НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 40(2011) » Страница 2

АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:01


Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса маҡсатлы эш алып барыла
АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪЫрымбур өлкәһенә күптән юл төшкәне юҡ ине, унда барырға Башҡорт Аллабирҙеһе ауылында ойошторолған төбәк-ара семинар сәбәпсе булды. Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлыҡтары, Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт, ижтимағи һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге берлектә үткәргән мөһим сараның “Глобалләштереү осоронда башҡорт халҡының этномәҙәниәтен һаҡлау проблемалары” тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен уҡытыу буйынса был ауыл мәктәбендә бай тәжрибә тупланған....

Башҡорт бейеүенән башҡортлоҡ юғала бара
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:00


Башҡорт бейеүенән башҡортлоҡ юғала бараБашҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Нефтселәр мәҙәниәт һарайы менән берлектә «Бөгөнгө заман: милли мәҙәниәт үҫеше үҙенсәлектәре» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, ошо сара сигендә филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт халыҡ бейеүе» (Г. Баймырҙина менән берлектә) китабының исем туйы ла үтте....

Халҡың етеш йәшәһен тиһәң, балаңды эшҡыуар итеп тәрбиәлә
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:59


Бөгөн, башҡорттар араһында эшҡыуарҙар күп түгел, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ни эшләйһең, был беҙҙең тәбиғәткә һалынмағандыр, бәлки. Шулай ҙа заманға яраҡлашырға ла кәрәктер ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бизнес үҙәге барлыҡҡа килеү ҙә заман талабы булды....

Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡла
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:57


Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡлаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда һүҙ, дөйөм алғанда, башҡорттарҙың бай тарихына байҡау яһау, билдәле шәхестәре исемдәрен мәңгеләштереү, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын барлау хаҡында барҙы. Ни өсөн сара тап бына ошо ауылда ойошторолдо һуң? Эш шунда: был ауылда тыуып үҫкән Юлай Аҡсулпанов атлы егет, зыяраттағы боронғо яҙыулы ҡәбер таштары хаҡында тарихсыларҙың, ғөмүмән, белгестәрҙең фекерен белергә теләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына мөрәжәғәт итә. Етмәһә, Күсәрбайҙа башҡорт дворяндары нәҫеле лә йәшәй икән.
Ауылға килеү менән тарихсылар, ҡоролтай вәкилдәре зыяратҡа барып, ҡәбер таштарын ҡараны, уларҙы киләсәктә өйрәнер өсөн пландар ҡорҙо....

Һоҡланмайса мөмкин түгел
Конкурстар // 24-05-2011, 09:55


«Йәшлек»кә реклама» конкурсында еңеүсе мәктәп принтерға лайыҡ булды
Һоҡланмайса мөмкин түгелТоғро дуҫтар осрашҡанда ғына шулай була: күңелдәр көр, кәйеф күтәренке, күпме һөйләшһәң дә һүҙ бөтөрлөк түгел. Гәзитебеҙҙең ошондай лайыҡлы дуҫтарының береһе – Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе коллективы. Гәзитебеҙ ойошторған «Йәшлек»кә реклама» конкурсында икенсе урын яулаған мәктәпте ҡотларға барғанда ла шулай булды. Дуҫтарыбыҙ беҙҙе әллә күпме уңыштар, матур еңеүҙәр менән ҡаршы алды....

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Әҙәбиәт // 24-05-2011, 09:52


Яңыраҡ Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған Башҡорт балалар әҙәбиәте көндәре үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының баш әҙәби консультанты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Һ. Дәү­ләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаттары – шағирә Гөлфиә Юнысова һәм яҙыусы Факил Мыр­ҙаҡаев, Н. Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаты – яҙыусы Илдус Тимерханов, шағирә, тәржемәсе Рәшиҙә Бик ҡатнашты....

Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВАЛЕНДӘ!
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:51


22 майҙа Францияла донъяның иң һәйбәт кинофильмдарын йыйған, абруйлы халыҡ-ара Канн фестивале тамамланды. Бөтә донъя кино «йондоҙ»ҙары, билдәле кино сәнғәте әһелдәре ҡатнашҡан сараны тантаналы ябыу кисәһендә беҙҙең башҡорт егете, йәш кинорежиссер Айнур Асҡаров та ҡатнашты − уның «Башҡортостан» киностудияһында эшләнгән «Еңмеш» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы Канн фистиваленең Short Film Corner ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында күрһәтелде....

Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тә
Новости / Мәғариф // 24-05-2011, 09:48


Баш ҡалалағы Конгресс-холда Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде
Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тәУҡыу йылы тамамлана. Йыл буйы кем нисек уҡыған, ниндәй уңыштар­ға өлгәшкән – ошоларға йомғаҡ яһар­ға ваҡыт етте. Йыл һайын уҡыу йылы аҙағында «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар республика форумы ойошторола. Быйыл ул 20 майҙа Конгресс-холда үтте. Унда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашты. Быйыл «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Уҡыусыларҙы оло еңеүҙәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Әлфис Ғаязов тәбрикләне....

Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар
Гәзиткә яҙылыу // 24-05-2011, 09:45


Ошо көндәрҙә Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо
Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдыларҮҙәк майҙанда матбуғат баҫмалары биләгән өҫтәлдәр халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бында нимә һаталар, тигән кеүек, былай ғына килеп ҡыҙыҡһынып китеүселәр ҙә булды, гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҙа. Район гәзитендә алдан бирелгән иғлан буйынса көнөн белеп, махсус рәүештә гәзит-журналдарға яҙылырға килгән кешеләр ҙә бар ине. Почта хеҙмәткәр­ҙәренең: «Әйҙәгеҙ, гәзиткә яҙылығыҙ», – тигән тәҡдименә: «Күптән яҙылдым бит инде», – тигән яуаптарҙы ишетеү бигерәк күңелле, был иһә почтальондарҙың да тырышыуын күрһәтә....

Алда әле заман имтиханы...
Новости / Мәғариф // 24-05-2011, 09:42


Алда әле заман имтиханы...Иртәгә – һуңғы ҡыңғырау. Башланғыс һәм урта синыф уҡыусылары өсөн был көн, уҡыу тамамланыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалып, күңелле каникул яҡынлашыуын аңлатһа, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн мәктәп менән хушлашыу билдәһе лә ул. Быйыл Башҡортостанда 27 меңдән ашыу уҡыу­сы мәктәпте тамамлай. Тағы бер ай­ҙан улар, туған мәктәптәрен ҡалдырып, төрлөһө төрлө яҡҡа тараласаҡ, ә әлегә алда иң яуаплы осор – берҙәм дәүләт имтиханы көтә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM