НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тәмәке урынына – һыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-12-2016, 10:30


Тәмәке  урынына – һыу
60-сы йылдарҙа армияла хеҙмәт иткәндә аҡсамды тәмәкегә бөтөрә торғайным. Бер ваҡыт ниндәйҙер гәзиттә “Нисек тәмәкене ташларға?” тигән мәҡәлә ҡулыма килеп эләкте. Миңә ул ысул ярҙам итер кеүек тойолдо һәм һынап ҡарарға булдым. Файҙаһы булды, бына 12 йыл инде тартҡаным юҡ. Был ысул буйынса тәмәке ташларға уйлаһаң, иң тәүҙә берәй иҫтәлекле көндө (тыуған көн йә туй көнө һ.б.) һайларға һәм уның алдынан туйғансы тәмәке тартырға һәм ҡалған тәмәке бөртөктәре менән шырпыны ташларға кәрәк. Иртәнсәк, ғәҙәттәгесә, тәмәке тартыр ваҡыт етһә, уның урынына күпме теләйһең, шунса һыу эсергә. Һуңынан еңелсә иртәнге аш ашарға, тик сәй урынына һалҡын һыу эсергә. Көн дауамында тәмәке тартҡы килгән һайын һалҡын һыу эсергә. Беренсе көн түҙҙең икән, тимәк, уңыштың 50 проценты булды, тигән һүҙ. Ике аҙна түҙһәң, был алама ғәҙәттән арынаһың. Был ысулдың һөҙөмтәлелеге шунда: күп итеп һыу эскәндә организмдан тәмәке тартҡанда никотинды нейтралләштереү өсөн бүленеп сыҡҡан матдәләр йыуылып сыға. Әгәр ҙә һыуһыҙ ғына тәмәкене ташлап маташаһың икән, ул матдәләр организмда ҡалып, ағыуҙың үҙ порцияһын талап итәсәк һәм тартҡы килеү теләге көсәйәсәк.
Таһир.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


...

Һөлөк варикоздан ярҙам итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-12-2016, 12:02


Һөлөк  варикоздан  ярҙам итә
Ҡан тамырҙарым ҡабарып сығыу арҡаһында аяҡтарым бик ауырта, һыҙлай ине. Бер ниндәй май ҙа, крем да, дарыу ҙа ярҙам итмәне. Хатта бер аяғыма операция ла яһатып ҡараным, әммә уңышһыҙ булды. Сараһыҙҙан һөлөк һалдырып ҡарарға булдым. Дауаланыу бер нисә тапҡыр дауам итте. Бер аяғыма ғына 11 һөлөк һалдыр­ҙым. Һөҙөмтәлә төйөндәр тулыһынса бөттө. Икенсеһендә лә ыңғай үҙгәреш күҙгә күренеп тора, әммә дауалау курсын дауам итергә кәрәк әле. Һөлөк һалдырыу бер ҙә ауыр түгел, ауыртмай ҙа. Бәлки, минең тәжрибәм кемделер ҡыҙыҡһындырыр, сөнки аяҡ тамырҙары варикозы менән күптәр ыҙалана бит.

Фәғилә.
Ейәнсура районы.
...

Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-12-2016, 13:22


Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...Бөгөнгө статистика буйынса, беренсе класҡа килгән балаларҙың 7 – 8 проценты нимә менәндер ауырый... Мәктәпте тамамлап сығыусыларҙың 70 – 80 проценты һаулығы менән артыҡ маҡтана алмай. Ә уйлап ҡараһаң, балалар сәләмәт булһын өсөн бөтә шарттар ҙә булдырылған кеүек: тыуғандан алып һәр сабый табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында үҫә, магазиндар­ҙа витаминдарға бай емеш-еләк, йәшелсә тулып ята... Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында ла йылы аш менән тәьмин итеүгә, физкультура дәрестәренә иғтибар артты һ.б. Ләкин ыңғай яҡҡа булған үҙгәрештәр һиҙелмәгән кеүек. Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн нимә етмәй һуң?...

Хроник остеомиелитты дауалап буламы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-12-2016, 15:38


Хроник  остеомиелитты  дауалап буламы?
Енсек һөйәген һындырғандан һуң, операция уңышһыҙ үтте лә, миндә хроник остеомиелит үҫеште. Уны нисек дауалап була?
Р. МӨЪМИНОВ.
Белорет ҡалаһы.

Остеомиелит – һөйәк туҡымаһында хроник эренләү процесы. Уны дауалау өс йүнәлеш буйынса алып барыла: бөтә организмға йоғонто яһау, инфекцияға һәм яраға. Һеҙҙең организм инфекцияны еңә алмаған, уны бер аҙ сикләгән генә. Был иммун системаһының көсһөҙлөгө менән аңлатыла. Табип-иммунолог ярҙамында организмдың инфекцияға ҡаршы көрәшеү һәләтен күтәрергә була. Аҡһымға бай туҡланыу рационы ла ярҙам итеүе ихтимал. Көн һайын һуған, һарымһаҡ ҡушып кишер менән сөгөлдөр ашағыҙ. В һәм С төркөмө витаминдарын да даими эсегеҙ.
Әгәр ҙә ауырыу аҙған икән, бактерияға ҡаршы көслө препараттар һәм антисептиктар ярҙам итер. Дарыуҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ, ул тейешен тәҡдим итер. Ярҙамсы сара булараҡ, халыҡ медицинаһы ысулдарын да ҡулланып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, эренле яраға алоэ йәки агава һутын тамыҙырға мөмкин. Шулай уҡ кесерткән, сөйәл үләне төнәтмәһе лә ярай. Бының өсөн ике ҡалаҡ ҡоро үләнгә бер стакан һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатығыҙ....

Нимә ул “ялған быуын”?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-11-2016, 15:33


Нимә ул “ялған быуын”?Ҡустыма 19 йәш. Бер ҡулын бер нисә тапҡыр һындырҙы. Өс тапҡыр операция үткәрҙе. Әле күптән түгел тағы шул ҡулын һындырғайны, бер айҙан һуң ялған быуын барлыҡҡа килде. Дүртенсегә операция эшләтергә ҡурҡабыҙ, бәлки, башҡа дауалау ысулы барҙыр?
Гөлнара.
Илеш районы.

Һөйәк ярсыҡтары араһына йомшаҡ туҡыма ҡыҫылһа, ялған быуын барлыҡҡа килеп, һөйәктең берегеүенә ҡамасаулай. Уны операцияһыҙ алып булмай. Артабан, барыһы ла уңышлы үтеп, ҡаза күреүсе йүнәлеп китһә, кальций алмашыныуына иғтибар итегеҙ. Һөйәк туҡымаһын нығытыу өсөн Д төркөмө витаминдарын һәм кальций препараттарын эсеү файҙалы. Уларҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү өсөн денситометрия (һөйәктең тығыҙлығын билдәләү) үткәреү кәрәк. Физиотерапия тураһында ла онотмағыҙ....

Сөйәл – киң таралған тире ауырыуы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-11-2016, 15:42


Сөйәл – киң таралған тире ауырыуыҺытҡынан ҡала, сөйәл иң киң тарал­ған тире ауырыуы һанала. Аҡһыл, аҡһыл һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш. Статистика буйынса, халыҡтың 75 проценты бер тапҡыр булһа ла был проблема менән күҙгә-күҙ осрашҡан, ә ун процентында ул ғүмер буйы бар. Сөйәл сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел – уның тирегә төпкә үтеп инеүсе тамырҙары юҡ. Шулай ҙа улар күп кенә мәшәҡәт тыуҙыра.

Ҡайҙан барлыҡҡа килә?...

Алманың файҙаһы хаҡында
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-11-2016, 16:19


Алманың  файҙаһы  хаҡындаКөнөнә бер алма ашаһаң, табип та кәрәкмәй, ти инглиздәр. Түбәндә бер нисә рецепт тәҡдим итмәксебеҙ, улар дауалау сараһы булараҡ та файҙалы, косметика итеп тә ҡулланырға була.
...

Ҡанды нисек нормаға килтерергә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-11-2016, 11:36


Ҡанды нисек нормаға килтерергә
“Йәшлек” гәзитенең “Сәләмәтлек” битен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Ундағы төрлө кәңәштәрҙе тоторға, халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән үләндәр төнәтмәһен файҙаланырға тырышам. Бөгөн үҙем дә бер һорау менән мөрәжәғәт итергә булдым. Минең ҡаным ҡуйы, нисә йыл инде шуның менән интегәм. Халыҡ дауаһы уны дауалауҙың ниндәй ысулдарын тәҡдим итә икән?

Гөлфиә.
Йылайыр районы.

...

Ғүмерҙе оҙайтыуҙың иң ябай 8 ысулы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-11-2016, 12:33


Ғүмерҙе  оҙайтыуҙың иң ябай  8 ысулыБилдәле Бөйөк Британия психологы Луиза Аткинсон, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһенә һәм һуңғы медицина тикшеренеүҙәренә таянып, һаулыҡҡа һиҙелерлек файҙа килтереүсе, иң мөһиме, кеше ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итеүсе бер нисә ябай ғына ҡағиҙәнән торған исемлек төҙөгән.
1. Көнөнә бер сынаяҡ сәй эсегеҙ.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сәй компоненттары стресс гормондары кимәлен кәметергә, ҡан тамырҙарын йомшартыуға булышлыҡ итә, хатта йөрәк өйәнәгенән һуң аяҡҡа баҫып китеү ихтималлығын 28 процентҡа күтәрә.
...

Ғүмерҙе оҙайтыусы сәй
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-11-2016, 17:00


Ғүмерҙе оҙайтыусы сәйЯҡынса ХIII быуатта йәшәгән Әй Сан исемле япон монахы “Сәй эсеп сәләмәт булыу” тигән трактат яҙып ҡалдырған. Унда ул йәшел сәйҙең файҙаһын һанап күрһәтә һәм уны “ғүмерҙе оҙайтыусы бер мөғжизә” тип атай....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM