Буранға һылтаныу дөрөҫ булмаҫ
Новости // 14-02-2011, 13:10
Республика метеорологтары үткән аҙна башында уҡ алдағы ял көндәрендә бурандар сығыуы, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте водителдәрҙе, алыҫ юлға сыҡмай тороу хәйерлерәк булыр, тип иҫкәртә килде....
“Шиғриәткә хеҙмәт итеү –барлыҡ бурысым”
Әҙәбиәт // 12-02-2011, 11:53
Билдәле шағирә, әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова – поэзияла ла, прозала ла әүҙем ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. Уның ижады төрлө ғалимдар тарафынан билдәле кимәлдә мәҡәләләрҙә, хеҙмәттәрҙә киң яҡтыртылды. Күренекле ғалим һәм әҙип Ғайса Хөсәйенов Кәтибә Кинйәбулатованың шиғриәте тураһында яҙған мәҡәләһендә, уның бар булмышы менән нескә лирик, хиссән шағирә булыуына ишаралай, ихласлығына һәм тәбиғилегенә баҫым яһай. Һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарында ла шағирә был сифаттарына тоғро ҡала, шулай ҙа тормошта күпте күреп, күпте кисереп, ул хәҙер күберәк уйсан ҡарашлы, фәлсәфәүи фекерле, хатта ки моңһоуыраҡ һәм һағышлы ла.
“Ғүмер түгел, бер көн үткәндәй...” тигән шиғырында автор, үткән тормошона йомғаҡ яһағандай, былай ти:...

Һайрар ҡоштоң наҙлы моңдары
Әҙәбиәт // 12-02-2011, 11:50
Бойҙаймы, кәбәкме?
Новости / Мәҙәниәт // 12-02-2011, 11:47
йәки Башҡорт сәхнәһендәге реформаларға минең тәҡдимдәр
Элегерәк театрға бик йыш һәм ҡыҙыҡһынып йөрөй торғайным. Тик йылдар үткән һайын уның бер урында тапанып тороуын көндән-көн нығыраҡ күрә башланым – театр музейындағы боронғо фотоларҙы ентекләберәк ҡараһаң, 80 йылдан ашыу үткән ғүмер хәҙерге сәхнәлә һиҙелмәй – шул уҡ ҡыланыштар, натуралистик декорациялар, костюмдар, ҡомғандар, ситәнле өй алды, гармун, сабаталар, биҙрәләр һ.б. Ә геройҙар спектаклдән – спектаклгә, театрҙан театрға күсеп йөрөүсе үлемһеҙ штамп – тәмле-татлы егет менән ҡыҙ, һаҡаллы бабай менән яулыҡ ябынған әбей, насар холоҡло етәксе... Шул арала донъяла ниндәй генә хәлдәр булманы: Икенсе донъя һуғышы, репрессиялар, йыһанға осоу, үҙгәртеп ҡороу, тәбиғи һәм техноген һәләкәттәр, ә хәҙерге көндә компьютер, терроризм – былар бөтәһе лә кешенең күңеленә үтә ныҡ тәьҫир итеп, донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашлы яңы кешене тыуҙырҙы. Ә һуҡыр, битараф, һаңғырау һәм телһеҙ «театр» бер ҙә үҙгәрмәне, эҙләнмәне, уйланманы, тормош менән бергә атламаны, уның өсөн тетрәндергес бәлә-ҡазалар, яңы асыштар, катастрофалар булманы, тик әллә ҡасан фани донъянан киткән тамашасы өсөн эшләүен дауам итте һәм итә. Театрҙың финанс яғы, техникаһы, технологияһы үҙгәрҙе, коллектив та алмашынып яңырып торҙо, тик донъяға ҡарашы, йөкмәткеһе боронғо ҡаҙылдыҡ булып ҡалды. Ошо тапаныуҙың ( ә сәнғәттә был артҡа сигенеү) сәбәбе мине бик борсой....

Полиция эш башлай
Новости / Рәсәй // 12-02-2011, 11:45

Ҡануниәтте үҙгәртеү – бер, ә органдарҙа эш сифатын күтәреү тағы ла мөһимерәк эш. Бының өсөн артабан да указдар, ҡарарҙар сығасаҡ әле. Шуныһы билдәле: эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре аттестация үтәсәк. Ил Президентының белдереүенсә, был полицияға тик иң яҡшы белгестәр күсеүен тәьмин итәсәк. Нәҡ улар өсөн дәүләт торлаҡ, белем алыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү мәсьәләһен хәл итәсәк. РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев полицияның штаты, милиция менән сағыштырғанда, 20 процентҡа әҙерәк буласағын әйтте. 2012 йылға полицейскийҙарға хеҙмәт хаҡы түләүҙең дә яңы системаһы эшләй башлаясаҡ. Мәҫәлән, полиция лейтенанты 45 мең һумдан да кәм алмаясаҡ....
Сусҡа күҙе йондоҙ күрмәҫ
Махсус бит // 12-02-2011, 11:43
Хәҙерге заман гөрләп, аҡтарылып аҡҡан ташҡын йылға менән бер. Ул таштарҙы ҡуҙғатырға маташа, ярҙарҙы йыуа, ағас-ҡыуаҡтарҙы тамырынан аҡтара. Монтарлы һыуҙың төбөндә һәр саҡ ҡом ҡайнай, өҫтөндә сүп-сар өйөрөлә.
Ошо күренештең сағылышылыр инде, Мәскәү гәзиттәренең ҡайһыһын ғына асма, олигархтар һәм милек бүлешеү тураһында мәҡәләләргә төртөләһең. Теманың көнүҙәк булыуы Рәсәйҙә баҙар иҡтисадының формалашыуы ниндәйерәк баҫҡыста тороуын күрһәтә. Әйткәндәй, миңә ошо мәсьәләләр буйынса гәзит һәм журналдарҙа, радиолағы сығыштарҙа ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашыу форсаты булды....

Ҡышҡы ваҡыт булмаясаҡ?!
Рубрикалар // 12-02-2011, 11:40

Ғәйебен таныны, бурысын түләмәне
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 11:38
Гәзитебеҙ редакцияһына Сибай ҡалаһынан ошондай йөкмәткеле хат килде:
«Хөрмәтле редакция!
«ИП Куликова» шәхси эшҡыуарҙың һөт заводында эшләп-эшләп, әлеге ваҡытта үҙебеҙгә тейеш эш хаҡын түләтә алмайбыҙ.
Куликова Екатерина Андреевна беҙгә, үҙенең эшселәренә, 2009 йылдың 1 ноябренән эш хаҡы түләгәне юҡ. Һуңғы ике йылда, эш хаҡы алыуҙан төңөлөп, күптәр эштән сығып бөттө. 2010 йылдың 24 ноябрендә, коллективтың ғаризаһына ярашлы, Куликова суд яуаплылығына тарттырылды һәм ғәйепле тип табылды. Әммә, судтан һуң ике ай үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙ һаман үҙ аҡсабыҙҙы ала алмайбыҙ, бер ниндәй ҙә ыңғай хәрәкәт юҡ был йүнәлештә. Телевизорҙан Рәсәй Президенты ла, Башҡортостан Президенты ла даими рәүештә, эш хаҡы түләмәүселәргә ҡаршы ныҡлап көрәшергә кәрәк, тип һөйләй. Әммә Куликова ханымды суд та, приставтар ҙа ҡурҡыта алмай, күрәһең. Хәҙер инде икенсе кеше исеменә күсереп яҙылған һөт комбинаты һаман да эшләй, уның продукцияһын Магнитогорск, Орск, хатта Сибай магазиндарында ла күрергә була, ә беҙгә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы берәү ҙә түләргә йыйынмай. Беҙҙең хәлде гәзит аша фаш итһәгеҙ, бәлки, Куликова Екатерина Андреевна оялыр, йә булмаһа, хоҡуҡ яҡлау органдары проблемаларыбыҙға иғтибар итер ине. Балаларын мәктәпкә әҙерләй алмай, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмай хитланған ғаилә башлыҡтарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлап, хәлебеҙгә инер кеше табылыр, бәлки.
Ихтирам менән – «ИП Куликова»ның элекке эшселәре төркөмө»....

Терактҡа әҙерлек булғанмы?
Новости // 12-02-2011, 11:37
Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары Октябрьскийҙа сираттағы ҙур операция үткәрҙе – һөҙөмтәлә террористик төркөм («Октябрьский джамаат» тигән исем аҫтында) ағзалары ҡулға алынды....
Имтихандарҙа ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала
Новости / Мәғариф // 12-02-2011, 11:36
Ситтән күҙәтеүселәрҙе БР Мәғариф министрлығы аккредитациялаясаҡ. Аккредитацияға ғаризалар ҡабул ителә башлаған һәм ул 5 апрелдә тамамлана. Уны үтеүселәргә билдәләнгән өлгөләге танытма бирелә. Тик ситтән күҙәтеүселәр БДИ-ға әҙерлек эшенә һәм уны үткәреүгә ҡыҫылырға, йомғаҡлау аттестация комиссияһы ағзаларына булышлыҡ итергә йәки ҡамасауларға, мобиль элемтә менән ҡулланырға, аудиториянан сығырға тейеш түгел. Имтихан ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында ул БР Дәүләт имтихандар комиссияһына йәки БР Мәғариф министрлығына хәбәр итә ала....