04.02.2019 Семен йәнә "алтын" яуланы!
Яҡташыбыҙ, Өфө егете Семен Елистратов Германияла Дрезден ҡалаһында Донъя кубогы этабында Рәсәй йыйылма командаһы сафында шорт-трек буйынса тәүге урын алды.
Илебеҙ спортсылары 2000 метр араға эстафетаны еңде һәм 2 минут 40,527 секунд ваҡыт күрһәтте. Икенсе урынды венгрҙар (2.41,045), өсөнсөнө инглиздәр (2.41,762) алды.
Семен Елистратов Александр Шульгинов, Екатерина Ефременкова һәм Софья Просвирнова менән сығыш яһаны. Был еңеү шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тарихында тәүге еңеү булып тора.
Информация
Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.
Вернуться назад
Оҡшаш яңылыҡтар
19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Килде бит замана! Аҡсалы кешеләр йортонда матурлыҡ өсөн нимә генә аҫырамай.