НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дауалау сараһы булараҡ скипидар ҡулланыламы?

Дауалау сараһы булараҡ скипидар ҡулланыламы?


Дауалау сараһы булараҡ скипидар ҡулланыламы?Скипидар элегерәк киң тарал­ған дарыуҙарҙың береһе була торғайны. Хәҙер ул ҡулланыламы? Ҡулланылһа, кемдәргә фай­ҙалы, ә кемдәргә ярамай?
Рузилә.
Сибай ҡалаһы.

Скипидар ылыҫлы ағастарҙың сайырынан алына. Билдәле булыуынса, сайыр ағасты төрлө зарарлы бөжәктән, бәшмәктән һаҡлай. Сайырға шифалы үҙенсәлекте күп эфир майының составына ингән биологик актив матдә – терпен бирә. Халыҡ медицинаһында сайыр янған урынды, сей яраны, эрозияларҙы дауалау өсөн һәр ваҡыт киң ҡулланылған. Уның тиренең тәүге ҡатламы аша үтеп инеп, тире аҫтындағы май күҙәнәгендә иреп, нервы бөтөмдәренә ҡуҙғытҡыс йоғонто яһау һәләте күренекле табип А. Залмановта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һөҙөмтәлә ул скипидар ваннаһы технологияһын уйлап сығара. Ул әлегәсә ҡайһы бер шифаханаларҙа һәм медицина үҙәктәрендә файҙаланыла. Залманов бындай ван­налар­ҙы бөтә ауырыуҙарға ла тиерлек тәғәйенләгән, тик йөрәк, туберкулездың асыҡ формаһы һәм киҫкен псориаз сире менән ауырыусыларға ғына рөхсәт итмәгән. Хәҙер иһә был исемлек күпкә киңәйгән. Скипидар ванналары йөрәк ишемияһы, гипертония, хроник нефрит һәм бауыр циррозы менән ауырыусыларға ярамай. Ундай ауырыуҙарға, шулай уҡ ололарға һәм балаларға скипидарҙы ыуыныу өсөн генә ҡулланырға була. Һалҡын тейгәндә, бронхиттың, пневмонияның эҙемтәләрен дауалау өсөн устар­ҙы, табандарҙы һәм күкрәк ситлеген ыуырға мөмкин. Иң мөһиме, скипидар таҙартылған булырға тейеш, техник скипидарҙы ҡулланыу тыйыла.

Сығыу ваҡыты 10-02-2017, 11:28 | Ҡаранылар: 164
|
  • Хроник остеомиелитты дауалап буламы?
  • Алманың файҙаһы хаҡында
  • Үксә ауыртҡанда
  • Эремсек һыуы файҙалы
  • Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM