RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.06.2017 Остеопороз

ОстеопорозОстеопороз – һөлдә ауырыуы, һөйәктәрҙең төҙөлөшө боҙолоу сәбәпле, улар тығыҙлығын юғалта һәм тиҙ һынып барыусан­ға әйләнә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ул донъяла киң таралған инфекция сирҙәре араһында, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, онкология һәм шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урынды биләй. 50 йәште уҙған һәр өсөнсө-дүртенсе кеше был сир менән интегә; минут һайын ошо сир арҡаһында 7 кешенең – умыртҡа һөйәге, һәр биш минут һайын янбаш муйынтығы һына. Һөйәк тығыҙлығы кәмеү сәбәпле, хәүеф төркөмөнә 34 млн Рәсәй кешеһе инә: 14 миллионында остеопороз асыҡланған, тағы ла 20 млн кешелә – остеопатия.

Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең бөтә халҡы тиерлек хәүеф төркөмөнә инә. Эш шунда: мускулдарҙың нормаль тонусын тотоу һәм һөйәктәрҙең ныҡлығы өсөн кәрәкле булған кальцийҙы үҙләштереү өсөн гормон-Д кәрәк. Ул ультрафиолет нурҙар йоғонтоһонда ҡатмарлы химик реакциялар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ә Рәсәй төньяҡ киңлегенән 40 градус өҫтәрәк урын­лаш­ҡан. Шулай уҡ был гормон организмға ҡайһы бер аҙыҡтар аша инә, әммә беҙҙең йәшәү шарттарында Д витаминының сығанаҡтары аҙыҡ-түлектә лә күп түгел.

Сәбәптәре
Остеопороздың төрлө сәбәптәр арҡаһында үҫешеүе ихтимал. Иң беренсе сиратта, әлбиттә, организмдың ҡартайыу процесы һөҙөмтәһендә. Ул, ғәҙәттә, 63 йәштән һуң әүҙемләшә. Был осраҡта һөлдәнең тығыҙлығы ғына түгел, уның дөйөм массаһының кәмеүе лә күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа күрем туҡтағандан һуң башланыуы ихтимал. Оҙаҡ ваҡыт дарыуҙар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә лә ауырыу көсәйә. Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе булып онкология, шәкәр диабеты, Крон ауырыуы, бөйөр сиренең хроник формаһы иҫәпләнә.
Сирҙе, уның ҡайҙа үҫешеүенә ҡарап, төрҙәргә бүләләр. Мәҫәлән, умыртҡа һөйәге остеопорозы. Уға умыртҡа бағанаһы тирәһендә киҫкен ауыртыуҙар хас. Айырыуса бил һәм янбаш тәңгәлендә көслө була. Янбаш остеопорозы һөҙөмтәһендә янбаш муйынтығы зыян күрә. Ваҡытында дауаламағанда аҙағы насар тамамланыуы бар. Шулай уҡ табан һәм тубыҡ остеопорозы ла бар.

Сирҙе нисек асыҡларға?
Белгестәр остеопороз менән ауырыуҙы “өнһөҙ эпидемия” тип атай. Сөнки уның аныҡ ҡына билдәләре юҡ, ҡасан, нисек башланыуын да асыҡлауы ҡыйын. Ҡағиҙә булараҡ, ул берәй ерең һынып, тикшереү үткәндә генә асыҡлана.
Остеопорозды иртәрәк диагностикалау – иң киҫкен проблемалар­ҙың береһе. Һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын денситометрия ысулы билдәләргә ярҙам итә. Әммә әлегә халыҡтың барыһы ла бындай тикшереүҙе үтә алмай, сөнки аппараттар етмәй. Бынан тыш, был тикшереү дәүләт тарафынан финансланмай, һөҙөмтәлә һәр кем үҙе түләп үтергә тейеш.

Дауалау
Был аҫтыртын яман сиргә тарыу­сыларға иң яҡшыһы – остеопороз буйынса махсуслашҡан медицина үҙәгенә, йә булмаһа, квалификациялы белгестәргә мөрәжәғәт итеү. Остеопороз – ауыр һәм ҡатмарлы проблема. Уның менән бер нисә белгес (невролог, эндокринолог, кардиолог) шөғөлләнә. Ғәҙәттә, эндокринолог дауалау терапияһын билдәләп, ниндәй белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәклеген хәл итә. Ауырыу комплекслы дауалауҙы талап итә. Беренсе сиратта остеопорозға килтергән төп ауырыуҙы дауалау зарур. Шунлыҡтан белгес тәғәйенләгән дарыуҙарҙы мотлаҡ эсергә кәрәк. Юғиһә тотош дауалау курсының һөҙөмтәһе булмауы ихтимал. Һуңынан инде остеопороздың үҙен дауалай башлайҙар. Хәҙер дарыуҙарҙың, уколдарҙың ниндәйе генә юҡ, әммә һәр кемгә тейешен табип ҡына билдәләй ала.

Диета – сәләмәтлектең төп нигеҙе
Остеопороз йыш ҡына дөрөҫ туҡланмауҙан барлыҡҡа килә. Иң беренсе сиратта организм аҙыҡ-түлектән үҙенә етерлек кимәлдә Д витамины һәм кальций алырға тейеш. Был матдәләр сәтләүектәр­ҙә, һөт ризыҡтарында, балыҡта һәм кәбеҫтәлә күп. Аҡһымдарҙы кәметеү мөһим, сөнки рационда улар артыҡ күп булһа, кальцийҙың организмға һеңеүенә тотҡарлыҡ яһай. Тоҙло, майлы, ҡаҡланған аҙыҡтар, ҡәһүә, фаст-фуд, алкоголле эсемлектәр ҡәтғи рәүештә тыйыла. Ошо ябай ғына диетаны тотҡанда, һөйәк туҡымаһы ла нығына, остеопорозды ла иҫкәртеп була.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…