RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сысҡан биҙгәге – ҡурҡыныс ауырыу

11.06.2017 Сысҡан биҙгәге – ҡурҡыныс ауырыу

Сысҡан биҙгәге – ҡурҡыныс ауырыуСысҡандар – кеше организмына эләккәндә балаларҙа һәм ололарҙа төрлө етди ауырыуҙарға сәбәпсе булған инфекциялар таратыусы йән эйәләре. Шул иҫәптән сысҡан биҙгәге ауырыуы. Кинәт кенә башланып китеүсе был сирҙе йыш ҡына тәүге стадияһында киҫкен респиратор ауырыу менән бутай­ҙар. Инкубация осоро үткәс кенә сиргә хас билдәләр ныҡлап күренә башлай.
Сысҡан биҙгәге – насар эҙемтәләргә, атап әйткәндә, инвалидлыҡҡа, үлемгә килтереүсе бик яман ауырыу.

Вирус нисек тарала?
Хәүеф төркөмөнә ауыл халҡы һәм туризм яратыусылар инә. Ауырыуҙың бер нисә юл менән таралыуы ихтимал. Беренсеһе – кимереүсенең ҡалдыҡтары булған туҙан аша. Икенсеһе – зарарланған аҙыҡ-түлек аша. Өсөнсөһө – вирус туранан-тура төп сығанаҡ аша тарала. Әммә ауырыу кешенән кешегә йоҡмай. Ете йәштән бәләкәй балаларҙа был сир булмай тиерлек, сөнки улар күп осраҡта өйҙә генә була. Иң күбе сысҡан биҙгәге менән 16 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ауырый. Шулай уҡ ауырлы ҡатындарға ла сир эләктереү ҡурҡынысы көслө. Айырыуса яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендә зарарланыу хәүефе көсәйә.

Ауырыуҙың стадиялары
Вирус тиҙ генә беленмәй. Инкубация осоро 20 көнгә яҡын дауам итә. Ауырыу үҙен бер нисек тә һиҙҙермәй, кеше хатта үҙен ниндәй хәүеф һағалауын белмәүе лә ихтимал. Башланғыс осоро ла бик ҡыҫҡа, ғәҙәттә, өс тәүлектән күп түгел. Әммә ул бик киҫкен үтә, тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Артабанғы стадияһында температура әкренләп төшә, әммә ауырыуҙың дөйөм хәле үҙгәрмәй. Эс һәм бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килә, уҡшыта. Бөйөр ағыуланыу сәбәпле, кинәт кенә бәүел бүленеп сығыу һәм уның дөйөм тығыҙлығы кәмей. Ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙың был билдәләре дүртенсе тәүлектә күренә.
Унынсы көнөнә ауырыуҙың сираттағы стадияһы башлана, ул һауығыуҙың башланғысы булып тора. Биҙгәктең дөйөм билдәләре тоноҡлана, ҡайһылары юҡҡа сыға. Бәүел бүленеп сығыу яйлана, әммә уның тығыҙлығы кәмеүен дауам итә.
Реконвалесцент осоро иң оҙайлыһы. Бөйөрҙөң эшмәкәрлеге нормалләшеү процесы бик яй бара, шулай уҡ бәүелдең тығыҙлығы ла тиҙ генә тергеҙелмәй. Тиреләге сабыртмалар бөтә. Тулыһынса һауығыу өсөн иһә ярты йыллап ваҡыт китә.

Билдәләре
Ауырыу тән температураһының юғары булыуы менән билдәләнә, 40 градусҡа тиклем барып етә. Баш ауырта, ҡалтырата, күңел болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. Бил, эс ауырта. Танау ҡанауы, тире аҫтына ҡан һауыуы күҙәтелә. Бит, елкә тирәһендә тире ҡыҙарып сығырға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ҡан баҫымы төшә. Был сиргә күреү һәләтенең насарайыуы, аңдың буталыуы ла хас. Әйткәндәй, ауырыуҙың билдәләре үҙҙәрен балаларҙа ололарға ҡарағанда һуңыраҡ һиҙҙертә башлай.

Дауалау
Ауырыған кешене бе­ренсе билдәләре күренеү менән мотлаҡ дауаханаға урынлаштырырға кәрәк. Сирҙең бик насар эҙемтәләргә килтереүен иҫәпкә алғанда, табипҡа күренеүҙе һуҙырға ярамай. Үҙ аллы дауаланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла! Анализдар биреп тикшереү үткәргәндән һуң табип ҡына дауалау курсы тәғәйенләргә тейеш. Комплекслы дауалау вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрөүсе, ауыртыуҙы баҫыусы препараттарҙы, витаминдар­ҙы һәм айырым диетаны үҙ эсенә ала. Ваҡытында дөрөҫ дауаланмауҙың аҙағы насар тамамланыу ихтималлығын иҫтән сығарырға ярамай.

Иҫкәртеү
Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн дә иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Йәғни ҡулды һәр ваҡыт һабынлап йыуырға, ялан ҡул сысҡандарға ҡағылмаҫҡа, ҡул йәрәхәтләнһә, яраһын шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға иренмәгеҙ. Еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороп өйҙө лә таҙа тотоу мөһим. Ҡалала йәшәүселәр баҡса йорттарына барғанда бирсәткә һәм битлек кейергә онотмаһын. Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу – сәләмәтлектең төп нигеҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…