RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Таштимер академияһы

28.06.2011 Таштимер академияһы

Таштимер академияһыБер танышым һуңғы йылдарҙа үҙенең эшендә байтаҡ уңыш ҡаҙанып, карьера баҫҡысы буйлап ышаныслы үрләй. Биографияһы менән таныштырғанда, ул һәр саҡ ике юғары белемле булыуына баҫым яһай. Баҡтиһәң, йәш сағында һөнәрселек училищеһында ла уҡыған икән. Ошо хаҡта ул өндәшмәүҙе хуп күрһә лә, училищелағы «Улар менән ғорурланабыҙ» тигән хөрмәт таҡтаһындағы фотоһы, исем-шәрифе уны баш-тояғы менән барыбер «һата». Нишләп ул тормошондағы был факт­ты башҡаларҙан йәшерергә маташа, тип уйлайһығыҙмы? Шунда уҡығаныма оялам, ти. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡҡан икән, уның нимәһе ояттыр инде... Киреһенсә, ғорурланырға кәрәк тә һуң − ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ! Әммә һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте.
− Үкенескә күрә, күптәр өсөн һөнәрселек училищелары өсөнсө сортлы уҡыу йорто һымаҡ ҡабул ителә шул, − ти Таштимер һөнәрселек училищеһы директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ғәйнур Рәхмәтуллина. − Бер заман йәмғиәтебеҙҙә, был системала гел насар өлгәшкән, тәртипһеҙ уҡыусылар ғына уҡый, тигән ҡараш барлыҡҡа килде һәм шул йылдан-йыл нығынды. Ә бит төптө дөрөҫ түгел! Тәү сиратта беҙгә мәктәптә төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙен аса, күрһәтә алмаған балалар килә. Әйтәйек, синыфта ун биш бала уҡый. Шуларҙың биш-алтыһы, беләме-юҡмы, һәр дәрестә әүҙем ҡатнаша, бөтә теманы ла яҡшы һәм тиҙ үҙләштерә, ата-әсәләре лә улар­ҙың белем кимәле менән даими ҡыҙыҡһынып, киләсәген хәстәрләй. Улар юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Тағы ла биш-алты бала уртаса уҡый: башы эшләй, ләкин ялҡаулығын еңә алмай, башҡа нәмәгә әүрәй. Уларҙы ата-әсәһе барыбер этеп-төртөп йә институтҡа, йә техникумға индерә. ҡалғандары яҡшы уҡыр ине лә, ләкин гел «дүртле» һәм «бишле»гә уҡығандарҙың күләгәһенән ысҡына алмай, инерция буйынса «өс»кә − көскә» йөрөп тик ята. Башланғыс синыфта уҡ уҡытыусылар ҙа уға ҡул һелтәһә, ата-әсәләре лә ипләп ыжламаһа, нимә эшләһен, ҡайҙа барһын ул бала?! Беҙгә килә. Һәм тора-бара күҙ алдында бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә: бөтә фәндәрҙән дә өлгәшә, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша башлай, хатта үҙен тотошонда ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Бына ошондай үҙгәрештәргә беҙ риза, улар беҙҙе бик ныҡ ҡыуандыра. Сөнки беҙҙең төп бурыс, автоматик рәүештә кемгәлер һөнәр биреү түгел, ә тормошта үҙ урынын тапҡан шәхес тәрбиәләү. Ғөмүмән, һөнәрселек училищеһы иң ғәҙел уҡыу йорто ул.
Егерме биш йыл ошо системала эшләгән Ғәйнур апай менән бәхәсләшеү урынһыҙ, сөнки ул хаҡлы. Әлеге ваҡытта мәктәптәр араһында барған «ярыш»та күпме сығарылыш уҡыусыһының юғары уҡыу йортона инеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Әйтерһең дә, тик юристар, табиптар, иҡтисадсылар − донъя тотҡаһы, ә һатыусылар, ашнаҡсылар, слесарҙар иҫәпкә бар, һанға юҡ. Әллә бынан ары бер кемгә лә икмәк ашарға, матур кейемдәр кейергә, автобуста йөрөргә кәрәкмәйме?! Әлбиттә, кәрәк! Эшсе ҡулдар хеҙмәт баҙарында һәр ваҡыт талап ителә, айырыуса кеше үҙ эшенең оҫтаһы булһа. Ошондай оҫталар Таштимер һөнәрселек училищеһында ла әҙерләнә.

Юбиляр училище

Былтыр үҙенең илле йәшлек юбилейын билдәләгән училищеның тамырҙары 14-се Белорет училищеһына барып тоташа. Йәғни, 1960 йылда үрҙә телгә алынған уҡыу йорто Әбйәлил МТС-ы базаһына күсерелеп, 17-се һанлы ауыл хужалығын механизациялау училищеһы тип үҙгәртелә һәм Белорет курсанттары тәүге сығарылыш уҡыусылары булып тарихҡа инә (әйткәндәй, биш тиҫтә йыл эсендә 25 меңдән ашыу уҡыусы белем алып сыҡҡан, улар араһында алдынғы эшселәр ҙә, етәкселәр ҙә туп-тулы). Тәүге йылдарҙа, ятаҡ булмау сәбәпле, уҡыусылар яҡын-тирәләге ауылдарҙан йөрөп уҡый, туғандарында, таныштарында йәшәй. Һуңынан директор Әсғәт Хәсәновтың тырышлығы менән 360 урынлыҡ ятаҡ төҙөлә, ике йыллыҡ механизаторҙар әҙерләү курсы асыла һәм яҡын-тирәләге райондарҙан да абитуриенттар күпләп килә. Сәғит Сафин етәксе булып эшләгән осорҙа ла уҡыусылар­ға төплө белем бирелә, училище бинаһы төрлө мәҙәни сараларҙан, спорт ярыштарынан гөрләп тора. Әлегәсә матур йолаларҙы дауам итеп, уҡыу йортонда Ә. Хәсәновтың, Ю. Рәхмәтуллиндың иҫтәлегенә − волейбол буйынса, Р. Ғимранов иҫтәлегенә шахмат буйынса ярыштар, КВН-дар, төрлө ижади бәйгеләр йыш уҙғарыла. Һәм иң мөһиме, күп уҡыусылар өсөн училище һаманғаса «Таштимер академияһы» булып ҡала. Сөнки тәүге тормош һабаҡтары ошонда алына, ҡанаттар ҙа тап бында нығына.

Матбуғатҡа – «йәшел ут»!

Илнур Мырҙагилдин етәкләгән училищены башҡа уҡыу йорттарына бер нисә йәһәттән өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Беренсенән, бында һәр бер бала иҫәптә, һәр уҡыусы − ус төбөндәге кеүек. Йәш ҡыҙҙарҙың һәм егеттәр­ҙең яҙмышы үҙ яйына ҡуйылмай. Уҡытыусылар, мастерҙар, тәрбиәселәр уҡыусыларҙың ғаилә хәле, һаулыҡ торошо менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, уларҙы төрлө сараларға, ярыштарға ылыҡтырырға, һәләттәрен асырға тырыша. «Булдыҡһыҙ», «эшкинмәгән» тигән ярлыҡтар бер кемгә тағылмай. Икенсенән, уҡыу йортонда матбуғатҡа иғтибар көслө. Быныһы беҙҙең өсөн айырыуса һөйөнөслө күренеш. Әйтәйек, икенсе курс уҡыусылары (егерме ете кеше) «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡый. Беренсе курста уҡыған бер төркөм егет «Молодежная газета»ға яҙылған, ә ҡыҙҙар − «Башҡортостан ҡыҙы»на. «Ватандаш», «Башҡортостан», «Әбйәлил», «Осҡон», «Шоңҡар» һәм башҡа гәзит-журналдарға ла яҙылыу­сылар бихисап. Шуға ҡарамаҫтан, училище китапханаһына ла матбуғат күп килә.
Әллә күпме гәзит-журнал араһынан тап беҙҙең «Йәшлек»те һайлап алып, уны яратып уҡыусылар менән нисек осрашмайһың? Егерме алты егет һәм бер ҡыҙ уҡыған төркөмдөң етәксеһе − Рәзинә Ғиләжева. Производствоға өйрәтеү буйынса мастер Көнһылыу Илһамова ла ошо уҡыусылар өсөн яуаплы. Һәр тәрбиәләнеүсебеҙ тураһында айырым маҡтап яҙырлыҡ, тиеште уҡытыусылар: «Мәҫәлән, Илшат Мөхөтдинов, Рауил Солтанов, Илсур Әминев, Юлай Сөнәғәтуллин яҡшы уҡыуҙары менән ҡыуандыра, Ирмәк Мөхәмәтйәнов, Ғәлиә Суфиянова йыр-моңға мөкиббән кешеләр, һәр бер егет − спортсы...» Шаяндар һәм отҡорҙар клубы уйындарында ла әүҙем ҡатнаша, шиғыр-йыр бәйгеләрендә лә ал бирмәй икән был төркөм. «Йәшлек»кә лә үҙ тәҡдимдәре менән сыҡтылар: Юлай спорт тураһында күберәк мәҡәләләр күрергә теләүен белдерҙе, Ғәлиә, йәштәргә арналған темалар төплөрәк яҡтыртылһын ине, тине, Владик Суфиянов башҡа уҡыу йорттары тураһында ла яҙыуыбыҙҙы һораны. Фидан Мөхәмәтдинов, Салауат Хәйруллин, Альфред Ғиләжев, Марсель Хөбөтдинов, Рәшит ҡарағолов һәм башҡалар − буласаҡ водитель, тракторсы, слесарҙар менән хушлашҡанда, тағы ла осрашырбыҙ әле, тинем. Сөнки улар араһынан мотлаҡ алдынғы механизатор, иң шәп шофер, алтын ҡуллы слесарь үҫеп сығырына шикләнмәнем. Ә иң шәптәр тураһында яҙыу − беҙҙең яратҡан шөғөл. Тимәк, улар менән иң матур осрашыуҙар алда әле.
...Ә үҙенең һөнәрселек училищеһында уҡыуын йәшерергә маташ­ҡан танышым, бөтә уңыш-ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, ошо уҡыусылар янында нисектер бахыр булып күренде, йәл булып ҡалды.

Әйткәндәй...

Һөнәрселек училищеларына нигеҙ XI − XV быуаттарҙа уҡ һа­лын­ған: кәсепселәрҙең (итексе, тегенсе, тимерсе һ.б.) балалары махсус мәктәптәрҙә уҡып, ата-бабаларының эшен дауам итергә әҙерләнгән. Һуңынан инде батша Петр I урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә, камиллаштырыуға күп көс һалған.
Совет власы йылдарында илебеҙҙә эшсе кадрҙарҙы әҙерләү билдәле бер системаға һалын­ғайны. Әлеге ваҡытта был система ҙур үҙгәрештәр кисерә.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…