НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Елдең ҡайҙан иҫеүе лә мөһим

Елдең ҡайҙан иҫеүе лә мөһим


Елдең ҡайҙан иҫеүе лә мөһим

Румын табиптары фекеренсә, елдең көсө һәм йүнәлеше кеше кәйефенә тәьҫир итә икән.
Мәҫәлән, әгәр көнбайыштан дымлы ел иҫһә, үпкә, тын юлдары ауырыуҙары үҙҙәрен һиҙҙерә. Ә көнсығыштан иҫкәненең башы һәм йөрәге сирле кешеләргә кире тәьҫир итеүе мөмкин. Йылы көньяҡ елдәре ҡандың ойошоуын арттыра. Төньяҡ­тан иҫкән ел ҡан баҫымын күтәрә.

Парлы тормош – сәләмәт тормош

Ғаиләле кешеләр яңғыҙҙар­ға ҡарағанда сәләмәтерәк була.
Роттердам университеты ға­лимдары тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән. Уларҙың фекеренсә, парлы тормоштоң һаҡлағыс һәм дауалау үҙенсәлеге бар икән. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, бауыр циррозы, аналыҡ яман шеше, шәкәр ауырыуы, үпкә шеше яңғыҙ йәиһә айырылышҡан кешеләрҙә йышыраҡ осрай. Уларҙа хроник сирҙәр ҙә ғаиләлеләргә ҡарағанда 30 процентҡа күберәк.

Балыҡ күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлай

Финляндия ғалимдары тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, балыҡты аҙнаһына бер тап­ҡырҙан да аҙыраҡ ашаған кешеләр араһында күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүселәр һаны 30 процентҡа күберәк икән.
Балыҡта көсөргәнешлекте бө­төрөргә һәм хатта маниакаль депрессия хәлен дауаларға һәләтле майлы кислоталар булыуы асыҡланған. Балыҡ хис-тойғоға бирелеп барыусан ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса файҙалы.

С.ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 14-02-2014, 14:25 | Ҡаранылар: 683
|
  • Нервы ауырыуы ҡайҙан барлыҡҡа килә?
  • Самаһын белеп ыҙғышыу... ғаиләне нығыта
  • Шәкәр күп ашата
  • Ҡоштар һайрауы донъяға йәм, тәнгә сихәт өҫтәй
  • Бәләкәй генә ҡыуаныстан да бәхет тап!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM