НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәшәү көсө
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 4-06-2011, 13:22


Ҡасимды, бөгөн дә йоҡо алманы. Ул, көндәгесә, әйләнә лә тулғана, йәнен ниҙер өйкәй, тәрән уйҙарҙан сыға алмай. Уның төштәренән нишләптер әсәһе китмәй башланы. Был осорҙа үҙе лә ниңәлер ғәзиз кешеһен йыш хәтерләй. Бәлки, шуғалыр ҙа уйлағаны төшөнә инәлер.
Хәтерләмәҫлекме ни? Бер көндө эштән ҡайтышлай тап булған күренештән ныҡ ҡына тетрәнгәйне ул. Бынау ҡыҙыу эш ваҡытында, сәсеү барған мәлдә, ике-өс ҡатын иҫереп алған да, урам буйлап ауа-түнә китеп баралар. Әллә уларҙы хөкүмәтебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хәстәрлеге боҙамы?
Ҡасим тормоштоң йәмен ебәреүселәрҙе күреп, ныҡ ҡына борсолдо. Бына әле шундай уйҙарҙан арына алмай ыҙалана. Әсәйем әле иҫән булһа, белер ине йәшәүҙең ҡәҙерен, тип уфтана....

Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 4-06-2011, 12:59


Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәй­һе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...
Эш, эш тип йөрөп, хатта балама ла тейешле тәрбиә бирә алмағанмын икән.
Һинең менән бергә булһаҡ, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине. Һин мине ташларһың тип уйыма ла килтермәй инем бит... Артығыраҡҡа өмөтләнгәнмен, мине, буласаҡ кәләшем, тип яҡындарың, туғандарың менән таныштырып йөрөһәң дә, буласаҡ йәрең итеп икенсе берәүҙе һайланың.
«Бәхетлеһеңме?» – тип һора­ма­йым. Сөнки беләм: ул ҡыҙ менән тормошоң килеп сыҡмаған....

Ир бирмәк – йән бирмәк
Махсус бит / Письма // 4-06-2011, 11:18


Күңелемдәге борсолоуҙарҙы, ауыр уйҙарымды йәшереп йөрөүҙән шул тиклем арыным. Ҡайнар күҙ йәштәремә тик ҡараңғы төн генә шаһит.
Ситтән ҡарағанда, мин бик бәхетле ҡатын. Тормош иптәшем мохтажлыҡ күрһәтмәй, донъябыҙ етеш. Ҡаланан ситтә ҙур коттеджда донъя көтәбеҙ, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ирем өйгә бар нәмәне алып ҡайта, теге йәки был проблеманы хәл итеүгә мин бөтөнләй ҡыҫылмайым, быны гел ул башҡара. Дорфараҡ холҡон иҫәпкә алмағанда, эсеү, тартыу кеүек насар ғәҙәттәре булмаған бына тигән хәстәрлекле ғаилә башлығы ул. Иремде тоғро тормош иптәше тип һанап йөрөһәм, яңыраҡ уның һөйәркәһе барлығын белдем. Күптән ул ҡыҙ менән йөрөгән булған икән....

Һөйкөмлө кешеләр
Рубрикалар / Хәтер // 4-06-2011, 11:17


Ул ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше Ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә Ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай Ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.
Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.Һөйкөмлө кешеләр...

Профессиональное училище № 13 г. Уфы обьявляет прием учащихся
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:06


Государственное образовательное учреждение начального профессионального образования ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ УЧИЛИЩЕ № 13 г. Уфы ОБЪЯВЛЯЕТ П Р И Е М У Ч А Щ И Х С Я на 2011 – 2012 учебный год на обучение по профессиям, пользующимся спросом на рынке труда ПРИНИМАЮТСЯ: ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ УЧИЛИЩЕ № 13 г. Уфы ОБЪЯВЛЯЕТ ПРИЕМ УЧАЩИХСЯ. Мастер отделочных строительных работ, Мастер общестроительных работ, Монтажник технологического оборудования, Автомеханик, Сварщик, Электромонтер по ремонту и обслуживанию электрооборудования...

«Нурул Ислам» мәҙрәсәһе яңы 2011–2012 уҡыу йылына шәкерттәр ҡабул итә
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:03


Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының урта һөнәри дини белем биреүсе «Нурул Ислам» мәҙрәсәһе (Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан) 2006 йылдан рәсми рәүештә эшләй. Юстиция министрлығында (1060200011376 һаны менән 30.05.06) теркәү үтте һәм Мәғариф министрлығының дәүләт лицензияһын (А серияһы 256602 һаны менән 24.12.07) алды. Мәҙрәсәлә белем алыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу рәүешендә ойошторола. Уҡыу һәм йәшәү түләүһеҙ. Имам-хатип, мәзин, мөғәллимдәрҙең квалификацияһын күтәреү эше алып барыла....

Осрашыуға саҡырабыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 11:01


Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын 1970−1971 уҡыу йылында тамамлаусыларҙы 11 июндә үтәсәк осрашыуға саҡырабыҙ. Сара сәғәт көндөҙгө 11-ҙә акттар залында башлана. Белешмә өсөн Рифҡәт Шәйәхмәт улы Ғәбитовҡа 8-917-40-20-679 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә....

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Махсус бит / Письма // 4-06-2011, 11:01


Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе....

Зауральский филиал БГАУ обьявляет прием абитуриентов в Сибае
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 10:59


Зауральский филиал
Федерального государственного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Башкирский государственный аграрный университет» объявляет прием абитуриентов на 2011 – 2012 учебный год по следующим направлениям:Агрономия Зоотехния Агроинженерия Экономика Менеджмент Ветеринария...

Профессиональное училище № 83 приглашает на учебу
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-06-2011, 10:54


1. Мастер по техническому обслуживанию и ремонту машинно-тракторного парка (мастер наладчик по тех. обслуживанию маш.-трактор. парка, тракторист категории В, С, Д, Е, слесарь по ремонту с/х машин и оборудования, водитель автомобиля категории С) – 2 года 5 месяцев – на базе 9 классов
2. Мастер с/х производства (оператор животноводческих комплексов и механизированных ферм, слесарь по ремонту с/х машин и оборудования, тракторист-машинист с/х производства, водитель автомобиля категории В, С) – 3 года 5 месяцев – на базе 9 классов
3. Хозяйка усадьбы (оператор машинного доения, плодоовощевод, повар, учетчик) – 3 года 5 месяцев – на базе 9 классов
4. Автомеханик (слесарь по ремонту автомобилей, водитель автомобиля категории В, С) – 10 месяцев – на базе 11 классов
5. Пчеловод (пчеловод, водитель автомобиля категории С) – 10 месяцев – на базе 11 классов...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM