RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

04.06.2011 Һөйкөмлө кешеләр

Донъяла иң ҙур байлыҡ –
Кешеләр менән аралашыу байлығы.
Антуан-Сент Экзюпери.


Беҙҙең бәләкәй сағыбыҙ...

Ул ваҡытта минең тыуған ауылымда – Салауат районындағы Башҡорт Ил­секәйендә – көнө буйы уйнап онотолорлоҡ урындар күп ине: Һырт, Тирмән ҡаштаҡ, Саған башы, Тапау, Үртәмәй, Һикеяҙ буйы... Айына бер тапҡыр ат арбаһына кино аппаратын, һыу һауытына оҡшаған футлярға тимер ҡулсаға уралған кинопленкаларҙы тейәп, йә күрше ҡалмаҡ­ҡолдан Рамаҙан ағай Хәйрисламов, йә ҡа­ра­ғолдан Ибраһим ағай ҡа­симов кинофильм­ килтереп күрһәтер ине.
Үҫмер бала өсөн ғүмере буйына күңел түрендә йөрөтөрлөк, уның тәрбиәһенә йөкмәткеле йүнәлеш бирерлек өлкән дуҫының тормош өлгөһө бик әһәмиәтле.

Александра Александровна Рузе

Һөйкөмлө кешеләрЕгерменсе быуаттың 60-сы йылдары... Әсәйем Сафия Нәғим ҡыҙы Фәссәхетдинова (Хәкимова) ул саҡта һатыусы булып эшләй ине. Ваҡыты-ваҡыты менән Мөрсәлим ауылы ҡулланыусылар йәмғиәтенән, сельпонан, Шура әбей ревизия үткәрергә килә торғайны. Ул килеп инһә, өй эсенә ҡояш тулғандай була. Гел йылмайып тора, һалмаҡ ҡына һөйләшеүе, йомшаҡ тауышы һаман ҡолаҡ төбөндә. Мин һәм Әғзәм иркәм (беҙҙең яҡта ҡустыға һәм һеңлегә дөйөмләштереп әйтелгән һүҙ) үҙебеҙҙе күктең ете ҡатында кеүек хис итәбеҙ, беҙгә байрам тыуа. Ул, ғәҙәтенсә, күстәнәс – тәмле кәнфит, печенье, перәник алып килә.
Беҙҙе иң һоҡландырғаны – Шура әбейҙең, рус милләтле булып та, иҫ киткес һәйбәт итеп башҡортса һөйләшеүе. Шул турала ентекләберәк һөйләйем әле.
Александраның ҡарт олатаһы Иван Николаевич Рузе сығышы менән Эстляндиянан була. Иван Николаевичтың улы Александр Иванович Кавказда хәрби хеҙмәттә йөрөгәндә малярия (биҙгәк) менән сирләй. Һауыҡҡас, Һамар губернаһында йәшәгән алпауыт, дворян полковник Кленовский­ҙың адъютанты булып китә. ”Ул православный түгел, әллә католик, әллә лютеран булған, аныҡ белмәйем”, – тип һөйләне миңә олатаһы хаҡында Сара апай. Александр Ивановичтың Крис­тина исемле берҙән-бер һеңлеһе лә була. Ул ғүмер буйы Һамар өлкәһендә йәшәгән. Уның ҡыҙы Ира өлкән йәштә инде, Төмән өлкәһендә тормош көтә.
Полковник Кленовскийҙың, үҙенең ике ҡыҙынан башҡа, тағы ла крестный ҡыҙы (беҙҙеңсә морондоҡ) – Белозерова Дарья Петровна була. Дарьяның берҙән-бер ҡыҙы – Евдокия Семеновна Александр Иванович Рузеға кейәүгә сыға. Шул никахтан алты бала тыуа.
Өлкән улдары Николай, батша Рәсәйе офицеры, Граждандар һуғышы йылдарында аҡтар яғында һуғыша. Уны Екатеринбург төрмәһендә аталар.
Икенсе улдары Александр ҡыҙылдар яғында хеҙмәт итә. Шундай мәлдәр була: атай йортона аҡ офицер Николай ҙа, ҡыҙылармеец Александр ҙа бер сәғәттә ҡайтып инә торған булған. Әсәй өсөн ике улы ла ғәзиз. Бер туған ағалы-ҡустылы Николай менән Александр ҙа, бер-береһенә ташланып, киҫкен бәрелештәргә бармаған. Туғандарҙың үҙ-ара татыу­лыҡ фәлсәфәһе ғаилә нигеҙен тотҡан. Дүрт ҡыҙ – Ольга, Ва­лентина, Александра, Елизавета ла үҙ-ара һоҡланғыс туғанлыҡ нуры менән береккән була. ҡыҙҙар ағаларын айырыуса яратҡан.

Башҡортостанға күсеү

Столыпиндың аграр реформаһы йылдарында Александр Иванович Рузе Башҡортостанға күсеп килә. Уны, ер алып, үҙ хужалығы менән иркенләп йәшәп китеү теләге ошо ҡарарға этәрә. Хәҙерге Дыуан ра­йонының Мәсәғүт һәм Иҫке Хәлил ауылдары эргәһендә Мөхәммәҙиә исемле башҡорттан 70 дисәтинә ерҙе, дисәтинәһенә 70 тинме (һуммы) түләп, һатып ала. Бура ултырталар, өйгә нигеҙ ҡоралар. Ләкин башланып киткән революцион түңкәрелеш был ғаиләнең генә түгел, барса халыҡтың тормошон тамырынан үҙгәртә.
(Александр Иванович ғүмеренең һуңғы көндәрендә бишенсе балаһы – ҡыҙы Александраға, Сара апайҙың әсәһенә, һыйына. Ул 1927 йылда вафат була.)
Революция алдынан, 1915 йыл­да, Александра Мәсәғүттәге ҡа­тын-ҡыҙҙар гимназияһына уҡырға инә. 1918 йылда 4-се синыфты та­мамлай. Заманына ҡарата етерлек грамоталы ҡыҙ була. Ғаилә 20-се йылдар башында Мөрсәлим станцияһына күсеп килә. Бында тимер юл төҙөлә башлаған була.
Иң ҡыҙыҡлы хәбәр алда.

Мөфтәхетдин Низаметдин улы Низаметдинов һәм уның нәҫел-нәсәбе

ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән Александр Александрович бер ваҡыт ҡунаҡҡа үҙенең командир иптәшен алып килә. Дуҫы Клецконың Ольгаға күҙе төшә. Йәш егет менән ҡыҙ араһында етди мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Аҙаҡ ул Ольганы үҙенең тыуған еренә – Смоленск өлкәһенең Узкое ауылына алып китә.
Йәштәрҙең никахын советса теркәгән ҡалмаҡҡол ауыл советы сәркәтибе Мөфтәхетдин Низамет­динов Ольганың һеңлеһе, сибәр Александраға ғашиҡ була.
Мөфтәхетдин Низаметдин улы Низаметдинов 1888 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Түбәләҫ улусының Сүрәкәй (Нуғай) ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Уның шәжәрәһе Сүрәкәй ауылына нигеҙ һалыу­сы Сүрәкәй олатайға барып тоташа.
Мөфтәхетдиндең атаһы Низа­мет­дин Фәхретдинов – Сүрәкәй (Нуғай) ауылының старостаһы Йүрүҙән заводының хужаһы менән дуҫ булған.
Низаметдиндең беренсе ҡатыны Мөғлифәнән Камалетдин тыуған. Ә Камалетдиндан дүрт ҡыҙ – Мәүлиха, Гөлзифа, Һәҙиә, Нәғимә һәм Өмөтхужа исемле ул тыуған. Һәҙиәләре Тирмән ауылына кейәүгә сыға. Ул күренекле шағир Сафуан Әлибаевтың әсәһе.
Икенсе ҡатыны Бабисафа туғыҙ бала таба: Фатиха, Фәттәхетдин, Мөфтәхетдин, Фәссәхетдин, Файза, Ғәҙелниса, Сәмсиниса, Бәҙерниса, Гөлниса.
Өсөнсө ҡатыны беҙҙең Башҡорт Илсекәйе ауылынан, минең атайымдың нәҫел бабаһы Хилажетдин ҡыҙы Хөппижиһан була. Хөппижиһандың балалары: Йыһангир, Йәмһүр, Йы­һанур, Сәләхетдин, Мәликә, Хәби­рә, Хәмиҙә.
Хөппижиһандан тыуған өлкән улы Йыһангир Рус-япон һуғышына китеп, Цусима өсөн барған һуғышта һәләк була. Тере ҡайтҡан яуҙашы ошо хаҡта еткерә. Бына шулай, кескенә йылғаһы һәм тау шишмәһе генә булған ауылдан китеп, ғәйрәтле диңгеҙҙе күргән, яуыз дошман йәҙрәһенән һәләк булған башҡорт балаһы.
Сәләхетдин тигән улы революция йылдарында, Түбәләҫ урыҫтары менән ер өсөн бәхәсләшкәндә, үлтерелә. Уның Ғәлә­летдин менән Рабиға тигән балалары етем ҡала. ҡыҙы Хәмиҙә ҡарағолға тормошҡа сыға. Уның улдары Мөхәмәтхан, Әнүәр, Закуан Ғилметди­новтар Мәскәү институттарында юғары белем ала, Күмер­тауҙа йәшәйҙәр. Мөхәмәтхан Күмертау ҡала партия комитетында, Әнүәр күмер сығарыу производствоһында етәксе вазифаларҙа эшләне.
Мөфтәхетдин Берен­се донъя һуғышында ҡатнаша. Әсир­леккә эләгә, байҙарға эшләп, йән аҫрай. Эсәр һыуы бөтмәгәндер, шундай мәхшәрҙән ҡотолоп, иленә ҡайта. Шунда немецса яҡшы уҡ һупаларға өйрәнә.
Заманалар хәтәр була. Йырҙа йырланғанса, “ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”. 1918 йылда 25-се Тимер кавалерия дивизияһының 28-се кавалерия полкы составында Петроград фронтында Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Полк командиры Усман Ғайнанов була. Уларҙы Бәләбәйҙән Стәрлетамаҡ­ҡа килтереп, Петро­градҡа алып китәләр. Кронштадт болаһын баҫтырыуҙа ла ҡатнаша ул. 1920 йыл башында егет Стәрлета­маҡ­ҡа ҡайтып, әрме хеҙ­мәтен тамамлай. Революцияға тиклем башлан­ған Себер тимер юлының икенсе сиратын төҙөүҙә ҡатнаша.
Мөфтәхетдин – таҙа мыҡты кәүҙәле, сөм ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, йор һүҙле ир-егет була. Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни?
Етмәһә, үҙен матур итеп тота белә, өҫтөн-башын ҡарап, хром итектәрен ялтыратып та­ҙар­тып йөрөй. ҡа­тын-­ҡыҙға итәғәтлелек күрһәтә. Оҫта бейей, тансала ал­маш­тырғыһыҙ кавалер.
Өйләнгәс, 1925 йылға тиклем бик сәйер атамалы “Нашитат” коммунаһы рәйесе була.
Мөфтәхетдин менән Александра бөтәһе биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Тәүге улдары Йыһангир (Евгений) – 1923 йылғы, Динә – 1925 йылғы, Сара – 1927 йылғы, Альберт – 1932 йылғы, Борис – 1934 йылғы.
Ике телдә лә – урыҫса ла, баш­ҡортса ла иркен аралаша белеүсе балалары, ата-әсәһенә оҡшап, асыҡ, мөләйем йөҙлө, киң күңелле булып үҫә. Ошо матур хикәйәтте беҙгә еткереүсе хөрмәтле Сара апай – быға асыҡ миҫал.

Мөфтәхетдин Низамовтың нәҫел шәжәрәһе:

Сүрәкәй – Түбәләҫ ырыуына ҡараған ауылға (Нуғай) нигеҙ һалған – Мәжит Сүрәкәев (1816 йылғы ревизия материалында исеме бар, 1760 йылғы) – Өмөтхужа (1803 йылғы ревизия материалында теркәлгән) – Фәхретдин (1823 йылғы) – Низаметдин (1843 йылғы) – Мөфтәхетдин (1888 йылғы).


“Ил күргәнде күрҙек”

Һөйкөмлө кешеләрҺуғыш алдынан, Ольга апаһы бик саҡырғас, һағыныу ҙа үҙенекен итә, Александра өс балаһы – Йыһангир, Динә, Сара менән 20 йыллап күрешмәгән апаһы Ольгаға ҡунаҡҡа бара һәм Сараны унда бер йылға торғоҙоп ҡалдыра. Сара мәктәптә уҡый, украин телен өйрәнә. Һуғыш башланғас, йәһүд ҡыҙы тип уйламаһындар өсөн, Сара­ның исемен Александра тип яҙҙыралар документҡа. Автобус, эвакуация поезы менән уны ҡайтарып ебәрәләр. Сара имен-аман Башҡор­тостанға ҡайтып етә.
Оляның ике улы була: өлкәне Вячеслав – 1924 йылғы, кесеһе Воло­дя – 1932 йылғы. Һуғыш сыҡҡан көндө Вячеслав Усвяты тигән күрше ауыл мәктәбенә велосипедта имтиханға барған була.
Ут-ялҡын, бомбалар шартлап ярыла, һалдаттар ебәрмәй, ҡамау­ҙа торалар. Вячеслав, күлде йөҙөп сы­ғып, ауылына ҡайтып етергә өмөтләнә. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмаҫын аңлағас, ул велосипедын һата ла, шул аҡсаға Башҡортостанға юллана. Алексан­дра апаһының адресын белә.
Был ваҡытта колхоз малдарын ҡыуып китеп барған булалар. Егет мал ҡыуыусы булып та эшләп ала. Бер аҙҙан көнсығышҡа китеп барған бер эшелонға эләгә һәм шуның менән Мөрсәлимгә яҡынлаша. Ләкин эшелон туҡтамай, йән-фарман уҙып китә. Вячеслав, тәүәккәлләп, Тирмән һәм Күкшик араһында поездан һикереп төшөп ҡала.
Ваҡиғалар тағы ла киҫкенләшә. Унда хәрби һаҡ торған була. ҡарауылдағылар менән мөнәсәбәттәр тәрәнгәрәк китер ине, әгәр ҙә һалдаттар, бәхеткә күрә, был ихлас ғаилә менән таныш булып сыҡмаһа. “Күрәм, Дамка ҡушаматлы этебеҙ са­бып килә, уғаса булмай, һалдаттар Вячеславты оҙатып килтерә икән. Ни иларға, ни көлөргә белмәйем, ҡаршы йүгереп сыҡтым да, “Мама ҡай­ҙа?” – тигән бул­дым (мин Ольга апайымды “мама” тип йөрөтә торғайным)”, – тип һөйләне Са­ра апай.
Бына шулай, этләнеп, Вячес­лав Башҡор­тостанға килеп юлыға.
Бәләкәй Володя менән Ольга Алексан­дровна фашис­тар тарафынан эшкә оҙатыла. Ольганы нисектер улынан айыр­майҙар. Улар бер поляк ҡатынының хужалығында тир түгә. Ольга Алексан­дровна һыйырҙарҙы һауып ҡына ҡалмай, бар ауыр эште башҡара. Ә бәләкәй Володя көтөү көтә.
Владимир, һуғыш бөткәс, Ле­нин­град университетының урман хужалығы факультетын тамамлай.

Ысын кеше булып ҡала белеү

Мөфтәхетдин һәм Шура әбейҙең иң өлкән улы Йыһангир бабай башта Халхин-Голдағы ваҡиғалар­ҙа, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Алыҫ Көнсығышта Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1948 йылда һағынып көткән ата-әсәһе, туғандары янына Мөрсәлимгә ҡайта, ғаилә ҡора. Тимер юлында, төҙөлөш материалдары комбинатында етәксе булып эшләй. Төп эшенән башҡа иптәштәр судының алмаштырғыһыҙ рәйесе була. Уны кешеләр менән итәғәтле аралашҡан, бәхәсле һорау­ҙарҙы ыңғай хәл итеп, ауылдаштарының күңел һағында торған ғәҙел кеше итеп хәтерләй замандаштары. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Нина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан иртә китеп барҙы. Тамара исемле ҡыҙы Төйлөгәндә йәшәй.
Хәҙер Йыһангир ағайҙың ейәнсәре Римма Рәфҡәт ҡыҙы Мөрсәлим урта мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Сара апай һуғыш йылдарында ҡалмаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Артабан уҡыу теләге уны Өфө физкультура техникумына алып килә.Тауар поезының өҫтөндә ятып ҡайтып килгәндә, бергә уҡып йөрөгән егет Миңйәр станцияһы эргәһендәге тоннелде үтеп барғанда фажиғәле һәләк булғанлыҡтан, техникумда уҡыуын тамамлай алмай.
Аҙаҡ Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһындағы тиҙләтелгән ун бер айлыҡ геолог-разведка курсында уҡый. Был йылдарҙа Һатҡы ҡалаһындағы “Магнезит” заводына нигеҙ һалына. Шул айҡанлы геология разведкаһы бик күп эш башҡара. Улар беренсел (первичный) тоҡомдарҙы ентекләп тикшерә. Тимер, боксит ятҡылыҡтарын эҙләй. Гидро­күҙәтеүсе булып эшләгәндә, Сара апайға һыбай йөрөргә тура килә. Ул тәрән һәм уңайһыҙ шахтаға төшөп, һыуҙың кимәлен үлсәп, күҙәтеү һөҙөмтәләрен ентекләп журналға теркәп барырға тейеш. Ҙур заводҡа нигеҙ һалыр алдынан, был урында ер аҫты һыуҙары бармы-юҡмы, тип етди тикшереү эше ойоштороу талап ителә. Бер тапҡыр Сара апай, бейәһе өҫтөндә килеш, һаҙлыҡҡа батып үлә яҙа. ҡыҙҙың уң аяғы аттың кәүҙәһе аҫтында ҡыҫылып ҡала. Хоҙай ҡушыуымы икән, тере ҡалалар, тик Сара апайҙың аяғы бер аҙ зәғифләнә. Хәҙер ул һыҙлап яфалай.
Һатҡы ҡала һаҡлыҡ кассаһында кассир булғанда ла еңел булмай. Ул ваҡытта электричкалар юҡ, тауар вагондарына ултырып йөрөргә тура килә. Хәүефле заман, һуғыштан һуң да енәйәтселек кәмемәгән. Ҙур суммалағы аҡса менән йөрөргә тура килә. Һилиә станцияһы милиция хеҙмәткәрҙәре уны почта вагонына ултыртып оҙата. Бер тапҡыр хатта ҡораллы матрос уны Мөрсәлим станцияһына тиклем оҙатып килә.
Алты айлыҡ курс үтеп, Мөрсәлим эзбиз заводында лаборантка булып эш­ләй.
ҡалмаҡҡол ауыл советында, хәҙергесә әйткәндә, эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарған йылдары хаҡында урындағы халыҡ бик маҡтап телгә ала. “Эште белеп, ентекле башҡарыуы, кеше күңеленә үтеп инерлек мөләйем аралашыуы өлгө алырлыҡ ине”, – тиҙәр уның тураһында замандаштары.
Бөгөн Сара апай Йыһангир ағаһының ейәнсәре Римма Рәфҡәт ҡыҙы һәм Динә апаһының ҡыҙы Тамараға таянып йәшәй. Туған-тыумасалары, уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәр­ҙәре тураһында даими хәстәрлек күреп, рухи ҡәнәғәтләнеү табып йәшәй ул.
Һүҙ менән генә һөйләп бөтөрөрлөк түгел, үҙен күреп аралашыр кәрәк. Башҡортса ла сатнатып, рус телендә лә еренә еткереп һөйләшә ул. Һәр һүҙе – күңел хазинаһы, кәңәштәре алтындай ҡәҙерле. Кешелеклелеге – ынйы-гәлсәрҙәй саф.
Оҙаҡ йәшәгеҙ, яҡындарығыҙҙың тормошон йәмләп, һөйөклө Сара-Александра апай һәм изгелекле Тамара!

Миңһылыу АБДУЛЛИНА,
БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”