RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аяҡтағы һөйәкте нисек дауаларға?

30.09.2018 Аяҡтағы һөйәкте нисек дауаларға?

Аяҡтағы һөйәкте нисек   дауаларға?
Аяҡтың баш бармағы эргәһендә һөйәк үҫеп сығыуы – киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Әммә ваҡытында дауалағанда, уны туҡтатырға мөмкин.

Бәпембә, йод
100 г бәпембә сәскәһен ваҡлап, бер аҙ киптерергә һәм сәскәләрҙе ҡапларлыҡ итеп, йод өҫтәргә. Дүр көн төнәткәндән һуң дарыу ҡулланырға әҙер. Аяҡты яҡшы ғына итеп ебеткәндән һуң, ныҡ итеп ҡороторға һәм әҙерләнгән дарыуҙы һөйәккә селтәр рәүешендә һөртөргә. Ике аҙна буйы был процедураны көн һайын төнгөлөккә ҡабатларға кәңәш ителә.

Дегәнәк һәм скипидар
Дегәнәктең ике ҙур япрағын алып, йәшел яғына скипидар һөртөргә һәм табандан алып, тубыҡҡа тиклем уратып ҡуйырға. Өҫтөнә полиэтилен ябырға ла онотмағыҙ. Был процедураны өс ай буйы көн һайын ҡабатларға. Ә ун көнгә бер тапҡыр эшләгәндә, ул ауырыуҙарҙы киҫәтеп кенә ҡалмай, организмда матдәләр алмашыныуын да көйләргә булышлыҡ итә. Әммә был компресты ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк, аяғығыҙҙы яндырып ҡуймағыҙ. Скипидар оҡшамаһа, уны ҡулланмаҫҡа ла мөмкин.

Йод, тоҙ
Биш минутлыҡ йылы ванна ла һөйәктең ауыртыуын баҫырға ярҙам итә. Бының өсөн бер литр һыуға ун тамсы йод һәм ике ҡалаҡ тоҙ һалып иҙергә. Тоҙло-йодлы ваннаны көн һайын эшләргә кәрәк. Ауыртыуын баҫыр өсөн һөйәккә йод та һөртөргә була.

Йод, аспирин
10 мл йодҡа биш төймә аспирин ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Аспирин иреп бөтһә, йод төҫһөҙгә әйләнә. Ошо дарыу менән төнгөлөккә аяҡтағы һөйәкте ыуырға кәрәк. Процедураны өс көн ҡабатларға, һуңынан ике аҙна ял итергә. Һәм тағы ла өс көнлөк дауаланыу курсын ҡабатларға.

Тауыҡ йомортҡаһы, аш һеркәһе эссенцияһы, скипидар, иретелгән сусҡа майы
Ҡырлы стакан төбөнә йомортҡаны ҡабығы менән һалып, өҫтөн ҡапларлыҡ итеп аш һеркәһе ҡойоп, ике аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға. Йомортҡаның ҡабығы тулыһынса иреп бөтөргә тейеш. Һуңынан ирегән йомортҡаның тышын алып ташлап, өҫтөнә 10 г скипидар һәм бер ҡалаҡ ирегән сусҡа майы (вазелин, аҡ майҙы ла ҡулланырға ярай) ҡушырға һәм яҡшы итеп бутарға. Был майҙы аяҡтың һөйәгенә йод менән аралаштырып, көн аша һөртөргә кәрәк.

Прополис
Прополистан әҙерләнгән компрестың да файҙаһы тейә. Бының өсөн прополисты йомшартып, төнгөлөккә һөйәк өҫтөнә һыларға һәм бәйләп ҡуйырға. Прополис булмаһа, дарыухананан уның төнәтмәһен алырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…