НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үҙгәртергә түгел, яраҡлашырға тырышығыҙ

Үҙгәртергә түгел, яраҡлашырға тырышығыҙ


Үҙгәртергә түгел, яраҡлашырға тырышығыҙ
“Минең ҡәйнәм – ут! Килен булып төшкәнемә яңы-яңы ярты ғына бер йыл, ә ул һаман да иремде ғаиләһеҙ, яңғыҙ тип белә, ахыры. Ни генә булһа ла ирем әсәһенә һөйләй, уның кәңәшһеҙ бер нәмә башҡармай! Ошо арала яңы кер йыуыу машинаһы алырға булып киттек. Әйтергә кәрәк, ул беҙ нимә генә алһаҡ та ҡыҫыла. Ә кер йыуыу машинаһының ҡиммәтлерәген алыр­ға кәңәш биргән. Мин иптәшемә әйтәм, һуң, беҙҙең ҡулға килеп ингән аҡсаны бөтәһен дә машинкаға тыҡһаҡ, ял итергә диңгеҙ буйына нисек барабыҙ? Шулай итеп план ҡорғайныҡ бит. Ә ул, быйылға бармаһаҡ та булыр, былтыр ғына туйҙан һуң бер ай буйы булдыҡ та баһа, тормош көткәс, әҙерәк сабыр булайыҡ, әсәйем шулай тине, тип тормаһынмы?! Иптәшемә 29, миңә 24 йәш, балалар булмаҫ борон иркенләп йөрөп ҡалырға ине, тип уйлағайныҡ. Ирем һәйбәт ул, тыныс, эше бик яҡшы, мин дә эшләйем. Тик ошо ҡыҫылыуы! Был ҡәйнәмде нисек аҡылға ултыртырға һуң?”.
Ҡәҙерле йәш киленкәй, аңлайым мин һинең күңел торошоңдо. Әйҙә, бер кемде лә яманламай ғына, тыныс итеп уйлап алайыҡ. Беренсенән, кер йыуыу машинаһының ҡиммәтерәген алыу уның сифатлыраҡ булыуын аңлата түгелме? Сифатлы автомат машина алыу үҙеңде оҙаҡ йылдарға яҡшы ярҙамсы менән тәьмин итеү бит, шулаймы. Тимәк, ул боҙолмай 9 – 10 йыл хеҙмәт итәсәк һәм һеҙҙең башығыҙ ауырымаясаҡ. Был насар тәҡдим түгел, ризаһыңдыр. Иптәшеңдең әсәһенә түкмәй-сәсмәй ғаиләгеҙҙәге “бөтә нәмә”не һөйләүенә ышаныуы ҡыйын, һеҙҙең үҙегеҙ генә белгән серҙәрегеҙ бар, һис шикһеҙ. Ҡәйнәмде аҡылға ултыртам, тигән маҡсаттан ситләшергә тәҡдим итер инем. Сөнки һинең ҡәйнәң – иреңдең ғәзиз әсәһе. Күренеүенсә, ул ғәзиз кешеһенең кәңәштәренә ҡолаҡ һала, ул әйткәнсә эшләргә тырыша. Тимәк, әгәр әсәһенә “һуғыш” асһаң, ул кемде һайлар? Ошо турала уйлап алыу зарур. Нимә эшләргәме? Аҡылыңды, нәзәкәтлегеңде, хәйләкәрлегеңде эшкә ек. Һеҙҙән күпкә оло, тормош тәжрибәһе туплаған кешенең һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, улын маҡтап, уға ирең өсөн рәхмәт әйтеп тороу арағыҙҙағы ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөр. Әсәһен ҡәҙерләүең иреңә лә күренмәй, һиҙелмәй ҡалмаҫ. Бына күрерһең, сабырлығыңды туплап, ипләп кенә ҡәйнәңде үҙеңә кәрәк һәм терәк итеп алһаң, һис шикһеҙ, тормошоң алға ғына ыңғайлар. Бер йыл – оҙаҡ ваҡыт түгел, шулай ҙа ҡәйнәңдең холоҡ-фиғелен күреп, ғәҙәттәрен аңлай ҙа башлағанһыңдыр. Өлкән кешене үҙгәртеүе – мөмкин булмаҫлыҡ эш. Ә инде уға аҡыллы ғына итеп яраҡлаша белеү күпкә еңелерәк.

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 24-05-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 260
|
  • Ирем менән юҡҡа үпкәләшә башланыҡ...
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Балалар нисек ишетә?
  • Көҙгө
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM