RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Татыулыҡҡа дан йырланды

12.02.2011 Татыулыҡҡа дан йырланды

Татыулыҡҡа дан йырландыМилләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын беренселәрҙән булып Башҡор­тостан яҙыусылары асып ебәрҙе. Улар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ошо йылға арналған «ҡәләмдәр берҙәмлеге – халыҡтар берҙәмлеге» исемле ҙур шиғриәт кисәһе үткәрҙе.
Университет сәхнәһенән халыҡ ша­ғир­ҙары Рауил Бикбаев, Марат Кәри­мов, Абдулхаҡ Игебаев менән бергә урта быуын шағирҙары ла, уҡыу йортоноң «Тамсылар» әҙәби түңәрәгендә ижад серҙәренә өйрәнеүсе студенттар ҙа сығыш яһаны. Шиғырҙарҙа халыҡтар дуҫлығына, милләттәр татыулығына дан йырланды.
– Бөгөнгө кисәнең Аҡмулла исемендәге данлыҡлы уҡыу йортонда үтеүе лә ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә кеүек, – тине үҙенең сығышында Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бик­баев. – Сөнки мәғрифәтсебеҙҙең исеме үк башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары дуҫлығын сағылдыра.
Үҙ сиратында БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллин әҙиптәргә рухи байлыҡ, дуҫлыҡ кисәһе өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм студенттарҙы шиғриәт кеүек изге лә, серле лә илгә йышыраҡ сәйәхәт итергә саҡырҙы.
Осрашыу аҙағында күңел байлығын, аҡыл һандығын асып һалған яҙыусыларыбыҙ киләсәктә башҡа уҡыу йорттары студенттары менән дә осрашыу теләген белдерҙе.

М. ҒАРИФУЛЛИН.
В. КАРАБАНОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)