НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кешеләргә йылмайыу бүләк итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-03-2012, 11:06


Кешеләргә йылмайыу бүләк итә
Көйөргәҙе районының Мораптал ауылындағы бынан бер йыл элек кенә асылған «Йылмайыу» стоматология клиникаһынан иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Морапталдан ғына түгел, эргә-тирә ауылдар­ҙан да, хатта күрше Ырымбур өлкәһе ауылдарынан да киләләр бында.
– Беҙ гел ошонда йөрөргә тырышабыҙ. Күпме түләргә лә ризабыҙ. Сөнки иң мөһиме – сифатлы итеп эшләһендәр генә. Бында беҙгә оҡшай, яңы материалдар ҡулланып, матур итеп дауалайҙар, пломбалары ла оҙаҡ тора. Табиптан да, уның эшенән дә бик ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн улымды ла алып килдем әле, – тип яңы клиниканы һәм уның етәкселеген маҡтарға ла өлгөрҙө Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынан килгән Гөләйшә Әлибаева....

Алдан хәбәр итегеҙ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-03-2012, 13:36


Билдәле булыуынса, сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә ала. Әлеге мөһим сарала – Президент һайлауында ла бындай мөмкинлек бирелә.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ тураһында бөгөндән участка һайлау комиссияһына тейешле ғариза ебәрергә йәки шылтыратырға кәрәк. Тик 4 мартта төшкө сәғәт 2-нән дә һуңға ҡалмайынса үтенесегеҙҙе белдерегеҙ. Яҙылған ғаризағыҙ йәки телдән мөрәжәғәтегеҙҙе участка һайлау комиссияһына туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ аша ла тапшырырға мөмкин....

33-сө дауахананың яңы филиалы асылды
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-02-2012, 11:17


33-сө дауахананың яңы филиалы асылды
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Парк урамында 33-сө поликлиниканың яңы филиалы асылды. Уны асыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
Яңы асылған филиал быға тиклем 6-сы ҡала клиник дауаханаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк. 697 кв. м майҙанды биләгән бинала яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған терапевт, хирург, күҙ табибы, невролог, инфекционист, эндокринолог, функциональ диагностика, физиотерапия кабинеттары бар....

«Сәләмәт бала»лар һаны арта!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-02-2012, 10:57


– Киттек балалар баҡсаһына! – өс йәшлек Тамерлан Дауытов һәр көндө ошо һүҙҙәр менән ҡаршылай. – Ҡасан мин балалар баҡсаһына барам?!
– Тиҙҙән, улым, – тип әсәһе Рузана Ишмөхәмәт ҡыҙы улын тынысландырырға тырыша. – Тиҙҙән...
Ул былтыр яҙ эшкә сыҡҡас, бәпес­те ун ике йәшлек Данил менән өлкән апаһы Эльвина ҡарай, ейәндәрен олатай-өләсәйҙәре лә ҡараша. Шулай ҙа Дауытовтар «Сәләмәт бала» исемле 15-се балалар баҡсаһына путевка алғас, еңел тын ала – унда яңы төркөм асылыуы хаҡындағы яңылыҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайҙар. Һәм 10 февралдә иртә менән Тамерлан ата-әсәһен ашыҡтыра ла башлай: «Балалар баҡсаһына барғым килә!»....

Ҙур форум алдынан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-02-2012, 07:55


Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре съезы үткәреү тураһында тәҡдим индерелгән. Ошоға бәйле Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы медицинаһы – 2012” тигән Һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһын уҙғарыу көнө билдәләнгән. Сара 24 февралдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтә. Бында “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау индустрияһы. Киләсәккә ҡараш” исеме аҫтында күргәҙмә лә ойошторола....

Ҡулдар ғына түгел, һүҙҙәр ҙә дауалай
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-02-2012, 10:24


Йәш табибә Регина Абрарова кешеләргә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетле һанай
Ҡулдар ғына түгел, һүҙҙәр ҙә дауалай
Дауаханаға беҙ ниндәйҙер ауырыу ныҡлап йонсота башлағас ҡына, иң ауыр мәлебеҙҙә йөрөргә күнеккәнбеҙ. Шуға ла сирле саҡта табиптың бер йылы һүҙенә мохтажбыҙ, уның бер генә ҡырын ҡарашынан да йөрәгебеҙ өҙөлөп төшөр­ҙәй була. Улар көнөнә тиҫтәләрсә пациентты ҡабул итә. Әлбиттә, һәр береһенә йылмайып ултырыуы, яғымлы булыуы ла еңел түгелдер. Тик беҙгә барыбер шул йылы ҡараш кәрәк. Асҡын районы дауаханаһында гинеколог булып эшләүсе Регина Абра­роваға ла көн һайын 30 − 40-лап кеше килә. «Пациенттарҙың тәндәре генә түгел, йәндәре лә һауығып сыға, районда ҙур ихтирам яулаған ул», − тип йәш табип тураһында дауахана коллективы тик маҡтау һүҙҙәрен еткерә. Быға аптырарға ла түгел. Табип булыу таланты уға Хоҙайҙың үҙенән бирелгәндер. Мөләйемлеге менән күңел ауырыуҙарын дауалар көскә эйәлер был йәш ҡатын, тип уйлай­һың. Йомшаҡ ҡына тауышы, ҙур күҙҙәре, йылмайғанда сикәләрендә хасил булған соҡорсоҡтары − бөтәһе лә уға ҡарата ниндәйҙер ышаныс уята.
...

Тәмәкеме, һаулыҡмы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-01-2012, 12:14


Тәмәкеме, һаулыҡмы?
Биләүҙә ятҡан сабыйығыҙҙы берәйһе быуа башлаһа, нимә эшләрһегеҙ? Әлбиттә, енәйәтсе менән көрәшә башлаясаҡһығыҙ. Ә никотин төтөнөнә сорналған йортта ғәзиз балаһын үҫтереүсе тәмәкесе ата-әсәләр йылдар дауамында ошо енәйәтсе ролендә ҡала. Яңы тыуған сабыйға кислород етешмәй, шул сәбәпле уның тән ағзалары тейешле кимәлдә формалаша алмай. Имеҙеүсе ҡатын тәмәке тартыусы янында булһа, уның һөтө менән бала организмына никотин, полоний, радий, торий һәм башҡа радиоактив матдәләр инә. Бер ҡасан да тартмаған, әммә тәмәкесе менән бергә йәшәгән йөклө ҡатындың балаһын юғалтыу ҡурҡынысы ҙур....

Тиҙҙән баш ҡалабыҙ нанокосметика етештереү үҙәгенә әйләнәсәк
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-01-2012, 12:08


Һүҙ ҙә юҡ, беҙ – донъя­ның иң матур ҡыҙҙары. «Беҙ» тигәндә Рәсәй һылыуҙарын күҙ уңында тотам. Илебеҙҙә матурлыҡты күрә лә беләләр, һаҡларға ла тырышалар. Ә илебеҙҙең матурлыҡ, сәләмәтлек һәм йәшлек үҙәге итеп Башҡортостанды билдәләргә йыйыналар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, косметология өлкәһендәге иң һуңғы асыштарҙы ҡулланып, йәшәртеү сараларын әҙерләү йүнәлешен асыу мөмкинлеге бар....

Поликлиниканы һайларға мөмкин
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-01-2012, 11:10


Быға тиклем паспортта күрһәтелгән йәшәү урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға йөрөргә тейеш булһаҡ, хәҙер йәнебеҙ теләгән дауалау учреждениеһына бара алабыҙ.
Яңы поликлиникаға теркәлеү өсөн баш табип исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ, мотлаҡ медицина страховкалау полисы булһын. Ғаризаның йөкмәткеһе түбәндәгесә булырға тейеш: «Прошу прикрепить меня к вашему лечебному учреждению в рамках реализации права пациента на выбор медицинской организации в соответствии со ст. 21 Федерального закона «Об основах охраны здоровья граждан в Российской Федерации»....

Тылсым тама ҡулдарынан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-11-2011, 11:40


Хирург Фазылйән Бәшировтың оҫталығы бик күптәрҙе үлем тырнағынан йолоп ҡала
Тылсым тама ҡулдарынан
Табип-хирург. Табип-онколог. Юға­ры категориялы табип. Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Рәсәйҙең почетлы доноры. Был һөнәри һәм маҡтаулы исемдәрҙең бөтәһе лә бер кешелә – Мәсетле үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, сирек быуаттан ашыу кешеләр һаулығы һағында уяу тороусы Фазылйән Рауил улы Бәшировта....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM