НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тамырлы яңғыҙ имән
Әҙәбиәт // 6-08-2011, 10:51


Меңдәрсә саҡрымға һуҙылған юлдан арып-талып тыуған ауылына ун ете йылдан һуң ҡайтып килеүсе Фәдис яңғыҙ ҡайын ҡалҡыулығындағы шишмә эргәһендә туҡталып иркен һулыш алды, йәнле күҙәнәктән урғылып сығып, үҙ юлын тапҡан, ҡояш нурҙарында сағылған һалҡын һыуҙы услап йотлоға-йотлоға эсеп, һыуһынын баҫты. Бит-ҡулдарын сылатып алғас, йән һәм тәненә еңеллек өҫтәлеүен тойҙо. Ергә салҡан ятып, күктәге ҡояшты, бейектә осҡан ҡарлуғастарҙы күҙәтте. Ауыл, йәйге көндөң матурлығы үҙе үк ошо иреккә, сихри донъяға тарта икән....

Азна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 6-08-2011, 10:48


Министрҙың “асышы”
Азна аптыратҡыстары
Илдең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев шундай асыш яһаған: баҡһаң, беҙҙә 7,5 мең экстремистик сайт бар икән дәһә!
Бә-әй, тип аптырар күптәр, шул сама сайт нисек быға тиклем ел-ямғыр теймәй эшләп ята ул?! Бәғзеләр, әйтмәгән һүҙе, эшләмәгән эше өсөн дә экстремист тип нарыҡланып, күпме эҙәрлекләүгә дусар булһа, берәүҙәр рәхәтләнеп интернет аша «ҡара эш»ен башҡара. Һәм улар меңәрләгән! Дә-ә, йәмәғәт, полицияға эш күп. Милиция йылдар буйы иҫәпкә лә алмағанды тәртипкә килтерергә кәрәк бит....

һул яҡҡамы, Уң яҡҡамы?
Новости / Сәйәсәт // 6-08-2011, 10:46


Мостай Кәримдең Әлфиәһен иҫләйһегеҙҙер әле. Бәләкәй ҡыҙ, урамға сығып, ҡайһы яҡҡа юлланырға белмәйенсә: «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» – тип икеләнеп тора. Өйҙәгеләренә бер аҙ үсегеп сыҡҡайны шул. Тәғәйен тарафҡа китергә белмәгәс, аҙымын баҫырға ҡыйманы. Бөгөн беҙ үҙебеҙгә «ҡайһы яҡҡа?» тигән һорауҙы бирәбеҙме ул? Бер мәлдә икеләнеүҙәрем ошондай шиғыр юлына һалынғайны:...

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгелме?
Новости / Мәғариф // 6-08-2011, 10:45


Баш ҡалабыҙҙа «Ололар өсөн халыҡ университеты» («Народный университет третьего возраста») республика маҡсатлы программаһы буйынса төркөм йыйыу иғлан ителде. Йәғни 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарға, 60-тан үткән ир-атҡа уҡыу мөмкинлеге бирелә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлкәндәргә дүрт йүнәлеш буйынса белем биреләсәк: компьютер технологияһы нигеҙҙәре, инглиз телен өйрәнеү, ғаилә психологияһы, шәхси гигиена һәм һауыҡтырыу физкультураһы....

Бәләнең башы – үҙебеҙҙә
Махсус бит / Проблема // 6-08-2011, 10:44


Бәләнең башы – үҙебеҙҙә
Иҫерткестәр, алкоголле эсемлектәр... Был төшөнсәләр ХХI быуатта ла, оло афәт булып, күкрәктәрен киң киреп, артабан таралыуын, кешелеккә үҙенең иҫәпһеҙ бәлә-ҡазаһын килтереүен дауам итә. Эскелектең сәбәптәре, уның таралыуы, унан ҡотолоу юлдары тураһында әле яңы ғына «баш вата» башланыҡ, тиһәк тә була. Әммә фәлсәфә һатмайынса ғына шуны таныйыҡ – сәбәп тик үҙебеҙҙә: үҙебеҙ йәшәгән, үҙебеҙ булдырған эскеселәр мөхитендә, үҙебеҙ булдырған йәмғиәттә....

Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
Махсус бит / Проблема // 6-08-2011, 10:42


Уны чиновниктар хеҙмәт килешеүенә алмаштырасаҡ
Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
Рәсәйҙә 2012 йылдан башлап хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөү тураһында һүҙ алып баралар. Был документ­һыҙ йәшәй алмаусылар өсөн бындай тәртипкә күсеү өсөн ун йыл ваҡыт бирергә ниәтләйҙәр. Чиновниктар, хеҙмәт кенәгәһен хеҙмәт килешеүе алмаштырасаҡ, тип иҫәпләй. Мәскәүҙең юридик даирәһендә барған бәхәстәр беҙҙең дә фекерҙәрҙе сағылдыра. Әйҙәгеҙ, баш ҡала адвокаттарының нимә уйлауы менән танышайыҡ....

Урмандарға инһәң, һыҙғырып ин!
Рубрикалар // 6-08-2011, 10:41


Урмандарға инһәң,  һыҙғырып ин!
Белорет ҡалаһында йәшәүсе 56 йәшлек ир яңғыҙы ғына еләккә барған. Еләк эҙләп йөрөй торғас, онотолоп китеп, аҙашҡан. Етмәһә, ямғыр ҙа һибәләй башлаған.
Саҡ ҡына ултырып алырға уйлаған ирҙең аяҡтары ла йөрөүҙән туҡтаған, ул шыуышып ҡына утын йыйып, усаҡ яҡҡан, ҡапҡылап алған. Әммә аҙыҡ запасы тиҙ бөткән. Шылтыратыр ине – телефон беҙҙең урмандар­ҙа тотмай. Һөҙөмтәлә ир япа-яңғыҙы, һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ урманда ятырға мәжбүр булған. Ҡысҡырып ярҙам һорарға хәле лә бөткән. Ирҙең эргәһенән генә үтеп киткән кешеләр, уны иҫерек тип уйлап, туҡтап та тормаған. Ярай әле, дүртенсе көнгә генә булһа ла, бер пенсионер инде хәлһеҙләнгән кешене табып алып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған....

Берҙәм дәүләт имтиханы: күрһәткестәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар
Новости / Мәғариф // 6-08-2011, 10:39


Республика йортонда мәктәп тамамлаусыларҙың берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса видеоконференция үтте. Унда ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф бүлектәре етәкселәре ҡатнашты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл БДИ-ла республиканың 24 уҡыу­сыһы 100-әр балл йыйған. Улар араһынан Күмертауҙағы уҡыусы бындай күрһәткескә ике фәндән ирешкән. 100 балл йыйыусылар былтырғыға ҡарағанда әҙерәк булһа ла, 80-дән 90-ға тиклем балл менән баһаланыусылар һаны артҡан....

Грант иң башлыларға бирелә
Новости / Мәғариф // 6-08-2011, 10:37


Грант иң башлыларға бирелә
Республикабыҙ ғалимдары, белгестәре ил кимәлендә лә юғары баһа алып эшләй – ошо көндәрҙә Башҡортос­тандың алты йәш ғалимы Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына лайыҡ булды! Быны иҫбатлаған таныҡлыҡты уларға Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Алексей Ковальский тапшырҙы....

Мәскәү Өфөгә яҡынаясаҡ
Новости / Рәсәй // 6-08-2011, 10:36


Мәскәү Өфөгә яҡынаясаҡ
«Ваҡыт – аҡса» икәнлеген күптән беләбеҙ. Шуға ла уны юлда үткәреү бөгөнгө мобиль тормошҡа тап килеп бөтмәгән хәл. Рәсәйҙә әүҙем рәүештә юғары тиҙлекле тимер юлы магистралдәре төҙөлә. Улар ил буйлап поезда сәғәтенә 400 километр тиҙлек менән хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.
Ошо магистралдәрҙең береһе Мәскәүҙе Уралдың баш ҡалаһы – Екатеринбург менән тоташтырасаҡ, тип күҙаллана....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM