НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Тормош юлдары ҡатмарлы // 28-06-2011, 20:25


Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһынУҡытыусы ағай бер ваҡыт мине Райхана менән Зифаның уртаһына ултыртты. Уларҙың атайҙары булғас, тамаҡтары туғыраҡ булғандыр, шаяралар, мине ултырмаһын тип ике яҡлап семетәләр, сәсте тарталар, ә уларға ҡаршы һуға алмайым. Сөнки Зифаның атаһы ҡаршыла ғына, беҙҙе уҡыта (беренсе партала ултыра инек), Зифаға һуҡһаң Мостафа ағай хәҙер башыңа таяғы менән килтереп һуға (уң аяғы зәғиф, таяҡҡа таянып йөрөй ине). Класташым Мостафа менән бер урамда йәшәгәс, бергә ҡайта инек. Ул да мине ҡыйырһытты. Ул минән бер йәшкә оло һәм атаһы ла бар. Шулай ҡыйырһытылып булһа ла 1948 йылды дүрт класты яҡшы ғына уҡып бөттөм. Шул аслыҡ, яланғаслыҡ менән йәй ҙә үтеп китте, Сәйетбабаға бишенсегә барырға ни кейем юҡ, ни йөрөрлөк хәл юҡ. һигеҙ саҡрым араны көн дә үтергә кәрәк, хәҙерге кеүек интернат йәки мәктәп автобусы юҡ. Был ҡышты ағайҙар менән сабата яһарға тотондом, уҡымағас эшләргә кәрәк бит....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 28-06-2011, 20:06


Автосалонда бер ир «Майбах» машинаһы тирәләй урай ҙа урай. Эргәһенә килгән консультант:
– Һеҙгә берәй нәмә хаҡында аңлатырға кәрәкмәйме? – ти.
– Уның багажни­гы­на нисә тоҡ картуф һыйғанын әйтә алмаҫ­һығыҙмы? – тигән ир....

Яңы шәхеснамә ғәмәлгә инә
--- // 28-06-2011, 14:39


Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, камиллаштырыл­ған документтың төп айырмаһы – өсөнсө битендә машина уҡый алырлыҡ ҡына яҙыуы булыу. Штрих-кодта шәхеснамәлә яҙылған бөтә мәғлүмәттәр индерелгән. Халыҡ-ара стандарттарға яраҡлаштырылған паспортты эшләп булмай. Самолет йәки поезға ябай паспорт менән билет алғанда операторҙар хата ебәрергә мөмкин, ә бындай паспорт менән хаталарға юл ҡуйылмай. Юл йөрөүселәргә Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Молдова, Әрмәнстан сигендә паспорт контроле үтеүҙе лә еңелләштерә....

Башҡортостан эҙәрмәндәре – беренсе
Новости / Башҡортостан // 28-06-2011, 14:12


Башҡортостан эҙәрмәндәр отряды «Мемориал – 2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Хәбәрһеҙ юғал­ған Ватанды һаҡлаусыларҙы эҙләүҙең инновациялы технологиялары» экспозицияһы менән 105 ҡат­нашыу­сы араһында тәүге урындарҙы яуланы.
Беҙҙең эҙәрмәндәр тәҡдим иткән ысулдар Рәсәйҙең 40 төбәгенән килгән вәкилдәрҙе генә түгел, ә Молдова, Германия, Чехия, Словакия, Австрия, Бөйөк Британия эҙләүселәрен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Башҡортостан экспозицияһы 14 тематик стендтан торҙо һәм күргәҙмәлә иң ҙур майҙанды биләне. Мәскәүҙең «Манеж» күргәҙмә залына был көндәрҙә 15 меңдән ашыу кеше килгән....

Балалар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-06-2011, 14:07


Кохлеар имплантация буйынса операция кисергән ишетмәгән балалар ҡатмарлы хәлдә ҡалған. Шундай балаларҙың береһенең әсәһе хәбәр итеүенсә, кохлеар имплантат йөрөткән бер нисә бала телмәр процессоры һәм уның комплекттарын («зарядник», микрофон, тауыш тапшырғысы һ.б.) ала алмай.
«Аппараттың ҡулланыу ваҡыты үткәс тә, беҙ тейешле запас частар алырға тейешбеҙ. Әммә беҙгә, федераль программа буйынса тик телмәр процессорын ғына алмаштырыу ҡаралған, тип башҡа өлөштәрен биреүҙән баш тарталар. Ә комплект тулы булмаһа, процессорҙың кәрәге лә ҡалмай. Шул арҡала операция яһалған балалар яңынан һаңғыраулыҡҡа дусар ителә», – ти Надежда Тарасова. Бөгөн имплантат ҡуйылған балаларҙың байтағы ғәҙәти мәктәпкә, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөй. Уларҙы ҡабаттан ирешкән уңыштарынан яҙҙырыу дөрөҫ булмаҫ ине....

Ҡайтайыҡ ауылдарға!
Новости / Мәҙәниәт // 28-06-2011, 14:06


Бөгөн ҡаланың таш урамдарын тапаған миллионлаған кешенең бала сағы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ матур хәтирәләре ауылға бәйле. Туғандары, атай нигеҙе ауылда ҡалған һәр кешенең күңелендә тыуған яғына ҡарата һөйөү һәм һағыш йәшәй. Шуға ла республикабыҙҙа ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе аңлап, уларға ярҙам итешеп йәшәгән ҡала кешеләре байтаҡ.
Үткән аҙнаның аҙағында БСТ телеканалы «Ҡайтайым ауылыма» тип исемләнгән өр-яңы проект тәҡдим итте. Реалити-шоу форматында әҙерләнгән программа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың Өфөнән 550 километр алыҫлыҡта ятҡан тыуған ауылына ҡайтып, ҡунаҡ булып, туғандарына ярҙам итешеп китеүен һүрәтләй. Программа шуныһы менән әһәмиәтле − уның геройы алдан әҙерләнмәй, телевизор ҡараусыларға тәҡдим ителгән бөтә һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар ҙа ысынбарлыҡта бара. Программала бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ....

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ...
Башҡортостан / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 28-06-2011, 13:56


Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,  Алдан сыҡты даныбыҙ...1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Төхвәтулла Ҡорманаевтың яҡты рухына бағышлап, Учалы районының Рәсүл ауылында обелиск астылар
14-се башҡорт полкы составында хеҙмәт иткән батыр яугир, һәләтле ҡурайсы, полк муллаһы Төхвәтулла Парижды алыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ике көмөш миҙал менән наградлана («Парижды алған өсөн» һәм «1812 – 1814 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә»). Ул башҡорт атлыларының үҙенсәлекле маршына әйләнгән «Любезники-любизар» йыры авторҙарының береһе тип иҫәпләнә. Үкенескә күрә, ҡыйыу яҡташыбыҙ хаҡында бар мәғлүмәт шунан ғибәрәт.
– Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым атайымдан килә, – ти батырҙың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған ветеран уҡытыусы Талип Ғәйнуллин. – Ул өс һуғышта ҡат­наш­ҡан. Биш йыл батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыуы булған, уны рус-япон һуғышына саҡырғандар. Ике йыл япондарға ҡаршы һуғыш­ҡан....

Улар беҙҙе юлда сәләмләй
Новости // 28-06-2011, 13:30


Улар беҙҙе юлда сәләмләйКемдеңдер хеҙмәте күпселек халыҡ күҙенән ситтә ҡалһа ла, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр­ҙең бөтә эше беҙҙең күҙ алдында башҡарыла. Шуға ла беребеҙ ҙә ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәтенә битараф түгел. Уларға водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә әйтер һүҙе, ниндәйҙер мөнәсәбәте бар. Эске Эштәр министрлығының башҡа бүлексәләре кеүек, дәүләт автоинспекцияһы ла тәүҙән үк барлыҡҡа килмәгән. 1936 йылдың 3 июлендә СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы Эшсе-крәҫтиән милицияһының дәүләт автоинспекцияһы тураһындағы положениены раҫлай. Шул көндә рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы барлыҡҡа килгән тип һанала. «Автоинспекция» һүҙе Рәсәйҙә 1920 йылдың 10 июнендә әйтелә башлай. Ул ваҡытта РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы Мәскәү һәм уның тирәһендәге хәрәкәтте күҙәтеү өсөн махсус декрет нәшер итә....

Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгем
Рубрикалар // 28-06-2011, 13:10


Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгемБеҙ Учалы районының Озерный ауылында йәшәйбеҙ. Башҡорт ҡурайы үҫкән, таш еләге, ер еләге, әберсәһе, сейәһе, әлмороно, энәлеге тәнгә им биргән тауҙар иле! Аратүбә, Оҙанғыр, Остобейек, Торһай... Атбил тауы. Ике тау килеп тоташҡан ер ат биленә оҡшаған. Унан борон халыҡ ҡалаға баҙарға йөрөгән. Түгелмә тауын уның башынан алып түбәнге осона тиклем ваҡ таш түгелгән кеүек ятҡан­ға шулай атағандар. Азамат утарының исеме Азамат тигән кешегә бәйле. Сөнки шунда уның бесәнлеге булған.
Мәрйә үлгән үҙәге. Юлда ҡайтып барғанында ҡаҙаҡтар бер мәрйәне талап үлтереп, шунда уҡ күмеп китә. Сахрайортта элек аттарҙы ярыштарға әҙерләгәндәр....

Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!
Новости / Башҡортостан // 28-06-2011, 10:46


Йөрәгегеҙҙә ижад осҡоно һүнмәһен!Йөрәгендә илһамлы ҡомар йөрөткән, дәртләнеп әүҙем ижад иткән кеше өсөн үҙенең талантының дәүләт кимәлендә баһаланыуынан да олораҡ бүләк юҡтыр. Республика йортонда 2011 йылдың Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһында мәртәбәле премияның лауреаттары өсөн дә был көн тормоштарындағы иң иҫтәлекле көн булып һаҡланыр, моғайын. Быйыл ул Йәштәр көнөндә конкурсҡа тәҡдим ителгән ете кеше араһынан һайлап алынып, башҡорт композиторҙарының ижадын сит илдәрҙә пропагандалағаны һәм фортепиано өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Искәндәр Ғафаровҡа, «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә халҡыбыҙҙың билдәле улы, ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың образын тыуҙырған өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡ­баевҡа, «Тәмле Яңы йыл» тип аталған балалар өсөн әкиәт һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн БР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре Зөлфиә Күскилди­наға тапшырылды....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM