НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кәзә һөтөнөң файҙаһы нимәлә?

Кәзә һөтөнөң файҙаһы нимәлә?


Кәзә һөтөнөң файҙаһы нимәлә?
Батшалар эсемлеге – кәзә һөтөн хаҡлы рәүештә шулай тип әйтергә мөмкин. Уның файҙалы үҙенсәлектәре боронғо Мысырҙа һәм Грецияла уҡ билдәле булған. Фирғәүендәрҙең кәшәнәһенә, ҡоралдары һәм ҡиммәтле таштар менән бергә, мотлаҡ бер дүңгәләк еҫле кәзә сыры һалыуҙары шул хаҡта һөйләй.
Кәзә һөтө туҡлыҡлы матдәләргә бик бай һәм составы буйынса кешенекенә ныҡ оҡшаған. Шуға күрә лә ҡайһы бер осраҡта әсә һөтөн уның менән алмаштырырға мөмкин. Ул туҡлыҡлы, файҙалы, еңел үҙләштерелә һәм балаға бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Әйткәндәй, һыйыр һөтөнә ҡарағанда күпкә туҡлыҡлыраҡ. Бер стакан һөттә кальцийҙың көндәлек нормаһының 40 проценты, витаминдарҙың 20 проценты бар. Шулай уҡ унда калий менән фосфор күп. Ғалимдар асыҡлауынса, ул организмда тимер менән баҡырҙың үҙләштерелеүенә лә булышлыҡ итә.
Һыйыр һөтөнән айырмалы рәүештә, унда аллергия тыуҙырыусы альфа-1s-казеин тип аталған матдәнең кимәле бик әҙ. Казеин – насар үҙләштерелеүсе аҡһым. Шунлыҡтан һыйыр һөтөнә аллергияһы булған кешеләргә лә кәзә һөтөн эсеүҙең бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Ул балаларға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-егеттәргә лә, ҡарттарға ла берҙәй үк файҙалы.
Бөгөн дөрөҫ туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу көсәйгәндә кәзә һөтөнөң дә популярлығы арта бара. Кәзә һөтө нимәһе менән файҙалы һәм нимәһе менән һыйыр һөтөнән яҡшыраҡ?

Файҙаһы

Кәзә һөтөндә кальций күп. Шуның менән ул башҡа төр һөттән өҫтөнөрәк. Уны даими рәүештә ҡулланғанда организм был минералға ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Балаларҙың үҫеүе өсөн генә түгел, һөйәк туҡымаһының ныҡлығын һаҡлау өсөн дә файҙалы. Был йәһәттән айырыуса ололарға һәйбәт, остеопорозға юл ҡуймай.
Аминокислоталарға һәм аҡһымға бай. Составында магний һәм тимер күп булыу сәбәпле, анемияны һәм йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеү сараһы булып тора.
А һәм В3 витаминдары һөйәктәргә, мускулдарға, күҙҙәргә, иммунитетҡа ыңғай тәьҫир итә, ҡартайыуҙан һаҡлай.
Туҡлыҡлы. Әйткәндәй, уның составындағы май һыйыр һөтөндәгегә ҡарағанда тиҙерәк үҙләштерелә. Майлы кислоталар кеше организмына ыңғай йоғонто яһай, аш эшкәртеүҙе яҡшырта, аҡһымдың тарҡалыу процесында ҡатнаша.
Һыйыр һөтөнән тағы бер өҫтөнлөгө шунда – еңел үҙләштерелә һәм аш эшкәртеү процесын көйләй. Ундағы уникаль ферменттар, шул иҫәптән лизоцим ашҡаҙандағы тоҙ кислотаһының кимәлен кәметә һәм эсәктәр­ҙәге ялҡынһыныуҙы баҫа.
Бауырҙы һаҡлай. Кәзә һөтөндәге цистин тигән аминокислота алкоголь, дарыуҙарҙың һәм башҡа ағыулы матдәләрҙең йоғонтоһонан һаҡлап, бауырҙың күҙәнәктәренә ыңғай тәьҫир итә. Бынан тыш, кәзә һөтө майлы булһа ла, уны эсеүҙән бауырға көс төшмәй, сөнки майҙары тиҙ үҙләштерелә.
Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Составындағы майлы кислоталар ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Был иһә үҙ сиратында ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә атеросклероз, инсульт, инфаркт һәм башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртергә мөмкинлек бирә. Калий ҡан баҫымын түбәнәйтергә булышлыҡ итә, ҡан тамырҙарын киңәйтеп, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеште кәметә.
Иммунитетты нығыта. Кәзә һөтөндә селен да күберәк. Был һирәк осрай торған минерал иммун системаһы эшмәкәрлеге өсөн үтә лә мөһим.
Уның составында шулай уҡ аҡһым күп. Ул иһә күҙәнәктәр, туҡымалар, мускулдар һәм һөйәктәр өсөн төҙөлөш материалы булып тора. Тештәрҙең, сәстең, тырнаҡтарҙың торошона ыңғай йоғонто яһай. Кәзә һөтөн ҡулланыу метаболизмды, дөйөм сәләмәтлекте яҡшырта, организмдың үҫеүенә булышлыҡ итә.
Бета-каротиндың (А провитамины) бай сығанағы булараҡ, онкология сирҙәренә ҡаршы ла кәзә һөтөн эсергә тәҡдим итәләр. Ул, берҙән, иммунитетты күтәрә, икенсенән, организмды токсиндарҙан һәм радионуклидтарҙан таҙарта.
Бала имеҙеүсе ҡатындарға ла был шифалы һөттән баш тартырға ярамай. Бигерәк тә сәйгә һалып эсеү яҡшы. Бала имеҙгәндән һуң бер балғалаҡ кәзә һөтө йотҡанда, һөт төшөүгә ярҙам итә.
Ашҡаҙан сей яраһы сире менән яфа­ланыу­сыларға ла кәзә һөтөнөң файҙаһы – ундағы махсус ферменттар зарарлан­ған лайлалы ҡатламды бөтәштереп, гастрит һәм язваны дауаларға булышлыҡ итеүендә. Билдәле боронғо табип Авиценна, ҡартлыҡ маразмынан арыныу һәм үлгәнсе үҙ аҡылыңда ҡалыу өсөн оло йәштәге һәр кеше мотлаҡ кәзә һөтө эсергә тейеш, тип иҫәпләгән. Бөгөнгө заман ғалимдары ла уның менән тулыһынса килешә. Был эсемлектәге уникаль витаминдар һәм минералдар комплексы Альцгеймер һәм Паркинсон ауырыу­ҙары менән сирләү хәүефен кәметә һәм ҡартайғансы күҙҙәрҙең яҡшы күреүен тәьмин итә.

Зарары

Кәзә һөтө шифалы, тибеҙ. Бөтә кешегә лә берҙәй үк файҙалымы икән?
Ысынлап та, уның зыяны юҡ тиерлек. Тик ҡайһы берәүҙәрҙең еҫен һәм тәмен яратмауы арҡаһында ғына ҡуллана алмауы ихтимал. Бынан тыш, ул гемоглобинды күтәреүгә һәләтле, шунлыҡтан кемдәрҙең ҡаны ҡуйы, әҙләп кенә, хатта һыу ҡушып эсергә тәҡдим ителә. Ашҡаҙан аҫты биҙе сире (панкреатит) менән ауырыусыларға кәзә һөтөн һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Ныҡ майлы булыуы һөҙөмтәһендә сирҙе ҡуҙғытып ебәреүе ихтимал.
Һалҡын килеш эскәндә, эсте ҡатыра. Артыҡ күп эсеү организмдың бәүел ҡыуҙырыу системаһына насар тәьҫир итә.
Ашар алдынан һәм ашағандан һуң да эсергә кәрәкмәй, аш эшкәртеү системаһына ауыр булыуы бар.
Иң яҡшыһы – һөттө шул көйө эсергә, шулай уҡ төрлө аҙыҡ та әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, кәзә һөтө тиҙ әсеп бармай. Бүлмәләге температурала өс көн торһа ла бер нәмә лә булмай.
Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн:
Бронхиттан. Һөттө ҡайнатып, бер аҙ һыуынғас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә.
Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарып, бер аҙ аҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сығасаҡ.
Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрес­тан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙҙе урап үтер.

Сығыу ваҡыты 30-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 157
|
  • Үлән йыйыр мәл етте
  • Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
  • Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
  • Ҡойма буйындағы витаминдар
  • Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM