НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халыҡ медицинаһы


Халыҡ медицинаһыЙүтәлдән иң яҡшы дауа
Йүтәлдән иң яҡшы дарыу – ҡара мәрүәр (бузина). Бының өсөн бер балғалаҡ ҡара мәрүәр сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә. Һөҙөп көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр сынаяҡ эсергә. Төнгөлөккә мотлаҡ бал ҡушыр­ға. Иртәнсәк бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, ас ҡарынға эсеү ҙә файҙалы.

Стоматиттан
Тырнаҡ гөлөн ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы ҡатламы елһенеүенә ҡаршы ҡулланыу яҡшы. 10 календула сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ төнәтергә. Йылы килеш ауыҙҙы сайҡатырға, ә ангина булғанда – тамаҡты. Төнәтмә стоматит менән гингивиттан да ярҙам итә. Бының өсөн иртәле-кисле теш ҡаҙнаһын бармаҡтар менән массажлап, һуңынан яҡшы итеп ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк.

Аяҡтар тартышҡанда
* Иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан аяҡ табандарына яңы һығылған лимон һуты һөртөргә һәм ҡоротмай, кипкәнен көтөргә. Аҙаҡ ойоҡбаш кейергә мөмкин. Дауаланыу курсы – ике аҙна.
*Аяҡ-ҡулдар тартышҡан ваҡытта ауыртҡан урынды гәрсис майы менән ыуырға.

Бәүел ҡыуҙырыу өсөн

0,5 стакан тары ярмаһына бер литр һыу ҡойоп, 5 – 7 минут бешерергә. Һыуынғансы төнәтергә һәм мөмкин тиклем йышыраҡ эсергә. Тағы ла кишер япрағы төнәтмәһе ярҙам итә.

Сығыу ваҡыты 29-09-2017, 14:57 | Ҡаранылар: 106
|
  • Бал менән дауалау
  • Бауыр өсөн үлән сәйе
  • Тамаҡ ауыртҡанда
  • Циститтан ярҙам итә
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM