RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

24.05.2011 Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Яңыраҡ Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған Башҡорт балалар әҙәбиәте көндәре үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының баш әҙәби консультанты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Һ. Дәү­ләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаттары – шағирә Гөлфиә Юнысова һәм яҙыусы Факил Мыр­ҙаҡаев, Н. Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаты – яҙыусы Илдус Тимерханов, шағирә, тәржемәсе Рәшиҙә Бик ҡатнашты.
Әҙиптәр Ағиҙелдә баш­ҡорт гимназияһында, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙә, үҙәк китапханала, сәнғәт мәктәбендә, Нефтекама ҡалаһында баш­ҡорт гимназия-интернатында, 2-се һәм 13-сө мәктәптәрҙә, балалар һәм үҫмер­ҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә уҡыу­сылар, уҡытыусылар, китапханасылар, ата-әсәләр менән осрашты. Өфө ҡунаҡтары үҙ ижады менән таныштыр­ҙы, китаптарын бү­ләк итте, автографтар бирҙе. Уҡыу­сылар ҙа сәхнәгә күтәрелде: шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр, әкиәт-хикәйәләрҙе сәхнәләштереп күрһәттеләр. Уларҙың һорауҙары ла яуап­һыҙ ҡалманы.
Нефтекаманың 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә иһә әҙиптәр менән бер рәттән, 5-се һәм 8-се синыф уҡыусылары Анас­тасия Та­бишева, Айһылыу Яруллина үҙҙәре яҙған шиғырҙар­ҙы һөйләне. Яҙыу­сылар шиғриәттә ҡә­лә­мен һынап ҡараусыларҙы Бәләбәй ҡалаһында ойошторол­ған «Илһам шишмәләре» фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы. «Әҫәр­ҙәрегеҙҙе балалар һәм үҫмер­ҙәр өсөн сығарылған гәзит-журналдарға ла ебәрә алаһығыҙ», – тине улар.
Һәр кисә-осрашыуҙа шундай фекер яңғыраны: балалар әҙәбиәте көндәрен даими үткәрергә кәрәк, сөнки яҙыу­сылар менән аралашыу үҫмер­ҙәргә тормошто аңлар­ға, йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға ярҙам итә.

Ф. СӘЛИХОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)