НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Баш шаулағанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-10-2017, 11:07


Баш шаулағанда- Ҡолаҡҡа бешкән сөгөлдөр һуты йәиһә һуған һуты тамыҙырға.

- Бер литрлыҡ банкаға кипкән туҡранбаш (клевер) үләне һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, 12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Төнәтмәне өс ай буйы төнгөлөккә берәр ҡалаҡ эсергә. Һуңынан бер аҙ туҡтап торорға ла, йәнә дауалау курсын ҡабатларға мөмкин. Туҡранбашты сәй урынына бешереп эсергә лә мөмкин. Ул баш ауыртыуын баҫа, ҡан баҫымын төшөрә, гемоглобинды күтәрә.
...

Ҡыр кесерткәненең файҙаһы тейҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-10-2017, 12:59


Ҡыр  кесерткәненең  файҙаһы тейҙе
Аяҡ тамырҙары атеросклерозынан ҡыр кесерткәне ярҙам итә. Бының өсөн ике ус яҡшы итеп йыуылған яңы кесерткән тамыры, һабағы һәм япрағын алырға һәм 5 литр һалҡын һыу ҡойоп төнәтергә. Иртәгәһенә шуны ҡайнатып сығарып, аяҡты тығып ултырырлыҡ температураға еткәнсе һыуытырға. Аяҡтарҙы шул һыуҙа 20 минут тоторға. Кесерткәнен алмағанда төнәтмәне ике-өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Кипкән кесерткән тамыры ла ярай. Шулай уҡ файҙаһы тейә.
Гөлшат.
Бөрйән районы.
...

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-10-2017, 15:52


Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
...

Хәүефләнергә урын бармы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-10-2017, 15:38


Хәүефләнергә урын бармы?
Миңә йөрәктең һул ҡарынсаһының гипертрофияһы тигән диагноз ҡуйҙылар. Был сир хаҡында тәүге тапҡыр ишетәм. Ул нимәнән барлыҡҡа килә һәм нимәһе менән хәүефле? Ғөмүмән, нисек дауаланырға һәм һаҡланырға?
Әлмира.
Сибай ҡалаһы.
...

Арҡалағы шеште нимә эшләтергә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-10-2017, 08:00


Арҡалағы шеште нимә эшләтергә?
Миңә 47 йәш. Арҡамда ҡалаҡ һөйәге тирәһендә ниндәйҙер бер шеш барлыҡҡа килде. Бер тапҡыр операция эшләтеп, алдырғайным, яңынан үҫте һәм ауыртып тора. Нимә эшләргә, яңынан операция яһатырғамы?
Мирхәт.
Ейәнсура районы....

Халыҡ медицинаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-09-2017, 14:57


Халыҡ медицинаһыЙүтәлдән иң яҡшы дауа
Йүтәлдән иң яҡшы дарыу – ҡара мәрүәр (бузина). Бының өсөн бер балғалаҡ ҡара мәрүәр сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә. Һөҙөп көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр сынаяҡ эсергә. Төнгөлөккә мотлаҡ бал ҡушыр­ға. Иртәнсәк бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, ас ҡарынға эсеү ҙә файҙалы....

Газлы эсемлектәрҙең зыяны нимәлә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-09-2017, 14:41


Газлы эсемлектәрҙең зыяны нимәлә?Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Зыяны нимәлә – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Беренсенән, шәкәре күп, ә белеүебеҙсә, ул ҡанда глюкоза кимәлен күтәреп, диабетҡа һәм һимереүгә килтереүе мөмкин. Эш унда ғына ла түгел, эсемлеккә ҡушылған тәмләткестәрҙә. Улар организмда һыуҙы тотҡарлай һәм шешенеүгә килтерә. Бынан тыш, аш эшкәртеү процесына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан диетологтар, шәкәрле газлы эсемлектәргә ҡарағанда, ябай һыуға һәм тәбиғи һуттарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша....

Прививка яһатырғамы, юҡмы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-09-2017, 15:42


Прививка яһатырғамы, юҡмы?Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә прививкаларға ҡарата төрлө фекер йөрөй. Йыш ҡына ата-әсәләр, теге йәки был сәбәп табып, балаһына прививка эшләтеүҙән баш тарта. Был дөрөҫмө? Ғөмүмән, прививканан баш тартыу кәрәкме?...

Теште таҙартырғамы әллә алма ашарғамы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 24-09-2017, 14:38


Теште таҙартырғамы  әллә алма ашарғамы?Халыҡта йоҡлар алдынан теште таҙартыу урынына бер алма ашау ҙа етә, тигән фекер нығынған. Әммә Британия стоматологтары быны инҡар итә. Алманың составында, башҡа емештәрҙә кеүек үк, шәкәр бар, ә шәкәр – кариестың иң яҡшы дуҫы. Шунлыҡтан, алма теште таҙарта тигәнгә генә ышанырға ярамай. Киреһенсә, алма ашағандан һыу яҡшы итеп ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға кәрәк. Әйткәндәй, шул уҡ инглиз стоматологтары алма ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә тештәрҙе паста менән таҙартырға кәңәш итә. Улар фекеренсә, алмалағы кислоталар паста менән ҡушылып, тештең эмаленә зыян килтерә.

...

Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-09-2017, 10:00


Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
Кишер – һәр кемдең баҡсаһында үҫкән йәшелсә. Бер генә баҡсаны ла унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был йәшелсә аш-һыу әҙерләгәндә лә, салаттарҙа ла киң ҡулланыла. Ҡыҫҡаһы, тормошобоҙҙо ла унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ кеүек....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM