RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?

13.06.2018 Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?

Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Миңә 54 йәш. Кәүҙә ауырлығы буйыма тура килә. Әммә һуңғы ваҡытта иртән кейгән юбка-салбарымдың кискә табан ҡыҫа башлауын тоям. Иртәнсәк эсем дә эскә генә инеп тора, кискә иһә ул шешенгән кеүек. Нилектән шулай һәм унан нисек арынырға?

Бындай проблемалар организмда шыйыҡлыҡтың тотҡарланыуынан була. Көнөнә 2 литр һыу эсергә кәрәк, тиҙәр, әммә бының өсөн бөйөрҙөң һәм организмдан һыуҙы сығарыуға ҡатнашлығы булған башҡа органдарҙың яҡшы эшләүе мөһим. Был системаның эшен көйләү өсөн туҡланыу рационына күберәк йәшел үләндәр индерергә ҡушалар. Айы­рыуса петрушка файҙалы. Бәүел ҡыуҙырыусы үләндәр төнәтмәһен эсергә мөмкин. Тик артыҡ мауығырға ярамай, юғиһә улар­ҙың файҙалы минераль матдәләр­ҙе йыуып алып китеүе бар.
Эстең ҡабарыуы газ йыйылыу­ҙан да була. Фенхель һәм әнис орлоғо унан арынырға ярҙам итә, бөтнөк үләне менән сәй ҙә һәйбәт.
Тағы ла бер нисә файҙалы рецепт

Ярты стакан тары ярмаһын яҡшы итеп йыуығыҙ һәм өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ. Һыу ныҡ эҫе булмаһын. Тары ярмаһын һыу һөт төҫөнә ингәнсе (15 минут самаһы) иҙегеҙ. Ошо һөттө көнөнә ике тапҡыр эсегеҙ. Тиҙҙән эсегеҙҙең ҡабарыуы бөтөүен күрер­һегеҙ, шул уҡ ваҡытта артыҡ килограмдарығыҙ ҙа кәмер.

* * *

Ике ҡалаҡ укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне төнгөлөккә эсергә кәңәш ителә. Ул шешенеүҙән арынырға ярҙам итә.

* * *

Аҙнаһына бер тапҡыр кефир ғына эсеп, ашҡаҙанығыҙҙы ял иттереп алығыҙ. Көнөнә 1,5 л кефир етә. Уға ҡыяр, йәшел һуған, укроп ҡушырға була.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыҙҙарығыҙҙы үҙегеҙҙән ебәрә белегеҙ

Үгәй инә үләне

19.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үгәй инә үләне


Углеводтарҙың яҡшыһы һәм насары ла була икән…

Күҙҙәр өсөн йога

18.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр өсөн йога


Ҙур көскә эйә гөл

17.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҙур көскә эйә гөл


Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...

16.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...


«Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

15.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»


Операцияһыҙ  дауалап буламы?

11.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Операцияһыҙ дауалап буламы?


Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

10.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша


Ҡолаҡ ауыртҡанда

09.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡолаҡ ауыртҡанда


Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

06.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?


Һыу – энергия сығанағы

05.04.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Һыу – энергия сығанағы