НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына


Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына
Көслө, талапсан һәм аҡыллы етәксе булды

Ошо көндәрҙә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, партияның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, БАССР Министрҙар Советы Рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Закир улы ШАКИРОВТЫҢ тыуыуына 100 йыл тула. 20 йылға яҡын республика менән етәкселек итә ул. Әлбиттә, ул заман тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй, шулай ҙа күптәр был йылдарҙы, республикабыҙҙың сәскә атҡан осоро, тип баһалай. Ысынлап та, совхоз-колхоздарҙың, завод-фабрикалар­ҙың гөрләп эшләгән сағы, сәнәғәт предприятиелары, белем һәм мәҙәниәт усаҡтары төҙөлөшөнөң киң ҡолас алған мәле тап ошо осорға тура килә. Ул ваҡытта йәшәгән кешеләрҙә киләһе көнгә ышаныс та көслө ине. Уҡыған кешенең эшһеҙ, эшләгән кешенең торлаҡһыҙ ҡалмаҫына шик юҡ. Барыһы ла етәксенән торҙомо, әллә заманаһы шулай булдымы?! Миҙхәт Закир улының ниндәйерәк етәксе һәм шәхес булыуына уның ҡулы аҫтында эшләгән замандаштары ғына дөрөҫ баһа бирә алалыр. Әйҙәгеҙ, уларҙың фекерҙәренә күҙ һалайыҡ.

Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, 1985 – 1988 йылдарҙа БАССР мәғариф министры:
– Миҙхәт Закир улы Шакировты эшкә ҡуйылған ваҡыттан алып белә инек. Мин Өфөгә 70-се йылдың аҙағында күстем һәм Мәскәү милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында эшләй башланым. Бер нисә йылдан өлкә комитетҡа эшкә күсерҙеләр. Ҡырҡ иләктән иләнеп, тикшерелеп, бюронан үтеп, шунан ғына алдылар. Ул заманда кадрҙарҙы бик ныҡ тикшерә торғайнылар.
Миҙхәт Закир улы бик һынсыл булды. Эргәңдән үтеп китер, һынап үтер ине. Бына шул өлкә комитетта эшләгән ваҡытта мине күҙенә элгән булған икән. Мәғариф министры итеп тәғәйенләнеүем үҙем өсөн дә, башҡалар өсөн дә көтөлмәгән хәл булды.
Был вазифала эшләй башлағас, Миҙхәт Закир улының арҡаһын ныҡ тойҙом, күп ярҙам итте. Иң беренсе сиратта уның ярҙамы менән министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә бүленгән фатир­ҙарҙы алдыҡ. Мин килгәндә дүрт йыл буйы ҡала советынан фатирҙар бүленеп тә, алынмағайны. Ә торлаҡһыҙ хеҙмәткәрҙәр күп. Шул фатирҙарҙы ҡайтартып бирмәҫһегеҙме, тип Миҙхәт Закир улына мөрәжәғәт иттем. Хатымды уҡыны ла, телефондан шылтыратып, күрһәтмә генә бирҙе. Бына шулай бик тиҙ хәл ителде был мәсьәлә. Ғөмүмән, эште оҙаҡҡа һуҙырға яратманы ул, мөмкин икән, шунда уҡ хәл итеү яғын ҡараны. Шулай итеп, министрлыҡта эшләүсе 13 кеше фатирлы булды.
Тағы ла уның ярҙамы менән министрлыҡтың бүлмәләрен киңәйтеп, хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға өлгәштек. Миңә мөнәсәбәте шул тиклем һәй­бәт булды, тыңланы, үтенестәремде кире ҡаҡманы. Бөтә мәсьәләләрҙе Миҙхәт Закир улы аша хәл иттем. Минең турала атай­ҙарса хәстәрлек күрҙе, бер ҡыйырһытманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Шул тиклем рәхмәтлемен.
Миҙхәт Закир улының ярҙамын һәр саҡ тойҙом. Уҡытыусыларҙың VIII съезын үткәргәндә лә докладымды бөтә бюро ағзаларынан уҡытып сыҡҡан. Уның талабы буйынса, съезда бюро ағзаларының барыһы ла ҡатнашты. Ғөмүмән, халыҡ мәғарифына ныҡ иғтибарлы булды ул.
Бик абруйлы, шул тиклем аҡыллы, кешелекле етәксе булды. Уҫал да булды, әммә мин быны ғәйеп итеп әйтмәйем. Етәксе кеше уҫал булырға тейеш тә, сөнки уҫал булмаһаң, кешеләрҙе тыңлатып та, эшләтеп тә булмай бит.
Республиканы юғары тотто. Башҡортос­танды күтәрмәне тип әйтеү яҙыҡ булыр ине. Үҙе шул тиклем бөхтә, таҙалыҡ яратыусы кеше ине, матур кейенеп йөрөй торғайны. Бөтөнләй эсмәне, һәр ерҙә лә үҙен лайыҡлы тота белде.
Ағай менән эшләүҙе үҙем өсөн ҙур бәхет һананым. Ул эшкә лә өйрәтте, талапсан да булды, кешене тыңлай ҙа, аңлай ҙа белде. Башҡорт кадрҙарын үҫтерҙе. Ғөмүмән, һәләтле кешеләрҙе күрә һәм үҫтерә белде. Көслө кеше лә булған, тип иҫәпләйем. Спортты яратты, иртән йүгерә торғайны, саңғыла йөрөнө. Миҙхәт Закир улын һәр ваҡыт иҫемдә тотам. Ул һәр ваҡыт миңә өлгө булып торҙо.

Миңлерәйес ИШМОРАТОВ, 1971 – 1979 йылдарҙа партияның Стәрлетамаҡ район комитеты секретары, икенсе секретары, 1979 – 1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район халыҡ депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе, партияның Ауырғазы район комитетының 1983 – 1991 йылдарҙағы беренсе секретары:
– Стәрлетамаҡ район комитеты секретары итеп һайлан­ғанда тәүге тапҡыр Миҙхәт Закир улы менән күҙгә-күҙ осрашып, һынау үтергә тура килде. Уның ышанысы менән ҙур теләк һәм хөрмәт менән партия карьераһын башлап ебәр­ҙем. Артабан икенсе секретарь, район советы рәйесе булып эшләгән йылдарҙа КПСС өлкә комитеты, Министрҙар Советы менән дә билдәле бер бәйләнештә торорға тура килде.
Юғары талапсанлығы иҫтә ҡалған. Эшкә генә түгел, тормоштоң һәр параметрына ҡарата ла бик юғары талаптар ҡуя торған етәксе ине. Әйтәйек, тәртиптән башлап ауыл хужалығында юғары уңыш алыуға тиклем. Күп яҡлы кеше булды, уны бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыр­ҙы: халыҡтың йәшәү кимәле лә, әхлаҡи мөхит тә, ауылдарҙың төҙөклөгө лә, хужалыҡтар­ҙың үҫеше лә… 1983 йылда партияның Ауырғазы район комитетына беренсе секретарь итеп һайлап ҡуйғас та, ул даими рәүештә район тормошо менән ҡыҙыҡһынып торҙо, ял, байрам тип тормай, килеп, эшкә йүнәлеш биреп, кәрәк урында тәнҡитләп, кәңәштәрен биреп ҡайта торғайны. Ғөмүмән, ауыл тормошона бик иғтибарлы булды, һәр район­ға ла берҙәй тигеҙ ҡараны. Арттараҡ ҡалғандарын алға сығарыу өсөн көс һалды. Урал аръяғы райондарына ла ҙур иғтибар бүлде. Кемгәлер артыҡ талапсан да булғандыр кеүек, бәлки, әммә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла уның талаптары урынлы һәм бик тә ғәҙел булған, тип иҫәпләйем.
Миҙхәт Закир улының шәхесе Башҡортостан тарихында ҙур урын биләй, 15 йылдан ашыу эшләү осоронда ул республика үҫеше өсөн бик күп көс һалды. Әлеге ваҡытта ул йылдар­ҙы торғонлоҡ осоро тип баһалаһалар ҙа, ауылдарға газ үткәреү, юлдар, мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, сәнәғәт предприятиелары төҙөү, ауыл хужалығының ныҡлап үҫеше тап шул осорға тура килде.

Риф ВАХИТОВ, 1979 – 1982 йылдарҙа Салауат район халыҡ депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе, партияның Салауат район комитетының 1982 – 1990 йылдарҙағы беренсе секретары, республика парламенты Секретариатының тәүге етәксеһе:
– Миҙхәт Закир улы бик талапсан, ғәҙел кеше булды. Бөтә мәсьәләләрҙе лә шәхсән тикшереп, еренә еткереп эшләтә торғайны. Әрләп тә алғыланы, әммә бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне, яғымлы өндәште. Көҙгө уңыш йыйып алыу осоро булһынмы, яҙғы сәсеү мәлеме, алдан иҫкәртеп тормай, картанан ҡарай ҙа теге йәки был районға сығыр ҙа китер ине. Мин Салауат районында туғыҙ йыл беренсе секретарь, өс йыл район советы башҡарма комитеты секретары булып эшләгән осорҙа беҙгә килмәй ҡалған йылын иҫләмәйем. Бер шулай көҙгө уңыш йыйыу осоронда Миҙхәт Закир улы менән хужалыҡтар буйлап йөрөйбөҙ. Ғәҙәттәгесә, һәр нәмәне ентекләп тикшерә, етешһеҙлектәрҙе әйтеп бара. Шунан Лаҡлы ауылын ситтән ҡарап торҙо-торҙо ла, әйҙә, ауылға инеп сығайыҡ әле, тине. Һәр бер урамды, һәр тыҡрыҡты тиерлек ҡарап сыҡҡас, ауылдағы тәртиптән, йорт-ҡураларҙың төҙөклөгөнән бик ҡәнәғәт ҡалып, кәйефе күтәрелеп китте. “Мин әллә ҡайҙар­ҙан ҡарап йөрөйөм, бына ҡайҙа иң төҙөк ауыл булған икән ул”, – тине. Һуңынан Малаяҙҙа кәңәшмә үткәргәндә бик ныҡ маҡтап телгә алды. Ошо ғына миҫал да беҙгә бер этәргес булды, артабан йыл һайын бер-ике ауылды булһа ла төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә инек. Ул осорҙа эшләү дәүеремдә Миҙхәт Закир улынан рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеттем, шелтә алырға тура килмәне. Аҡыллы, һәләтле етәксе булараҡ та, яҡшы кеше булараҡ та минең күңелдә ул тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Исфар МӨХӘММӘТОВ, 1974 – 1977 йылдарҙа партияның Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретары, 1977 – 1984 йылдарҙа партияның өлкә комитетында оборона сәнәғәте бүлеге мөдире урынбаҫары, 1984 – 1990 йылдар­ҙа партияның Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары, 1990 – 1991 йылдарҙа өлкә комитеты секретары:

– 1969 йылдың март айы. Мине – “Башнефтепроект” институтының өлкән инженерын – партияның Өфө ҡала комитетының ойоштороу бүлегенә саҡырҙылар. Бүлек мөдире Тәлғәт Насибулла улы менән әңгәмәләшкәндән һуң, ул ваҡытта партияның ҡала комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров янына алып инделәр. Миҙхәт Закир улы беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултыр­ҙыҡ, төрлө һорау бирҙе. Шулай итеп, партияның Өфө ҡала комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй башланым. Шул мәлдән алып 18 йылдан ашыу уның башланғысы аҫтында, уның командаһында эшләргә насип булды.
Калинин район комитетына икенсе секретарь итеп тәҡдим иткән ваҡытта Миҙхәт Закир улының әйткән һүҙҙәре мәңгелеккә иҫемдә ҡалды: ғәҙел һәм намыҫлы булыр­ға, алдашмаҫҡа.
Өлкә комитетының оборона сәнәғәте бүлеге мөдире булып эшләгән йылдар республиканың бик үҫешкән осорона тура килде. Ете йыл ошо вазифала эшләү дәүеремдә генә 14 машиналар эшләү һәм оборона предприятиеһы төҙөлдө. Ә ауыл хужалығы, мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә күпме яңы объект сафҡа индерелде, реконструкцияланды. Миҙхәт Закир улы объекттарҙағы төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса план үтәлешен бик ҡаты талап итә торғайны.
Өфө ҡалаһының Октябрь районында беренсе секретарь булып эшләгән саҡта Миҙхәт Закир улын хәстәрлекле, талапсан, һәләтле етәксе булараҡ тағы ла яҡынданыраҡ һәм яҡшыраҡ белеү мөмкинлеге сыҡты. Бер генә миҫал килтереп үткем килә: тәүге отчет-һайлау конференцияһына әҙерләнгән ваҡытта төнгә ҡарай һуң ғына Миҙхәт Закир улы шылтыратып, әҙерлек барышын ентекләп һорашып сыҡты ла, доклад уҡығанда үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа интонация, пауза булырға тейешлеген өйрәтеп, уңыштар теләп һаубуллашып, телефонды һалып ҡуйҙы. Йәш беренсе секретарь өсөн был бик яҡшы рухи ярҙам ине.
Миҙхәт Закир улы ауыл тормошон, хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн күп көс һалды. Ул кабинетта ғына ултырып эшләй торған етәксе булманы. Райондар, ауылдар буйлап бер үҙе, бер ниндәй һаҡсыһыҙ ғына сығып йөрөп әйләнә ине. Үҙенең талаптары булды. Берәй хужалыҡҡа, предприя­тиеға, мәктәпкә йәиһә райкомға инеп сығамы, мотлаҡ тәртипкә һәм таҙалыҡҡа иғтибар итер ине. Уның өсөн тәртип һәм таҙалыҡ мөһим урында була торғайны.
Миҙхәт Закир улы өсөн хас сифаттар – ғәҙеллек, тәрбиәлелек һәм итәғәтлелек. Ул бер ваҡытта ла һауаланманы, кеше менән һөйләшә белде, тауышын күтәрмәй генә тәнҡитләп тә алды. Ипләп кенә, йылмайып ҡына, әммә һеңдереп кенә әйтә. Хатта кәңәшмә үткәргән ваҡытта ла бер ҡасан да тауышын күтәрмәне.
Бик ябай булды, байлыҡ артынан ҡыуманы. Хатта пенсияға киткәндә Мәскәүҙән фатир бирҙеләр, унан да баш тартты.
Хәҙер бер етәксегә әллә нисәмә һаҡсы. Ә ул ваҡытта берәү ҙә булманы. Иҫемдә, өлкә комитетында эшләгән саҡта эштән ҡайтырға сыҡһаң, Миҙхәт Шакиров, Зәкәриә Аҡназаров, Фәйзулла Солтанов өсәүләп яйлап ҡына баҫып ҡайтып китер ине. Ғөмүмән, Миҙхәт Закир улын яҡындан белгән, уның ҡул аҫтында эшләгән кешеләр уны тик ыңғай яҡтан ғына иҫкә ала. Минеңсә, республика етәкселәре араһында ул һәр яҡлап та беренсе урында тора.



Сығыу ваҡыты 12-10-2016, 09:46 | Ҡаранылар: 459
|
  • Билалда ҡыйыу танкистың ҡыҙҙары менән осрашыу үтте
  • Петр үлде бит
  • “Берҙәм Рәсәй”ҙә – яңы етәксе
  • Комсомол һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнаны?
  • «Һиңә күпме рәхмәт әйтәһе бар, Ә һин көтмәй, китеп өлгөрҙөң…»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM