НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йылытыусы компресты нисек әҙерләргә?

Йылытыусы компресты нисек әҙерләргә?


Дарыуханаларҙа бөгөн ниндәй генә препарат юҡ. Шулай ҙа борондан килгән дауалау алымдары әлегәсә киң ҡулланыла. Шуларҙың береһе – йылытыусы компресс. Ул нисек әҙерләнә һуң?
Дүрткә-алтыға бөкләнгән марля йәки таҙа аҡ сепрәк, эҫе һыу йәки араҡы, сода йәки башҡа төр иретмәлә сылатылып, ауырт­ҡан урынға һа­лы­на. Шунан һуң өс-дүрт ҡат марля йәки сепрәктең ситтәренән артып торорлоҡ итеп компресс клеенкаһы йәки балауыҙланған ҡағыҙ менән ҡапларға кәрәк. Быларҙың бөтәһе өҫтөнә ҡалын итеп мамыҡ ябып, тығыҙ итеп бинт менән тәнгә урала. 8 – 10 минуттан һуң уны алырға кәрәк. Был ваҡыт эсендә клеенка аҫтындағы туҡыма еүеш килеш ҡалырға тейеш.
Ике-өс сәғәттән һуң ошондай уҡ компресты ҡа­батларға мөмкин. Тәнәфес ва­ҡы­тында ауыртҡан урын йылы ҡоро сепрәк ме­нән ябыла. Тән ялҡынһынмаһын өсөн ауыртҡан урын­ды май (ва­зе­лин, ланолин) ме­нән майлау бик яҡшы.
Йылытыусы компресс ауырт­ҡан урынға ҡан килеүен көсәйтә, ауыртыу бөтә, шеш тиҙ ҡайта. Компрестың ыңғай тәьҫирен иҫәпкә алып, табиптар уны организм йәки туҡымаларҙың был өлкәһе шешкәндә, ҡан һауғанда тәҡдим итә.

Сығыу ваҡыты 22-01-2011, 16:56 | Ҡаранылар: 1868
|
  • Үксә ауыртҡанда
  • Быуындар һыҙлауын онотҡоғоҙ киләме?
  • Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер
  • Булғанда – бүреләй, булмағанда…
  • Селлә сатната бит, әй…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM