НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үпкәсел балаға нисек ярҙам итергә?

Үпкәсел балаға нисек ярҙам итергә?


Үпкәсел балаға нисек  ярҙам итергә?
Биш йәшлек улым өс йыл инде балалар баҡсаһына йөрөй. Ул аралашыусан, тиҫ­терҙәре менән рәхәтләнеп уйнай. Ләкин тиҙ ҡыҙа, үпкәсел, бойорорға ярата. Әгәр уны тыңламаһалар – һуғыша. Ата-әсәләр менән тәрбиәсәләр уға зарлана. Беҙ балалар баҡсаһын да алмаштырырға әҙер. Ләкин был хәл унда ла ҡабатланмаҫмы икән?
Ләйсән С.
Өфө ҡалаһы.

Психологтар телмәрендә “балалар баҡсаһы балаһы түгел” тигән төшөнсә бар. Ундай кескәйҙәр дискомфортҡа – асығыуға, арыу­ға, тыйыуҙарға бик һиҙгер. Ғәҙәттә, ул ниндәй­ҙер ҙур булмаған неврологик тайпылыштар йәки соматик ауырыуҙар менән бәйле була (дистония, аллергия, мускулдарының юғары тонусы һ.б.). Әгәр ҙә баланы көсөргәнешле хәлдәрҙән аралаһаң, йылы мөхит булдырһың, был проблема үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн ҙур “ҡайғы”: иртә тороу, ата-әсәнән айырылыу, яратып ашамаған бутҡа, ҡысҡырып һөйләшкән тәрбиәсе, уйынсығын тартып алған икенсе бала, берәүһенең этеп ебәреүе һ.б. Борсолоусан, үпкәсел, тынғыһыҙ баланы өйҙә йәки бәләкәйерәк төркөмдә тәрбиәләү отошло буласаҡ. Ләкин был уны коллективтан бөтөнләй айырырға кәрәк, тигән һүҙ түгел. Бары аралашыу ваҡытын кәметергә кәрәк. Шулай уҡ уға оҙаҡ итеп телевизор ҡарарға ярамай, ярһытыусы уйындарҙы лә сикләү зарур.
Бындай балаға көн режимын һаҡлау бик мөһим. Дөйөм массаж, гимнастика ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Бергәләп китап уҡыған саҡта бәләгә тарыған персонаждарға иғтибар итегеҙ. Ни өсөн ул бындай хәлгә ҡалғанын, уға нисек ярҙам итергә мөмкин булғанын аңлатығыҙ.
Һәр бала – кескәй генә шәхес. Шуға ла тәрбиә алымдары тап уға тура килерлек булырға тейеш. Ата-әсәләр шуны онотмаһын ине.
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.

Сығыу ваҡыты 29-01-2018, 10:02 | Ҡаранылар: 197
|
  • Баланы нисек ауырытмаҫҡа?
  • Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?
  • М.Аҡмулла исемендәге БГПУ-ла балалар баҡсаһы асыласаҡ
  • Осҡолоҡ ҡаңғырта
  • Ни өсөн ата-әсә бала тәрбиәләүҙә уңышһыҙлыҡҡа осрай?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM