НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иң мөһиме – халыҡ ышанысын аҡлау

Иң мөһиме – халыҡ ышанысын аҡлау


Иң мөһиме  – халыҡ   ышанысын аҡлауМәғлүм булыуынса, күптән түгел Иглин районының Урман ҡасабаһында хәрби припастар шартлау сәбәпле, фажиғәле хәл-ваҡиға булды. Унда йәшәүселәргә иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙыусылар рәтендә «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы ла бар ине. Предприятие коллективы ҡаза күреүселәргә дарыу препараттары менән ярҙам күрһәтте. Хәйриә рәүешендә 100 мең һумлыҡ дарыуҙар оҙатылған. Шулай уҡ предприятие етәкселеге ҡасаба халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу буйынса саралар билдәләне.
Ошо миҫал үҙе генә лә «Башфармация» предприятиеһының халыҡ сәләмәтлеге һәм именлеген һаҡ­лау­ҙа ни дәрәжәлә әһәмиәтле урын тотоуын асыҡ дәлилләй. Ғөмүмән, беҙҙең сәләмәтлегебеҙ күп осраҡта, хатта ғүмеребеҙ ҙә дарыуҙар менән тейешенсә тәьмин ителеүгә һәм уларҙың сифатына бәйле.
«Башфармация – дарыу сауҙаһы селтәрендә ныҡлы матди-техник базаға эйә булған берҙән-бер предприятие. Уның 85 йыллыҡ бай тарихы бар. Ул республиканың төрлө төбәктәрендә 172 дарыухананы, дүрт күмәртәләп һатыу складын, ете «Оптика» магазинын, 220 ваҡлап һатыу дарыухана подразделениеһын (уларҙың яртыһынан күберәге – ауыл ерҙәрендә) берләштерә.
Бөгөн «Башфармация» системаһында 2283 кеше, шул иҫәптән, 568 провизор һәм 730 фармацевт эшләй.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан «Башфармация» дәүләт унитар предприятие­һының генераль директоры Салауат Ибраһим улы Рәхмәтуллиндан коллективтың эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ таныштырыуын үтендек. Ул беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы республиканың дауалау-профилактика учреждениеларын һәм халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүсе дәүләт секторы булып тора. Эшебеҙҙә иң әһәмиәтлеһе – үтә кәрәкле һәм мөһим препараттарға өҙөклөк тыуҙырмау, хаҡтарҙың тотороҡлолоғона ирешеү, сифатһыҙ дарыу­ҙарҙың ҡулланыусыларға барып етеүенә юл ҡуймау. Дөрөҫ, бөгөн көслө дәғүәселек шарттарында эшләргә тура килә. Беҙ һәр осраҡта ла «Башфармация» үҙенең социаль йүнәлтелгән эшмәкәрлеген һәм дәғүәселек һәләтен һаҡлап, республика фармацевтика баҙарында әйҙәүсе предприятие булып ҡалһын, тигән аныҡ маҡсат ҡуйып эшләйбеҙ. Һатыуҙағы дарыуҙарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк бурыстарҙан һанала. Төп эшмәкәрлегебеҙ дарыу средстволарын һәм медицина тәғәйенләнешендәге изделиеларҙы күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙан ғибәрәт. Предприятиеның подразделениелары республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында ла эшләй.
«Башфармация» эшмәкәрлегенең социаль йүнәлеше булыуын айырып билдәләү урынлы. Беҙҙең дарыуханалар дарыу средстволарын льготалы рецептар буйынса, шулай ук федераль программа буйынса дарыуҙар (ОНЛС) һәм, 122-се Федераль законға (22.08.04 йыл) ярашлы, юғары сығымлы ете нозология буйынса дарыуҙар биреүҙе ғәмәлгә ашыра. Былар табыш килтермәй, ә социаль йөкләмә булып ҡала. Ҡайһы бер төпкөл райондарҙа беҙҙең дарыуханалар дарыу менән тәьмин итеүсе берҙән-бер сығанаҡ булып тора. Киләсәктә беҙ уларҙың селтәрен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә тағы ла киңәйтергә планлаштырабыҙ. Яңы дарыуханалар һәм дарыухана пункттары асҡан бер ваҡытта, күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙе лә, дарыу­ҙарҙың ассортиментын да арттырасаҡбыҙ. «Башфармация» дәүләт аптекалары ҡулланыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм дәғүәселек һәләтенә эйә булырға тейеш. Шулай уҡ ҡайһы бер социаль проекттарҙы ла тормошҡа ашырабыҙ: барлыҡ төп дарыуханаларҙа ла үҙебеҙҙең илдә етештерелгән һәм хаҡы буйынса һәр кем һатып алырлыҡ дарыуҙарҙы урынлаштырыу өсөн айырым зоналар булдырыла. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ дауаханалар селтәрендә дарыу препараттарының хаҡтарын кәметеү буйынса саралар күрелә. Йәғни беҙҙең дарыухана селтәре сағыштырмаса түбән хаҡлы һәм дарыуҙарҙың киң спектрына эйә булырға тейеш. Предприятие илдең күп кенә дарыу етештереүселәре менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә һәм дарыухана складтарына фальсификаттар инеүенә юл ҡуймай. Йәнә шуға туҡталыу урынлы. «Башфармация», федераль маҡсатлы программаға ярашлы республикаға килтерелеүсе дарыуҙарҙы һәм иммунобиологик препараттарҙы (вакцина һәм сывороткалар) ҡабул итеп ала, һаҡлай һәм дауалау учреждениеларына оҙата.
Әлбиттә, заман яңы талаптар ҡуя. Бөгөн баҙар мөнәсәбәттәренең яңы кимәленә сығыу өсөн һөҙөмтәле менеджмент булдырыу, баҙар шарттарына тулыһынса яраҡлашыу һәм социаль бурыстарҙы үтәү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Һуңғы йылдарҙа федераль закон сиктәрендә экстемпораль дарыу средстволары номенклатураһы шаҡтай кәмене. Шулай уҡ, иҡтисади ҡыйынлыҡтар сәбәпле, табиптар­ҙың рецебы һәм дауалау-профилактика учреждениеларының талабы буйынса дарыу саралары әҙерләүсе дарыуханалар ҙа аҙайҙы. Былтыр 172 дарыухананың 45-ендә генә рецептура-етештереү бүлектәре һаҡланған. Киләсәктә «Башфармация» сауҙа маркаһы менән үҙебеҙҙең производствоны булдырыу маҡсаты ҡуйыла һәм ул перспективалы йүнәлеш буласаҡ.
Билдәле, һәр эштең һөҙөмтәһе кадрҙар­ға бәйле. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәргә талаптар юғары. Сөнки эшебеҙ иң ҙур байлыҡ – халыҡ сәләмәтлегенә йүнәлтелгән.
Әлбиттә, беҙҙең предприятиеның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге күп факторҙарға – фармацевтика сәнәғәтенең үҫешенә, закондарҙағы үҙгәрештәргә, дәүләт ярҙамына бәйле. Әйткәндәй, республика хөкүмәте дәүләт дарыуханалар селтәрен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында етди хәстәрлек күрә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, хеҙмәтебеҙ халыҡ сәләмәтлегендә һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә ыңғай сағылыш тапһын тип тырышабыҙ.

Земфира ХӘКИМОВА.

Сығыу ваҡыты 14-06-2011, 13:53 | Ҡаранылар: 1556
|
  • Дарыуҙар арзан, сифатлы булырға тейеш
  • Аспирин ҡайтты
  • Дарыуханала аспирин юҡ!
  • Льготниктарға социаль хеҙмәтләндереүҙәр пакеты яңыртыла
  • Төп иғтибар – дарыуҙарға!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM