НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...


Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...
Кескәй генә бер күбәләк ине,
Донъялыҡта донъя йәмләтте.
(Мостай Кәримдән).


Ҡара көҙ. Шәмсебеҙ бөгөн асман­ға көндәгенән дә һуңлабыраҡ үрмәләргә ниәтләнде, ахыры. Ваҡыт һанауынса, күптән үк яҡтыртырға тейеш тә бит, ҡараңғылыҡ шаршауы яланғас ағас ботаҡтарына, өй ҡыйыҡтарына үрмәксе ауындай эленеп алған да, һис ысҡынаһы түгел. Йылдың көндән-көн шоҡрая барған ошо мәлен яратмайым мин. Яҡтылыҡ һүрәнәйгән һайын тын ҡыҫылғандай, донъя тарайғандай. Ҡояшлы һәр мәлде ни әмәлдәр менәндер туҡтатҡы, уның хәҙер генә һүнер нурҙарының, исмаһам, осмотон йомарлап, йөрәктең бер мөйөшөнә йәшереп ҡуйғы килә. Донъя хәлен белеп булмай, шул нур осмото, бәлки, ғүмереңдең иң өшәнесле мәлендә тамсы һыу, күкрәк тултырып һуңғы тын алыу һымаҡ, йәшәүеңдең ахырғы хәжәте булып ҡуйыуы бар.
“Бер олоғо килә айға ҡарап, сәхрәләге яңғыҙ бүреләй...” ошо һүҙҙәр нисәмә көн, йоҡоһоҙ төндәр, бер генә минутҡа ла тынғылыҡ бирмәй, теңкәне ҡорота, аҡтыҡ хәлемде алғандай. Хәләлең менән йәшәлгән ғүмереңдең һәр мәлен йыш иләктән үткәреп ултырыу үҙең өсөн ауыр тормош хисабы булһа ла, был, ысындан да, шәхсән үҙеңдең генә кисерештәрең. Күҙҙәрең менән йөрәгеңдең бер юлы сырҡырауын һиҙгән-күргән кешеләр хәҙер бигүк күп тә түгел бит инде. Йәнә лә: “Ир кешеләр иламай”, – тигән яһалма ғорурлыҡмы, ялған ныҡлыҡмы, барыбер һине йомолта, бар булмышыңды ялмап алған ут, тышҡы ҡиәфәтеңә күҙгә элерлек ҡағылмаһа ла, эсеңде күмергә әйләндерә.
Сания менән беҙ, нәфсене самаһыҙ ҡыумай, бергәләшеп илле йылдан күберәк ғүмер кисерҙек. Тормош, ысындан да, сәхнә түгел, яҙмышыңа төшкәнде бер көн бер төрлө, икенсеһендә бүтәнсә итеп уйнай алмайһың. Ҡаныңа әсәй-атайың һеңдергән тәртип, тормош ҡаҡҡылай-һуҡҡылай килә торған ип, тирә-йүндәгеләрҙән һәр көн килеп, төҙәтмәгән хәлдә лә, тамам боҙолоуҙан аралаған тормош һабаҡтары. Шәхсән үҙебеҙгә әйләндереп кенә әйткәндә, тормоштоң төп дәрестәрен миңә ғүмер баҡый төшөндөрөргә тырышыусы берҙән-берем Сания булған икән дә. Ҡырҡ ете йыл балалар алдында һынау тотоусы мөғәллимәлегенән түгел, юҡ, ҡыҙҙарымдың әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәремдең игелекле өләсәһе, ижадымды баһалаусы, ҡулға ҡәләмде һәр көн алырға дәртләндереүсе ғәжәйеп мөғжизә булған өсөн дә.
Елбер генә елбер ел ҡайҙа?
Елгән атҡайҙарға шул файҙа.
Был ғүмерҙәр беҙҙән тиҙ үтә бит,
Белгән генә дуҫ-иш, һеҙ ҡайҙа?

Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле беҙ һиҙмәгән сәбәпһеҙ ҙә ҡапыл тулып китәлер инде. Мәктәп дәрестәрен әҙерләйме, йә иһә тегенеүгә тотонамы, Сания, үҙе лә һиҙер-һиҙмәҫтәндер, ирендәрен ҡыймылдатмай ғына, әллә көйләй, әллә сеңләй башлай. Йәнемде ҡыйғаны ошо мәлдәр була ла инде. “Туҡта инде, йөрәкте өҙгөләйһең бит, тауышың бар, күкрәк тултырып йырла ла ебәр”, – тип ҡарайым, ә ул, миңә мәғәнәле генә күҙ һирпеп ала ла, шул сәйер көйөн дауам итә. Хәйер, өҙөлмәй ҙә, тамамланмай ҙа торған сеңрәү-иңрәүҙе көй тип атап буламы икән? Әсәйем бахыр, колхоз эшенән ҡыл өҙгөһөҙ хәлдә ҡайтып инеп, һыуыҡ өйҙөң ҡаҡ ширлегенә ултырып, бер килке сеңләп алыр ине. Әсәйең эргәһендә бер минут ҡына ултырыуың да бәхет булған саҡта уның күкрәгенә шул ҡәҙәре лә һары һағыш, өмөтһөҙ һыҡрауҙы тормоштоң ниндәй хаяһыҙлыҡтары һалды икән?
Баҡтиһәң, һәр кем яҙмышында үҙ юлын аҙымлай, тиһәләр ҙә, тормоштоң төп асылында ул юлдар барыбер ҡушылалыр ул. Бәғзе ҡәләмгирҙәр: “Башҡорт халҡы шундай хөрлөктә, күңеле тартҡан мәшғүллектә, тәғәмдәрҙе һайлап ашап ҡына йәшәгән”, – тигәнерәк раҫлауҙарын ышанып яҙамы икән?
Ҡәйнәмдең, Санияның әсәһенең, ауылдағы башҡорт ҡатынының, ҡулына эләккәндәй һәр шөғөлдө белмәгәне булмағандыр. Өс бала, фронттан тәнен дә, йәнен дә йәрәхәтләндереп ҡайтҡан ләғир ир... Һәммәһе лә булған был ғаиләлә. Ләкин ҡатын күңелле, ир йөрәкле ҡәйнәм эсендәге аһ-зарҙы осраған бер кешегә түгеп барманы. Әгәр Ғәйшә Шаһивәли ҡыҙы: “Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә”, – тигәндән юғары күңел менән йәшәү зарурлығына ишара яһаһа, Сания, һүҙҙе сурытмай: “Намыҫым – йәнем”, – тип кенә ҡуйыр ине. Төпкөл мәртәбәләре, фәҡир генә өйҙө лә зиннәтле һарай итеп йәшәү таһыллыҡтары менән бер-береһен ҡабатлай ине шул ҡәҙерлеләрем. Улар булғанда миңә бәхет кәрәкмәгән дә икән. Тик шуны һиҙмәгәнмен генә.
“Бер илағы килә ҡосағыңда – һағыш менән тулы күңелдәр...”
Күҙ йәшһеҙ ҙә булмайҙыр инде. Тормош ҡатын-ҡыҙҙы ғына түгел, ир-арыҫландарҙы ла һеңкелдәтә. Шул уҡ ваҡытта йотлоҡ йылдары, һуғыш килтергән михнәттәр тураһында Сания үҙен генә алға ҡуйып һөйләргә яратманы. Һирәк кенә мәлдәрҙә теле асылып, әйтеп бөтөр-бөтмәҫ һүҙенән дә ошо арба кендеге буйлығындағы ғына баланың Күсем ауылынан ете саҡрымда ятҡан рус мәктәбенә яңғыҙҙан-яңғыҙ йөрөп уҡыуын, ишле ғаиләне аҫрамаҡҡа, “яҡты күл” шифаханаһында һауыт-һаба йыуыусы ла, аш таратыусы ла булып эшләүен белеп ҡалһаң, Хоҙайҙың, үҙ бәндәһенә ғүмер биреүенә рәхмәт менән бергә, зәхмәтһеҙ ҡалдырмауына ла аптырайһың. Ташбулат урта мәктәбендә уҡыған сағында, скарлатина менән сирләп киткәс, йәйге селләлә япа-яңғыҙын бер бүлмәгә ябып ҡуялар. Шундай көндәрҙе, төндәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ ҙә, ҡыҙ баланың башынан ниҙәр үткәнен, бәлки, тойомларһығыҙ. Ә артабан, көрт ярып, сана һөйрәп, утынға йөрөүҙәр. Тимерҙәй зыңлап торған туң ағас, үтмәҫ, ауыр балта, һайғау­ҙары арлы-бирле бәйләнгән, аҙым һайын таралып төшөп ҡалған утын ишараһы. Яҙмыш бәғерһеҙлегенең дә бер сиге булырға тейештер бит.
“Булманыҡ һәр саҡ
Ал да гөл генә,
Булманы телдә
Бал-май гел генә.
... Аҡты, ҡараны
төбәп атланыҡ.
Ихластан ине
Хаҡлыҡ, хаталыҡ”.

Дан-хөрмәт, аҡса-мөлкәткә мө­ғәл­лимдәрҙә аллергия, тип күңел­һеҙ генә шаяртһаҡ та, был донъяла фәҡирлектә һәм бахырлыҡта йәшәмәнек. Әйткәнемсә, Сания Таш­булат урта мәктәбен бөткәндең иртәгәһенә үк шунда математиканан уҡыта башлаған. Һәм шул юлын ул Асҡар урта мәктәбендә, Белорет ҡалаһындағы мәктәп-интернатта, Өфөләге 21-се лицейҙа дауам итте. Башҡорт ауылында быуын нығыта ғына башлаған ҡыҙҙың, ваҡыт үтә килә, ике меңдән күберәк бала уҡыған, йөҙ егерме мөғәллим эшләгән лицейҙа юғары си­ныфтар­ҙа рус телендә математика дәрестәрен биреүе, бер йәһәттән, ҡыйыулыҡ булһа, икенсе яҡтан, балалар менән уртаҡ тел таба аласағына ышаныстан киләлер. Ту­раһын әйткәндә, мәғариф ти­рәһендә уранғылаусылар араһында Санияны: “Үҙ милләтеңдең балаларын уҡытмай, белемеңде сит-яттарға таратып йөрөйһөң”, – тип шелтәләүселәр ҙә булды. Ләкин беҙҙең ғаиләлә тел айырыу һис ҡасан да иғтибар үҙәгенә алынманы. Рус телле ҙур педагогик коллективта Сания тиҙ арала иң шәп математика уҡытыусыһы ғына түгел, бәлки партия ойошмаһы секретары ла булып китте, Киров ра­йонынан өлкә партия конференцияһы делегаты итеп тә ебәр­ҙеләр. Ә инде исемдәр, бүләктәр... Мәсьәлә уларҙамы ни? Мин Санияға уҡыусыларының, хатта уҡыусыларының үҙ балаларының мөнәсәбәтен күрә йөрөнөм. Аҙ ғына көнләшә лә инем, ахыры. Тиҫтәләрсә үҫмер, өйгә инергә ҡыйыулыҡтары етмәгәнлектән, тәҙрә алдына баҫып, уҡытыусыларына тиктәҫкә генә йыр арнап тормаҫ та инде. Ә инде байрам көндәрендә, мәктәптән ҡайтышлай, ҡосағындағы сәскә өҫтөнән уның сәстәре генә елп-елп итеп килә. Нисә уҡыусыһының урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлауын Сания иҫәпләп яфаланманы, шуныһы ғына: уның тиҫтәләрсә балаһы Америка Ҡушма Штат­тарында, Бөйөк Британияла, Ал­манда, хатта бик алыҫ дәүләттәрҙә эшләй. Мәскәү, Петербург вуздарына инеүселәр – бихисап. Ғөмүмән, беҙ ғаиләлә балаларға мотлаҡ инглиз телен белеүҙе һәм һис ҡасан да китаптан, ваҡытлы матбуғаттан айырылмауҙы төп талап итеп ҡуйҙыҡ. Ғөмүмән, беҙҙә юғары уҡыу йортонда ағымдағы имтихандарҙа ла “яҡшы” билдәһе алыу уңышһыҙлыҡ һанала килде. Былар ҙа – Сания мәктәбе, ул күтәргән баҫҡыстың кимәле.
“Бер янаһы килә усағында, әйләнгәнсе утлы күмергә...”
Әбйәлил районының Ташбулат ауылында, Ҡарабалыҡлы күленең Теләк тауы тип йөрөтөлгән һөҙәк ярында, тәҙрәләрен ҡояшҡа ҡаратып, үҙебеҙсә матур ғына тип иҫәпләнгән йорт күтәрҙек. Төҙөүселек маһирлығының булмауын хәләлем әллә ҡайҙан урғылып торған дәрте, гүзәл донъя ҡорорға тигән ынтылышы менән аҡланы. Тырышып-тырмаша торғас, ихатабыҙҙы ҙурайта-ҙурайта төрлө-төрлө йөҙҙәрсә төп ағас ултырттыҡ. Үҫеп китеп, хаяһыҙ ҡулдарҙан һәләк булмаһалар, ауыл­ға йәм биреп, Сания менән мине хәтерләтеп ултырырҙар әле. Быуыны нығынған ҡайындар араһында йәнем өсөн бик ҡәҙерле береһе бар. Һәр яҡтан килгән ағас инде ул, яҙын йәшел яулығын бүтәндәрҙән алдараҡ бөркәнә, көҙ еткәс тә биҙәкле күлдәген һалырға ашыҡмай. Ул – Сания ҡайыны һәм, бәлки, йөрәгемдә ниндәй урын биләгәнен аңлағанға шулай тырышалыр.
Был кескәй генә яҙмаларымды Санияны баҡыйлыҡҡа оҙатҡас эҫеһендә яҙа алмай йөрөнөм. Һуҙылыбыраҡ китте. Ләкин әле лә йөрәгемде барыбер асыу мөмкин булманы. Бәлки, был кәрәкмәйҙер ҙә. Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сания Ғөзәйер ҡыҙы Ҡотлоғәлләмова (Сәғитова) һуңғы төйәгенә ҡәҙерләп оҙатылды. Беҙ, ҡалғандар, төп йортта уның төҫө, еҫе, рухы, ул ярат­ҡан тәртип, ғәҙәттәр, мөнәсәбәттәр әүәлгесә һаҡланһын өсөн тырышабыҙ. Беҙҙең өсөн уға тегендә уңайһыҙ булмаһын. Көткәндең көтөп ала алмаҫын, ҡалғандың ҡыуып етә алмаҫын аңлайбыҙ бит инде.
“Олойоҡ, илайыҡ, янайыҡ. Донъя фани. Кемдә кемдең ниндәй эше бар...”

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Иҫкәрмә. Мәҡәләлә Мостай Кәрим менән Татарстан шағиры Фаил Шәфиғуллиндың шиғыр юлдары килтерелде.

Сығыу ваҡыты 28-11-2016, 15:49 | Ҡаранылар: 460
|
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Уйлан, дуҫым
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM