«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Семен йәнә "алтын" яуланы!



04.02.2019 Семен йәнә "алтын" яуланы!

Яҡташыбыҙ, Өфө егете Семен Елистратов Германияла Дрезден ҡалаһында Донъя кубогы этабында Рәсәй йыйылма командаһы сафында шорт-трек буйынса тәүге урын алды.

Илебеҙ спортсылары 2000 метр араға эстафетаны еңде һәм 2 минут 40,527 секунд ваҡыт күрһәтте. Икенсе урынды венгрҙар (2.41,045), өсөнсөнө инглиздәр (2.41,762) алды.

Семен Елистратов Александр Шульгинов, Екатерина Ефременкова һәм Софья Просвирнова менән сығыш яһаны. Был еңеү шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тарихында тәүге еңеү булып тора.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға