморҙы (киптерер алдынан йыуырға кәрәк) бер үк миҡдарҙағы үҫемлек майы, вазелин йәки эс майы менән ҡушып болғарға. Остеохондроз, бы­уындар һыҙлауынан файҙалы.
Икенсе ысул. Яңы ғына йыйыл­ған тырҡышты ваҡлап, ҡаймаҡҡа ҡушырға. Был рецепт артрит, артроз һәм радикулиттан яҡшы. Дарыуҙы төнгөлөккә ауырт­ҡан ергә һөртөп, пленка менән ябырға ла, шәл, яулыҡ йәки шарф менән урарға. Иртән торғас, компресс урынын яҡшылап йыуырға.
Тирелә кескәй генә (сыйылған, һыҙырылған) яра бар икән, майҙы ҡулланырға ярамай! Ағыуланыу билдәләре булһа (күңел болғаныу, эс ауыртыу, иҫ юғалтыу һ.б.), мотлаҡ медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Диета тотоу ни өсөн кәрәк?

13.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Диета тотоу ни өсөн кәрәк?


Эндометриозды нисек дауаларға?

12.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Эндометриозды нисек дауаларға?


Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

10.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре


“Мин ярҙамға мохтаж!”

09.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Мин ярҙамға мохтаж!”


XXI быуат сире

08.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау XXI быуат сире


Быуындар ауыртҡанда  ниндәй үләндәр ярҙам итә?

Киҙеүҙән һәм вируслы  инфекциянан нисек һаҡланырға?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

05.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?


Стресмы әллә депрессиямы?

04.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Стресмы әллә депрессиямы?


Иртә – иң хәүефле мәл

03.02.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Иртә – иң хәүефле мәл