НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?
Новости / Сәйәсәт // 29-11-2013, 13:55


Килешеп эшләү һөҙөмтәлерәк түгелме ни?Дағстандың тиҙҙән дүрт өлөшкә бүленеүе ихтимал. Республика башлығы Рамазан Абдулатипов белдереүенсә, был – идара итеүҙең яңы системаһы. Ул ысынында төбәкте бүлгеләү түгел, ә берләштереү маҡсатынан сығып эшләнә. Өҫтәүенә, айырым территориаль округтарға бүлеү бер ниндәй ҙә сығым талап итмәй икән.
Был яңылыҡ республикала төрлөсә ҡабул ителгән. Ошондай үҙгәреш күптән кәрәк ине, тип хәбәр иткәндәр Дағстан етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән. Рамазан Абдулатиповҡа республика төбәктәренән бөтөн яңылыҡ, хәл-торош тиҙ һәм сифатлы рәүештә килеп етергә тейеш. Әле улай түгел икән. Шуға ла округтарға бүлеп, унда етәкселәр тәғәйенләп, улары инде, үҙ сиратында, төбәк башлығына урындарҙа ни булыуын теп-теүәл еткереп торорға бурыслы буласаҡ. Ҡыҙыҡ, ә район етәкселәре нимә эшләр икән ул ваҡытта? Территориаль округ етәкселәре менән һыйышмай башламаҫтар тимә....

Ябыҡ икән асыҡ ҡапҡалар…
Новости / Сәйәсәт // 29-11-2013, 13:48


Ябыҡ икән асыҡ ҡапҡалар…Ҡояштың нисек ҡалҡып, ни рәүешле байығанын күргән ҡарт журналисты хайран ҡалдырыр мөғжизәләр был тормошта, ай-һай, бармы икән? Юҡтыр, тимәгеҙ. Бына әле лә, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарыма сорналып, уларҙың осона сыға алмай ултырам. Рәсәй-илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының (ВТО) тупһа төбөндә ике тиҫтә йыл тилмереүенә ғәрләнеп тә, асыуланып та, ошо мәсьәләгә ҡағылышлы нисәмә мәҡәлә яҙған булдым. Хәҙер инде, хискә самаһыҙыраҡ ихтыяр биреп, уны аҡылдан алдараҡ йөрөткәнем өсөн үкенәм. Бәлки, ҡалған ғына осмот сәсте йолҡҡолауҙан фәтүә юҡтыр? Илебеҙ иҡтисадының һәм, ғөмүмән, ватандаштарыбыҙҙың бөлгөн хәле ғәмәлдә бүтән сәбәптәр менән бәйле түгелме икән? Икеле-микеле уйҙарым шунан да килә: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында дәүләттәр берләшмәһенең күпселеге ағза булып тора һәм бер генә илдең дә унан ҡасҡанын әлегәсә ишетергә тура килмәне....

Иҡтисади көрсөк илһөйәрлекте кәметкән
Новости / Сәйәсәт // 22-11-2013, 13:36


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле республикала төбәк башлығы нисек аталырға тейешлегенә бәйле ҡултамғалар йыйыу бара. Федераль законға яраҡлашырға тырышыу маҡсатын алған был эштән һуң йәнтөйәгебеҙҙең исемен үҙгәртергә лә күп һорамаҫтар. Ғөмүмән алғанда, ил төбәктәрендә үҙгәрештәр булып тора. Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Рогозин Алыҫ Көнсығыштың да үҙ есеменә тура килмәүен белдергән әле....

Түрәнән – ришүәт, ришүәттән – мигрант, мигранттан – ғауға, ғауғанан – түрә…
Новости / Сәйәсәт // 8-11-2013, 12:31


Түрәнән – ришүәт, ришүәттән – мигрант, мигранттан – ғауға, ғауғанан – түрә…Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә яуаплы структура барлыҡҡа килер, моғайын. Уның РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡанаты аҫтында тыуыуы ихтимал. Кәрәгер шул, һуңғы арала, ана, ниндәй хәлдәр бара бит. Милләт-ара мөнәсәбәттәр илебеҙҙең ауыртҡан ере ул барыбер. Шундай ҙур һәм күп милләтле дәүләттә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Барса халыҡтар ҙа тиерлек үҙ аҫаба ерҙәрендә йәшәй. Шулай булғас, төрлө милләттәр күсенеп йөрөгән мәлдә үҙеңдекен һаҡлап ҡалыу зарурлығы тыуа. Бөгөн нилектәндер ҡайһы бер рәсәйҙәрҙең йоҙроҡтары йомарланған. Ҡараштары айырыуса рус булмағандарға асыу менән төшә. Моғайын, Өфөлә үткән “Рус маршы”н да аңлаусы табылыр. Әйткәндәй, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә милләтселәр ҙә тик ятманы. Мәҫәлән, Украинала ике дәүләтте берләштереүҙе (Рәсәй менән Украинаны) яҡлап акция үткәреүселәргә ҡаршы төтөн сығарғыстар бәргәндәр, ә Санкт-Петербургта Үзбәкстан кешеһен сәнсеп үлтергәндәр. Грузияла байрамдан һуң балалар фестивалендә ҡатнашыу­сы илдәрҙең әләмдәре торған ерҙә Рәсәй флагын яндырғандар....

Милләттәрҙе кәмһетеүсе власҡа яҡын булһа, нимә эшләргә?
Новости / Сәйәсәт // 1-11-2013, 11:37


Милләттәрҙе кәмһетеүсе власҡа яҡын булһа, нимә эшләргә?Рәсәй беренсе тапҡыр бизнес алып барыу буйынса уңайлы илдәр исемлегенең тәүге йөҙө иҫәбенә индерелгән. Әлбиттә, йөҙ ул әле илле лә түгел. Шулай ҙа беҙҙекеләр харап ҡыуана. Бөтә донъя банкының “Doing Business” рейтингы 189 илде тикшереп, Рәсәйҙе 92-се урынға ҡуйған. Илдәрҙә эшҡыуарлыҡты башлау, төҙөлөшкә рөхсәт алыу, электр селтәренә тоташыу, милекте теркәү, кредит алыу һ.б. шундай эштәргә күпме ваҡыт һәм аҡса талап ителгәне асыҡланған. Бер йылда беҙҙең ил 20 баҫҡысҡа күтәрелгән. Былтыр майҙа Президент Владимир Путин Рәсәйҙе ошо исемлектә 100 пунктҡа алға күсеү саралары тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Был беҙҙең иҡтисади сәйәсәттең төп бурыстарының береһе икән. Эш барҙы һәм 2011 йылда торған 120-се урындан 2018 йылда 20-се урынға тиклем барып етеү күҙаллана. Шулай итеп, былтырғы күрһәткестәр буйынса 92-се урынға етеү насар түгел инде. Эшҡыуарҙар яҡшы беләлер....

Шеш һытылырға тора, буғай…
Новости / Сәйәсәт // 25-10-2013, 12:24


Ахыры, был донъя тыныс ҡына йәшәй алмай. Ете миллиард кеше көн иткән Ер шарында ниндәй тыныслыҡ булһын?
Рәсәйҙә лә ваҡыты-ваҡыты менән кешене тертләтерлек ваҡиғалар булып тора. Һуңғы көндәрҙәге яңылыҡтарҙы ғына алһаҡ та. Эйе, иҡтисадыбыҙ әлегә тормозда. Был хаҡта халыҡ көйәләнмәй, сөнки беҙ Бирюлеволағы фажиғәгә ҡайғырабыҙ, мигранттарҙы ҡыуабыҙ, хәҙер уға Волгоградтағы теракт ҡушылды. Ә былай илдә етди эштәр бара....

Мигранттар ғына ғәйеплеме?
Новости / Сәйәсәт // 18-10-2013, 13:06


Мигранттар ғына ғәйеплеме?йәки Рәсәйҙә милләт-ара күрә алмаусылыҡ башланырға торамы әллә?
Полиция менән прокурорҙарға эш артты. Улар тағы бер тапҡыр баҙарҙарҙы тикшереп сығырға, мигранттар йәшәгән урындарҙы байҡарға тейеш. Мәскәүҙең аҫаба халҡынан дәғүәләр етерлек. Көнбайыш Бирюлеволағы хәл-ваҡиғалар шуны талап итә. Бында кесе йомаға ҡарай төндә бер иҫерек әҙәм, ғәҙәти генә һүҙгә килешеп, 25 йәшлек Егор Щербаков исемле егетте йөрөгән ҡыҙы алдында сәнсеп үлтереп ҡаса....

Егерме йыл: дөрөҫ булдымы был ваҡиғалар?..
Новости / Сәйәсәт // 4-10-2013, 11:58


Рәсәй Федерацияһының Юғары Советын таратыу тарихта бер нисә исем менән йөрөтөлә – «1993 йылдағы Конституция көрсөгө», «1993 йылдағы дәүләт түңкәрелеше», «Аҡ йортто утҡа тотоу», «Советтар йортон утҡа тотоу», «1993 йылғы Октябрь ихтилалы», «1400-сө Указ», «Октябрь путчы».
Был ваҡиғала, белеүегеҙсә, Мәскәү урамдарында ҡораллы бәрелештәр ҙә булды. Конфликт 21 сентябрҙә башланып, 4 октябргәсә дауам итте. Баш ҡалала ике аҙна буйы граждандар һуғышы барҙы, тиһәк тә була. Һөҙөмтә ниндәйерәк? Яп-ябай – 1917 йылдан алып һаҡланып килгән идара итеү моделе, йәғни совет власы системаһы мәжбүри рәүештә тамырынан ҡоротолдо. Түңкәрелеш ҡорбандарһыҙ үтмәне. 160 тирәһе кеше һәләк булды, 390-ға яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алды, тип хәбәр ителһә лә, рәсми булмаған сығанаҡтар был һандарҙың бер нисә тапҡырға күберәк булыуын күрһәтә. Тик һәләк булыусыларҙы иҫләп, матәм көнө генә иғлан ителмәне....

Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланылар
Новости / Сәйәсәт // 27-09-2013, 11:54


Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланыларҺуңғы ваҡытта ил Хөкүмәтенең эше менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр һаны артҡайны. Хәҙер бит һүҙ, фекер азатлығы, был хаҡта ҡурҡмай белдерә алаһың. Хатта, ул тиклем тәнҡиткә Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев нисек сыҙар икән, тип борсолдорғайны ла әле. Ул, афарин, бирешмәне һәм бына ошо көндәрҙә беҙҙең бөгөнгөбөҙгә, киләсәккә ҡағылышлы тос ҡына фекер-тәҡдимдәрен әйтеп тә ҡуйҙы. Улар, башлыса, бюджетҡа ҡағылышлы булһа ла, береһе бөтөн ғаиләләрҙе ҡыҙыҡһындырыр, уйландырыр, тип өмөтләнә....

Һуғыш асам тип күп ҡысынма, илеңә ҡайтыр
Новости / Сәйәсәт // 20-09-2013, 13:39


Тиҙҙән Рәсәйҙә һайлау ваҡытын йәкшәмбенән эш көнөнә күсереүҙәре ихтимал. Кремлдә ултырыусылар ошо хаҡта уйлана башлаған. Мәҫәлән, тауыш биреү шишәмбе йә шаршамбыла ойошторолһа, һайлаусылар тәғәйен участкаларына күберәк киләсәк. Рәсәй Юғары иҡтисад мәктәбе политологы Леонид Поляков та шундай фекерҙе яҡлай. Уныңса, һайларға мөмкин булған ваҡытты ла оҙонайтырға кәрәк. Иртәнге алтынан киске сәғәт унғаса һуҙылһа, яҡшы, ти ул. Әле ошо мәсьә­лә буйынса теләк-тәҡдимдәр йыйыла икән. Белеүегеҙсә, һуңғы һайлауҙарҙа (властар бигерәк тә Мәскәү мэрын һайлауҙа халыҡтың ҡатнашыу кимәлен күҙ уңында тоталыр) тауыш биреүселәр һаны әллә ни күп булманы....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM