НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-04-2018, 07:00


Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
Бауырға бик күп көс төшә – тап ошо орган кеше организмын токсиндарҙан таҙартыу өсөн яуап бирә. Йөҙөм һәм уның төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм бауыр ауырыу­ҙарын иҫкәртеүҙең бик яҡшы сараһы булып тора....

Аҫылташтарҙың шифалы көсө
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-04-2018, 07:30


Аҫылташтарҙың шифалы көсө
Таштар менән дауалау тәжрибәһе борон-борондан килә. Иван Грозный аҫылташтарҙың белгесе һәм баһалаусыһы булып һаналған. Батшаның яратҡан ташы зәңгәр яҡут (сапфир) булған. Уның фекеренсә, был таш күҙҙең нурын көсәйтә, мускулдарҙы нығыта, йөрәккә көс өҫтәй, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.
Таштарҙың шифалы үҙенсәлектәре Иван Грозный заманына тиклем дә билдәле булған. Боронғо ғәрәп философы Аристотель үҙенең өйрәнгәндәрен хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Уның дуҫы һәм уҡыу­сыһы Теофраст медицинала таштар­ҙы файҙаланыу буйынса оҙаҡ йылдар алып барылған күҙәтеүҙәрҙе бер системаға һалған....

Үҫмерҙе насар ғәҙәттән нисек араларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-04-2018, 07:00


Үҫмерҙе насар ғәҙәттән нисек араларға?
16 йәшлек улымдың кеҫәһенән тәмәке таптым. Өйҙә тартҡан кеше юҡ. Бер тапҡыр унан тәмәке еҫе һиҙелгәйне, дуҫ малайҙар тарта, яндарында ғына торҙом, тип аҡланды. Нисек уны никотин ҡоллоғонан араларға? Туҡмарға һәм әрләргәме? Әллә ҡул һелтәргәме? Уның менән тыныс һөйләшеп булмай, тиҙ генә ҡыҙа, үпкәләй.
Рәшиҙә Ф.
Учалы районы....

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 3-04-2018, 07:00


Йоҡоһоҙлоҡтан  йонсоғандар өсөн
Йәш саҡта йоҡо тәмле, иртән дә көскә тороп, эшкә китәһең. Ә бына олоғая килә йоҡо әллә ҡайҙа ҡаса ла ҡуя. Инде йоҡо килеп ятаһың, әммә ятыу менән йоҡо оса. Әйҙә ятаһың шунан әйләнеп-тулғанып, йоҡлап китеп булһасы. Ҡайһы саҡта күҙ ҙә элмәй төн үткәрергә тура килә. Бына шулай йоҡоһоҙлоҡтан этләнеп йөрөгәндә бер танышым яҡшы кәңәш бирҙе. Әле булһа ошо кәңәште тотам, миңә күпмелер файҙаһы тейҙе, бәлки, башҡаларға ла ярҙам итер.
Йоҡлар алдынан бер аҙ йылытылған көнбағыш майын елкә соҡорона, теләһә ҡайһы алты быуынға, устарға һәм табандарға һөртөргә. Мин был процедураны көн дә ҡабатлайым. Йоҡом да яйға һалынды, йоҡо туйғас, үҙемде лә күпкә яҡшыраҡ тоям.

Фәрзәнә.
Борай районы....

Тире минераль һыу ярата!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-04-2018, 06:00


Тире минераль һыу ярата!
Битегеҙҙең тиреһе матур һәм шыма булһын тиһәгеҙ, минераль һыу ярҙам итер. Тик газлы һыуҙы ҡулланыр алдынан уны 30 – 45 минутҡа һауытының ҡапҡасын асып ҡалдырырға кәрәк.
Бының өсөн ике ҙур булмаған таҫтамал һәм ике һауыт минераль һыу кәрәк буласаҡ. Һыуҙың береһе һалҡын (боҙло), икенсеһе йылымыс булһын.
Иң беренсе сиратта битегеҙгә туҡландырыусы крем һөртөгөҙ. Артабан бер таҫтамалды йылы һыуға манып алып, битегеҙгә ҡуйығыҙ.
Ул һыуынғас, шул уҡ процедураны һалҡын һыуға манып алынған таҫтамал менән ҡабатлағыҙ. Һалҡыны бөтә башлағас, тирегә тағы крем һөртөгөҙ һәм процедураны яңынан ҡабатлағыҙ. Барлығы 5 – 6 тапҡыр шулай эшләргә кәрәк. Һөҙөмтә һеҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булыр.
...

Ҡышҡы еләктәр Ҡыҙыл көртмәле (брусника)
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-03-2018, 07:00


Ҡышҡы еләктәр  Ҡыҙыл көртмәле  (брусника)
Башҡа еләктәрҙән айырмалы рәүештә, ул бик оҙаҡ һаҡлана. Составында бик шәп антисептик – бензой кислотаһы бар. Ул еләкте зарарлы микроорганизмдарҙан һаҡлай, шунлыҡтан еләк тиҙ боҙолоп бармай. Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйһаң да, оҙаҡ ваҡыт шул килеш кенә тора.
Көртмәлене юҡҡа ғына авитаминоздан тәҡдим итмәйҙәр. Ул шәкәргә, органик кислоталарға, калий тоҙҙарына, кальцийға, марганецҡа, тимергә, пектиндарға бай....

Улым менән арабыҙ һыуына...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-03-2018, 07:00


Улым менән арабыҙ һыуына...
Улым юғары белем алғас, Өфөлә төпләнде. Шунда өйләнде, ике йәшлек бала үҫтерәләр. Кәләш алмаҫ элек көн һайын тиерлек шылтыратты, яныбыҙға йыш ҡайта ине. Хәҙерге ваҡытта улым менән арабыҙ һалҡыная бара. Һирәк ҡайталар, аҙнаһына бер тапҡыр шылтыратамы-юҡмы, һәр саҡ ваҡыт юҡлығына зарлана. “Һағындым һеҙҙе, оҙон ялда ҡайтып бер күренегеҙ инде”, – тиһәм, сәбәбен табып, һүҙемде кире ҡағалар. Килен кеше арыу ғаиләнән, уға үпкәм юҡ, һәр саҡ яҡты йөҙлө. Улымды аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалдыҡ, ә ул ата-әсәһе алдында үҙен бурыслы тоймай...
Әминә....

Кейәү үләне ярҙам итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-03-2018, 09:58


Кейәү үләне ярҙам итә
Кемдәргә диффуз боғаҡ диагнозы ҡуйылған, улар был сирҙең үҙенсәлеген яҡшы белә: муйын яҫыра. Мин был сирҙе түбәндәге рецепт буйынса дауалайым. Бер ҡалаҡ кейәү үләненә (чабрец) бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут термоста төнәтәм. Һуңынан көн буйы шуны яйлап ( 2 – 3 тапҡыр) эсәм. Был дарыуҙы хәлегеҙ арыуланғансы эсергә мөмкин.

Данил.
Ейәнсура районы.

...

Тәҙрә төбөндәге дарыу Каланхоэ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-03-2018, 14:06


Тәҙрә төбөндәге дарыу Каланхоэ
Күптәр үҙҙәренең йортонда был гөлдө үҫтерергә тырыша. Шифалы үҙенсәлектәре өсөн уны “йорт женьшены” тип йөрөтәләр. Ысынлап та, ул бик яҡшы дауалаусы. Сөнки тымауҙан, тән янғандан ярҙам итә, киҙеү эпидемияһында ла файҙаһы тейәсәк, оҙаҡ төҙәлмәгән яраларҙы дауалау өсөн дә кәрәк буласаҡ.
Уның составында флавоноидтар, катехиндар, ферменттар, дубиль матдәләр, полисахаридтар, лимон, һеркә, ҡуҙғалаҡ кислоталары, С һәм РР витаминдары, шулай уҡ магний, кальций, кремний, марганец кеүек минераль матдәләр бар....

Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-03-2018, 08:00


Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Һуңғы осорҙа бер проблема борсой башланы. Ятып, ойоп ҡына йоҡоға тала башлаһам, үҙемде ҡайҙалыр ҡолап төшкән һымаҡ тойоп, тертләп уянам. Шул мәлдә йөрәк дарҫлап тибә, ҡалтырата. Миндә йөрәк ауырыуы юҡ. Был хәл ни өсөн барлыҡҡа килә икән, унан нисек ҡотолорға мөмкин?
Радмир Ш.
Өфө ҡалаһы....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM