НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һәр өс йыл һайын – бушлай тикшерелеү

Һәр өс йыл һайын – бушлай тикшерелеү


Быйылдан медицина тикшереүе граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт программаһына индерелде. Был процедураны мотлаҡ медицина страховкалау фонды финанслаясаҡ. Әлегә киң масштаблы медицина тикшереүе тураһында документтар үҙ көсөнә инмәгән, шулай ҙа ул билдәле.
Өс этап
21 йәштән ололар ғүмере буйына өс йылға бер тапҡыр бушлай медицина тикшереүе үтә аласаҡ. Башҡортостанда уларҙың һаны яҡынса бер миллион кеше. Был исемлеккә көндөҙгө бүлектә белем алыусы студенттар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм улар­ға тиңләштерелгән кешеләр инмәгән. Сөнки улар йыл һайын тикшерелә.
Диспансер тикшерелеүен тик быға лицензияһы булған поликлиникала ғына үтергә мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙең поликлиникағыҙҙыҡы юҡ икән, тимәк, медицина учреждениеһы икенсеһе менән килешеү төҙөп, пациентты шунда ебәрергә бурыслы.
Диспансерлаштырыу өс этапта үтәсәк. Тәүгеһендә анкета һорауҙарына яуап бирәсәкһегеҙ. Унда нәҫел ауырыуҙарығыҙ, ниндәй хәүеф төркөмөнә ингәнегеҙҙе белешәсәктәр, хроник сирҙәрегеҙ тураһында һорашасаҡтар. Шунан буй һәм ауырлыҡ үлсәмдәрен теркәп ҡуясаҡтар, ҡан баҫымын үлсәйәсәктәр. Төп анализдар – ҡан, бәүел тапшырырға, ЭКГ, флюорография үтергә ебәрер­ҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы – гинекологҡа, ә 39 йәштән олораҡтарҙы тағы ла маммологҡа йүнәлтерҙәр.
Әгәр ҙә ниндәйҙер сир табылһа, пациент икенсе этапты үтә, уны кәрәкле белгескә ебәрәсәктәр. Өсөнсө этап – дауаланыу.
Әммә...
Чиновниктарҙың бөтә планын өс “әммә”нең юҡҡа сығарыуы ихтимал. Беренсенән, диспансерлаштырыу мотлаҡ түгел, теләге булған кеше үҙ ирке менән үтә. Халыҡтың, бигерәк тә эшләүселәрҙең, сираттан – сиратҡа, кабинеттан кабинетҡа йөрөргә яратмағаны билдәле. Бушлай булһа ла, был медицина хеҙмәте менән ҡулланыу­сыларҙың һирәк булыуы ихтимал.
Бөтә табиптар ҙа бер ауыҙҙан, сирҙе ни тиклем алдан табаһың, шул тиклем дауалауы еңел, ти. Мәҫәлән, “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө мил­ли проектына ярашлы, эшләүсе халыҡҡа диспансер тикшереүе үткәргәндә башлан­ғыс этаптағы онкология сирҙәре асыҡлан­ған. Ҙур масштабтағы медицина тикшереүе “исем өсөн” түгел, ә һәр кемдең сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн булдырылған. Шуның өсөн поликлиника хеҙмәткәрҙәре ойошма-учреждениелар буйлап йөрөп, диспансерлаштырыу үтергә өгөтләйәсәк.
Икенсе “әммә” – бер көн эсендә генә тулыһынса тикшерелеп бөтөп булмай. Сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кеше, әлбиттә, үҙе өсөн ваҡыт табыр.
Тағы ла бер проблема – табиптар етмәй. Республиканың баш терапевы Венера Мостафина әйтеүенсә, поликлиникалар тулыһынса комплектланмаған. Тимәк, медицина тикшереүе үткән ваҡытта табип кабинеты алдында оҙон-оҙон сираттар хасил буласаҡ. Етмәһә, ҡайһы бер белгестәр етешмәй. Шуға күрә был һорау әле асыҡ ҡала.

Г. ЙОСОПОВА.

Сығыу ваҡыты 1-02-2013, 12:29 | Ҡаранылар: 1016
|
  • Бушлай күренергә мөмкин
  • Диагноз: түләүле медицина
  • Диспансерлауға әҙерләнегеҙ
  • Өс һөйләм менән
  • Поликлиниканы һайларға мөмкин
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM