НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нимә ул плеврит?


Нимә ул плеврит?Плеврит хаҡында мәғлүмәт бирмәҫһегеҙме икән? Ниндәй ауырыу ул һәм нимәнән барлыҡҡа килә?
И. ШАФИҠОВ.
Өфө ҡалаһы.

Плеврит – плевраның шешеүе. Плевра – ул күкрәк ситлегендәге органдарҙы ҡаплаусы йоҡа ҡатлам. Уның беренсе япрағы үпкәне ҡаплай, икенсеһе – күкрәк ситлегенең эске өлөшөн һәм өҫтән диагфрагманы. Бынан тыш, үпкә өлөштәренән дә үтә. Ул үҙе шыма һәм шыуғаҡ, күҙәнәктәре күкрәк ситлеген эстән майлау өсөн шыйыҡса бүлеп сығара. Был иһә тын алған ваҡытта үпкә берсә киңәйеп, берсә ҡыҫылып, күкрәк ситлегенең эске өҫкө өлөшөнән иркен шыуып йөрөү өсөн кәрәк. Әлеге шыйыҡса күп булырға ла тейеш түгел, артығы һау-сәләмәт организм тарафынан кире һурып алына. Ә инде плевра зарарланған осраҡта, ниндәйҙер өлөшө шешә һәм ҡалыная. Һөҙөмтәлә ул шымалығын юғалта. Быны “ҡоро плеврит” тип йөрөтәләр. Бынан тыш, “экссудатив плеврит” та була. Ул ваҡытта киреһенсә шыйыҡса күп итеп бүленә лә, кире һурып алынып бөтмәй, үпкәлә йыйыла башлай.
Ауырыуҙың сәбәбе күп осраҡта туберкулезға бәйле була. Шулай уҡ пневмониянан да плеврит барлыҡҡа килеүе ихтимал. Оло йәштә иһә төрлө шеш, уның күҙәнәктәре плевраға эләгеү һөҙөмтәһендә шыйыҡлыҡ йыйыла.

Сығыу ваҡыты 22-09-2017, 15:30 | Ҡаранылар: 77
|
  • Нимә ул “Титце синдромы”?
  • Тромбоциттар ни өсөн кәрәк?
  • Нимә ул пневмосклероз?
  • Бауырҙа киста. Нимә эшләргә?
  • Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM