НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс

Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс


Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
Ҡыш үҙенең һыуығы, бурандары менән генә түгел, киҫкен респиратор ауырыуҙары һәм киҙеүе менән дә хәүефле. Бер ҡыш та киҙеүһеҙ булмай шикелле. Өҫтәүенә, йылдан-йыл уларҙың береһенән-береһе ауырыраҡ, береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ төрҙәре барлыҡҡа килә. Йә ул – “ҡош”, “сусҡа”, “испан”, “азиат” киҙеүе. Быйыл тарала башлағанын иһә “гонконг киҙеүе” тип атайҙар. Әйткәндәй, ул бик ауыр үтә һәм оҙаҡҡа һуҙыла. Киҙеүҙең был төрөнә кинәт кенә температура күтәрелеүе, ҡалтыратыу, өшөтөү кеүек билдәләр хас. Шулай уҡ сир эләктереүселәр тамаҡ ауыртыуына, дөйөм хәлһеҙлеккә, аяҡ-ҡул, арҡа, бил ауыртыуына, йүткертеүгә зарлана. Ваҡытында дауалана башламаһаң, сирҙең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Киҙеү менән зарарланған кеше өс-дүрт көн хәлһеҙлеккә зарланып тора ла, унан температураһы төшөп, баш һәм тамаҡ ауыртыуы бөткән кеүек тойола. Әммә ҡыуанырға әле иртәрәк, тиҙҙән барыһы ла яңынан ҡабатланасаҡ. Гонконг киҙеүен ваҡытында тулыһынса дауаламау һөҙөмтәһендә менингит, пневмония, миокардит, энцефалит кеүек ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе бар. Ҡайһы бер осраҡта бронхит, трахеит, ҡолаҡтың елһенеүе күҙәтелә.
Хәүеф төркөмөнә бигерәк тә ике йәше лә тулмаған бәләкәй балалар инә. Ауырлы ҡатындарға һәм йәше 60-ты уҙған ололар­ға ла киҙеү көсәйгән ваҡытта үҙ сәләмәтлегенә ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.

Киҙеү йоҡһа, нимә эшләргә?

Башҡа киҫкен респиратор ауырыуҙарҙан айырмалы рәүештә, киҙеү, ғәҙәттә, кинәт башлана һәм бик тиҙ бөтә тәнгә тарала. Ҡапыл ғына баш ауырта башлап, температура күтәрелә икән, ул бер нисә сәғәт эсендә бик юғары нөктәһенә етә. Уны янғын менән сағыш­ты­рыр­ға мөмкин, ҡапыл бөтә тәнде ялмап ала: баш, күҙ алмалары, мускулдар, быуындар ауырта, тамаҡ төбө ҡысыта башлай, танау тона… Ҡайһы бер осраҡта күңел болғанып, уҡшыта башлауы ла ихтимал. Бик ҡатмарлы осраҡтарҙа кеше аңын юғалта, ә балаларҙың тәне ҡороша. Бындай мәлдә мотлаҡ дауаханаға ятырға кәрәк. Киҙеү менән ауырыусыларҙың ҡан тамырҙары ҡыҫылыу сәбәпле, танауҙары ла ҡанаған осраҡтар була. Ауырый башлап, бер тәүлек үтеүгә тымау барлыҡҡа килә һәм уға ҡоро йүтәл өҫтәлә. Һөҙөмтәлә тамаҡ, күкрәк ауырта. Был иһә трахеиттың үҫеше хаҡында һөйләүе ихтимал.
Киҙеү еңелсәрәк үткәндә, юғары температура 4 – 5 тәүлек һаҡлана. Ә инде температура оҙаҡ төшмәй торһа, сирҙең төрлө өҙөклөккә килтереү ихтималлығы хаҡында уйланырға урын бар. Шуларҙың иң ҡурҡынысы – пневмония. Уның ҡатмарлы формаһы кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн айырыуса хәүефле.

Вирусты нисек еңергә?
Киҙеүҙе тәүге көнөнән үк дауалау курсын башлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Иң беренсе сиратта вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға тура килер. Хәҙер уларҙың ниндәйе генә юҡ (кагоцел, арбидол, ингавирин һ.б.), иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеп ҡулланыу. Әлбиттә, киҙеү менән сирләгән кешегә тымауға ҡаршы, тамаҡ ауыртыуын баҫыусы, температураны төшөрөүсе препараттар ҙа ҡулланырға кәрәк. Әйткәндәй, табиптар тән температураһын 38 – 39-ға күтәрелгәс кенә төшөрөргә ҡуша, сөнки ул – организмдың ауырыуға ҡаршы көрәшеү билдәһе. Йүтәлдән уны йомшартырға һәм ҡаҡырыҡты сығарырға булышлыҡ итеүсе препараттар эсергә онотмағыҙ.

Тағы ла…
- Өйҙә генә тороғоҙ, эшкә, уҡыу­ға, башҡа йәмәғәт урынына сығырға тырышмағыҙ.
- Тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итеп, медицина ярҙамы алығыҙ.
- Күберәк шыйыҡса эсергә тырышығыҙ. Бигерәк тә лимонлы, баллы, ҡарағат һәм ҡурай еләге ҡушылған сәй файҙалы.
- Ҡулығыҙҙы һәр саҡ яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.
- Яҡындарығыҙҙы зарарламаҫ өсөн уларҙан алыҫыраҡ йөрөгөҙ. Ауырыу сирләй башлағандың тәүге көндәрендә айырыуса зарарлы. Һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә ул бик күп вирус өлөшсәләре бүлеп сығара. Шунлыҡтан уның менән бәйләнештә булған кеше үҙе һаҡланыу сараларын күрергә тейеш. Бының өсөн вирус­ҡа ҡаршы препарат ҡулланырға мөмкин. Улар сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел, шунлыҡтан киҙеү эпидемияһы осоронда ололарға ла, балаларға ла профилактика йәһәтенән эсергә ярай. Шулай уҡ танауға оксолин майы һөртөп йөрөргә кәрәк. Көнөнә бер нисә тапҡыр танау эсен һабынлап йыуыу ҙа вирустан һаҡланырға ярҙам итә.

Сығыу ваҡыты 24-01-2017, 11:22 | Ҡаранылар: 259
|
  • Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим
  • Киҙеүгә нисек бирешмәҫкә?
  • Киҙеүгә – “ЮҠ!”
  • Сәләмәтлекме, әллә математиканан “бишле”ме?
  • Киҙеү янай!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM