RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һул яҡҡамы, Уң яҡҡамы?

06.08.2011 һул яҡҡамы, Уң яҡҡамы?

Мостай Кәримдең Әлфиәһен иҫләйһегеҙҙер әле. Бәләкәй ҡыҙ, урамға сығып, ҡайһы яҡҡа юлланырға белмәйенсә: «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» – тип икеләнеп тора. Өйҙәгеләренә бер аҙ үсегеп сыҡҡайны шул. Тәғәйен тарафҡа китергә белмәгәс, аҙымын баҫырға ҡыйманы. Бөгөн беҙ үҙебеҙгә «ҡайһы яҡҡа?» тигән һорауҙы бирәбеҙме ул? Бер мәлдә икеләнеүҙәрем ошондай шиғыр юлына һалынғайны:
...Юл сатына килеп баҫтым бына –
Уңға китһәң, уңмай һис юлың,
Һулға китһәң, яҙа үтер һөйөү,
Тура китһәң – яңғыҙ ҡалырһың...
Кирегә юлланыу мәғәнәһеҙлек. Ни эшләргә? Бына, һайлап ҡара инде. Ошондай хәл-торош бар донъяға хас күренеш тә булып китә.
Ниндәй юлдан бара кеше? Бара, бара, уны эйәртәләр, уға эйәрәләр... Ул, майлы ҡалъяға китеп барам, тип уйлай. Барып етһә, эсе ҡыуыш кипкән һөйәк кенә ҡалған. Тағы юлға сыға. Хәҙер инде шөрләп кенә, һағайып ҡына баҫа аҙымын. Бына бер алабарман атаман барлыҡҡа килеп, алпан-толпан баҫып, өйөрөн тағы бер «тупик»ка алып килә. Өмөтһөҙлөк, баш ватыу, ғәйеплене асыҡлау, хөкөм һ.б. Абау, ҡалай ҡурҡыныс нәмәләрҙән тора икән был донъя. Әйткәндәй, был беҙҙең «мирауай» яңылыҡтар ул.

Үпкәләмә, АҡШ, әммә һин – паразит
Бар донъя көткәйне. Хәүефләнә-хәүефләнә көткәйне. Һуң, АҡШ үҙендә дефолт буласағын иҫкәртте лә баһа!.. Юҡ, ҡотолдоҡ!
Әле Сенат дәүләт бурысының «түбәһе»н күтәреү тураһында закон проектын хупланы. Һуңғы һүҙҙе, әлбиттә, Барак әфәнде әйтергә тейеш. Ниәтләүҙәр буйынса, оборона һәм уға ҡарамаған сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, дәүләт бурысының лимитын 2,1 триллион долларға арттырыу көтөлә. Ниһайәт, юлын таптылар, ахыры.
Дефолт булдырыуға АҡШ үҙе булышлыҡ итергә теләй, тигән фекерҙәр ҙә яңғырап ҡуйғайны. Америкаға был экспорт өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыр ине. ҡытай һәм Европаны тапап уҙып китергә тырышҡайнылар.
Хаҡ юлмы, түгелме, ваҡытында ниҙер булһа ла эшләргә кәрәк бит. Юҡһа, ана, ҡалай ҡаты әйтте беҙҙең Премьерыбыҙ – Владимир Путин Америка иҡтисадының доллар монополияһы паразиты булыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта АҡШ-тың дефолт булдырмауға йүнәлтелгән үрҙәге ҡарары менән ҡәнәғәт булыуын әйтте.
«Бер яҡтан ҡараһаң, дөйөм алғанда, бында (һүҙ закон проекты хаҡында – авт.) яҡшы нәмә юҡ, был бары тик тағы ла системалыраҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙе кисектерҙе, – тине Путин. – Ил бурысҡа йәшәй. Үҙенең байтаҡ проблемаһын донъя иҡтисадына япһара, ошоноң менән ул паразит булып иҫәпләнә». Дефолттың нимә икәнен төшөнәбеҙ инде. Уның еле иң тәү сиратта Рәсәйгә лә килеп етеп, ябай кешеләрҙең кеҫәһен таҡырайтыр ине. Унан, алдың байыңды, ҡайҙа барайыҡ, кем артына төшәйек, ҡайһыһына ҡушылайыҡ, тип аптырашыр инек.
ҡушылыу тигәндән, Рәсәй, бәлки, киләсәктә сиктәрен киңәйтер. Был белорус менән осетин халҡына бәйле. Владимир Путин, Рәсәйҙең Белоруссия менән «ҡауышыуы» бик мөмкин, тип белдерҙе. Был аҙым тотошлайы менән белорус халҡынан тора. Әгәр теләктәре бар икән, бының өсөн уларға көрәшергә генә кәрәк. Нәҡ шулай тип яуап бирҙе Премьер-министр. Көньяҡ Осетияның да беҙгә ҡушылыуын осетин халҡы хәл итә. «Рәсәй позицияһын осетиндар яҡшы белә. Грузия хәрби акция ойошторған саҡта ла беҙ Көньяҡ Осетия яҡлы булдыҡ».
Шулай, һәр кем юл сатында, буғай. Хәҙер Америка шаулап тынғас, мотлаҡ Европа «уянасаҡ». Дефолтты әйтәм, күсеп «йөрөй» торған нәмә бит ул, көрсөктөң бер туғаны.

Бурҙайҙай Европаны көсөктәй Германия көрсөктән ҡотҡарырмы?

Европа илдәренең иҡтисады ла «нәҙек ептә эленеп» торғандай. Бынау Грецияны ғына ҡотҡарыу өсөн 260 миллиард евро һалынған. Сиратта Ирландия, Португалия кеүек бәләкәйерәк илдәр менән бер рәткә Испания, Италия ла баҫҡан. Франция ла улар эргәһенә ыңғайлай. Барыһын да ҡотҡарырға Евросоюздың Резерв фондында аҡса юҡ. Өмөтлө күҙҙәр Германияға ҡарай. Ул Грецияға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, әммә бөтә Европаны әпәүләй алмай шул. Һәр дәүләт нимә лә булһа эшләргә, көрсөктән сығыу юлын эҙләргә тырыша ла ул. Ана, Италия Президенты Джорджо Наполитано үҙ хакимиәтенең йыллыҡ бюджетын 2013 йылға тиклем ҡыҫҡартыу тураһында рәсми хәбәр итте. Хатта экономиялау маҡсатында мандаты бөткәнсе хеҙмәт хаҡын «туңдырған», имеш, йәғни уның эш хаҡы ҡулланыу хаҡтары индексы менән автоматик рәүештә үҙгәрә.
Инвесторҙар ҙа көрсөк башланғандан алып Европаның күсемһеҙ милкенә ҡыҙыҡһыныуын һүрелтә төшкән. Бигерәк тә Бөйөк Британияла, Италияла инвестиция кимәле кәмегән. Скандинавия илдәре генә был йәһәттән әлегә бирешмәй.
2010 йылда килгәйне Европаға көрсөк. Бер-бер артлы киң аҙымдарын яһай башланы. Сылбыр рәүешендә илдәр иҡтисадын берәм-берәм ҡаҡшатты. Шул арҡала забастовкалар тоҡанды, ҡыҫҡартыуҙар, реформалар башланды, пенсия йәшен оҙайтыу хаҡында һүҙҙәр сыҡты. Уның шауҡымы беҙгә лә тейҙе. Әле ҡатын-ҡыҙҙарға – 60, ир-атҡа 65 йәшкә тиклем мотлаҡ эшләргә тигән документ әҙерләнеп ята, имеш.
Көрсөктөң әле ҡыҙған мәле. Хатта Евросоюз етәкселеге алдына шундай дилемма ҡуйылды: Грецияның бурысын финансларғамы, йә уны союздан һәм евро зонаһынан сығарырғамы? Ике вариант та үтә хәүефле ине. Үрҙәге шиғырҙа телгә алынған юл һымаҡ инде. Шул ваҡытта Германия, Голландия һәм Финляндия һалым түләүселәре гректар, португалдар өсөн аҡса түләүҙән баш тарта. Ғәҙел түгел бит был. Бер яҡтан, көрсөктән зыян күргән Евросоюзда торған һәр илгә союздан сығарыу менән дә янап булмай.
Нимә эшләргә? Те яҡҡамы, бы яҡҡамы? Евромы, доллармы, юань, бәлки, иеналыр? Их, һум өҫкә сыҡһа икән?.. Ни тиһәң дә, был хыял ғына кеүек. Һумыбыҙ бер көн килеп үткәндә, тарихта, тороп ҡалмаҫ тимә.
Үткән тигәндән, халыҡ тарихта ҡалған ваҡиғаларҙы, элекке түрәләрҙе бер ҙә онотмай. Оноттормайҙар. Әле теге, әле был сүрәттә әйләнеп ҡайта улар.

«Элеккеләр» ни эш бөтөрә?

Бына Рәсәй туристары яратҡан Мысырҙың элекке Президенты, 83 йәшлек Хөсни Мөбәрәк аҙна уртаһында суд алдына баҫты. Дөрөҫөрәге, ул ултырыш залына носилкала ятҡан килеш индерелгән.
Тәүҙә хөкөм процесы элекке ил башлығы дауаланып ятҡан Шарм-әл-Шәйех ҡалаһында үткәрелергә тейеш булһа ла, прокуратура уны илдең баш ҡалаһына күсергән. Судҡа ҡаһирәнең полиция академияһынан бина бүленгән, төп ғәйепләнеүсене килтергән вертолет өсөн махсус майҙан да эшләнгән. Мысырҙың яңы властары именлекте һаҡлауға етди ҡараған. Етмәһә, баш ҡалала Мөбәрәккә ҡаршылар тағы ла күтәрелергә иҫәп тота икән. Хөкөм эскәмйәһендә Хөсни үҙе генә түгел, ә уның демонстранттарҙы үлтереүҙә һәм ришүәтселектә ғәйепләнгән улдары, күп кенә яҡын кешеһе, элекке эске эштәр министры ла бар.
Ил менән 30 йылға яҡын идара итеүсе Мөбәрәк, шулай итеп, ҡылғандары өсөн яуап бирә башлаясаҡ.
Ә Мәскәүҙең элекке мэры Юрий Лужков «Life News» интернет порталы менән судлашып йөрөй. Баҡһаң, баҫма үҙ сайтында Лужковтың Мәскәү банкы президенты Андрей Бородиндан 750 миллион доллар талап итеүе хаҡында мәҡәлә урынлаштыр­ған. Баш ҡаланың элекке хужаһы баш банкирҙан миноритар акциялар пакетын һатыуҙан өлөш һораған. Лужков, бының дөрөҫ булмауын дәлилләп, мәҡәләне кире ҡағыуҙарын талап итеп, баҫманан 200 мең һум компенсация алмаҡсы. Суд ултырышында элекке мэрҙың вәкиле белдереүенсә, Лужковтың ундай акциялары булмаған, шуға ла уның «өлөш» һорауы ла мөмкин түгел. Июлдә генә был портал, тағы ла «Твой день» тигән гәзит Лужковтан «еңелеп», судтан элекке мэрҙың Абхазиялағы күсемһеҙ милке тураһында үҙҙәре биргән мәғлүмәттең дөрөҫ булмауы хаҡында кире ҡағыу баҫырға һәм сәйәсмәнгә компенсация түләргә күрһәтмә алған була.
Суд тигәндән, бер ваҡиғаны ла теркәп китергә мөмкин. Лондон медиамагнаты Руперт Мердок та судлашып йөрөгән. Бигерәк ҡыйыр­һытҡандар «News Corp» корпорацияһы башлығын. Июль урталарында парламент ултырышы ваҡытында актер Джонатан Мэй-Боулс магнатҡа ҡырыныу өсөн һабын һалынған тәрилкә менән «еппәргән». Шундай һорау тыуа: етди сара ваҡытында ҡайҙан килеп сыҡҡан ул тәрилкә?! Джонни Марблс ҡушаматы алған 26 йәшлек актер иһә комик ролдәрҙе йышыраҡ башҡарған. Был да уның бер шаяртыуы булдымы икән әллә? Актер ултырышта журналистарҙың телефон һөйләшеүҙәрен тыңлауы буйынса ыҙғышҡа бәйле сығыштарҙы тыңлау өсөн халыҡ вәкиле булараҡ ҡатнашҡан. Тәүҙә тыныс ҡына ултыра-ултырыуын, аҙаҡҡараҡ Мердокҡа тәрилкә менән һелтәнә. Тегене иһә янындағы ҡатыны ҡотҡарған – актерҙың арҡаһына дөпөлдәтеп һуғып, һабынлы «ҡорал»ын үҙенә алып бәргән. Үәт, ҡатын!
Был көн медиамагнат өсөн, ғөмүмән, иң ҡайғылыһы була. Депутаттар алдында сығыш яһарға сыҡҡас, үҙе ошо хаҡта әйтә. Теге комикты суд алты айға төрмәгә ебәрә. Һорау асыҡ ҡала – күбекле тәрилкә ни эшләп ултырған унда, кем ҡырынырға йыйынған? ҡәһүә, сәй аңлашыла, ә бына был... Сәй тигәндән, япондар хәҙер сәй эсергә ҡурҡа, ти.

Япон сәйен эсмәйем!

«Фукусима – 1» атом электр станцияһынан 300 саҡрым арауыҡта урынлашҡан Сидзуока ҡалаһы илдә иң ҙур сәй етештереүсе һанала. Бына шунда, теүәлерәге, йәшел сәй япраҡтарында радиоактив цезий булыуы асыҡланған. Ул 679 беккерель тәшкил итә (нормаһы – 500). ҡала мэрияһы заводтың эшен шундуҡ туҡтат­ҡан. Сәй ҡайҙа таралып өлгөргәндер инде.
Бер нисә көн элек атом электр станцияһы биләмәһендә радиацияның рекордлы юғары кимәле теркәлгән – күрһәткес сәғәтенә 10 мең миллизивертҡа еткән. Уға тиклемге иң юғары кимәл июнь башында беренсе энергоблоктағы иҙән ярылыу арҡаһында 4 мең миллизиверт менән иҫәпләнгән булған. Станция тирәләй таҙартыу эштәре тик сентябрҙә генә башланасаҡ. Киләһе йылдың ғинуарына был районды ташлап киткән халыҡ өйҙәренә кире ҡайта аласаҡ, тип вәғәҙә бирә етәкселек. Ә ер һелкенеү, тетрәү дауам итә... Ошо көндәрҙә бәхетһеҙ япондар өҫтөнә тайфун яҡынлаша. Юлһыҙлыҡта тора, ахыры, Япония.

Әйткәндәй

Көнсығышҡа байҡау яһағанда, ҡырғыҙ ҡәрҙәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Үҙгәрештәр күп булмаҡсы ҡырғыҙстанда, бында халыҡ үҙенә яңыса юл һайлай. Тиҙҙән баш ҡалаһының да икенсе исем менән аталыуы мөмкин. Бер нисә йәмәғәт ойошмаһы ошо аҙна башында Бешкәкте ҡырғыҙ батыры Манас исеменә үҙгәртеү өсөн ҡултамға йыя башланы. Улар парламент был мәсьәләне ҡарай алһын өсөн сентябргәсә 10 мең тауыш йыйырға иҫәп тота. «Йәшә, ҡырғыҙстан» фирҡәһе лидеры Токтоим Үметалиева әйтеүенсә, Манас – тарҡау ҡырғыҙ ҡәбиләләрен туплап, берләштереүгә өлгәшкән батыр. Президент һайлауҙары алдынан рухи көс һәм халыҡ берлеген сағылдырған был исем бик урынлы буласаҡ. Юғиһә ҡайһы бер кандидаттар ҡырғыҙстанды төньяҡ, көньяҡ төбәктәргә бүлгеләмәксе. Бешкәк тигән батырҙы иһә бик һирәктәр генә белә.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы